Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль , 10:06

"Шпион" тотолдо

Шымсы суд алдына баҫтырылды, ғәйебен таныны, 50 мең һум күләмендә штрафҡа тарттырылды.

"Шпион" тотолдо
"Шпион" тотолдо

 Учалы район судыҡараған түбәндәге эште  ҡәҙимгелерҙән тип әйтерлек түгел. Мәскәү кешеһе ни маҡсатта улай эш иткәндер, был хаҡта хәбәр ителмәй, әммә ҡылмышы енәйәт тип таныла. Ҡыҫҡаһы, интернет селтәре аша шымсылыҡ өсөн хәйләле  прибор ала. Беҙҙең Учалы ҡалаһында йәшерен рәүештә  үҙен ҡыҙыҡһындырған автомобилгә аҫтан беркетә.  Автомобилдең һәр саҡ ҡайҙа булыуын интернет селтәре аша күҙәтә алыр ине. Ә законһыҙ рәүештә йәшерен күҙәтеү өсөн махсус техник ҡоролмаларҙы ҡулланыу – енәйәт. Шымсы тотолдо, ғәйебен таныны, 50 мең һум күләмендә штрафҡа тарттырылды. Яҙған мәлдә суд ҡарары законы көсөнә инмәгәйне әле.

Ә бына полицияға ҡаршылашыу, ҡыҙғанысға ҡаршы, ғәжәп эш түгел хәҙер. Йәш кенә ҡала егете “Лада Гранта” автомобилендә елдергәндә туҡтатыла. Иҫерек булып күренә, медицина тикшереүен үтеүҙән баш тарта, йәғни, ғәмәлдәге закондар буйынса үҙенең эскән икәнлеген таный. Полиция автомобиленә ултыртылып, тейешле документтар тултырыла башлағас, егет башына тай типкәндәй ҡылана: һикереп сығып йән-фарман ҡаса башлай, полиция хеҙмәткәре артынан ҡыуып еткәс, уҫмаҡлашып маташа.  Әллә ни зыян килтерә алмай, шуға ла сағыштырмаса еңел ҡотола – суд ҡарары менән 25 мең һум штраф һалына. Әллә ни күп түгел, әммә  йәш егет әленән биографияһына тап төшөрҙө инде... Һәм әлбиттә, иҫерек көйөнсә руль артына ултырған өсөн айырым яза бирелә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: