Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль , 09:35

Етлекмәгән бур

Техниканы соҡорға батыра һәм артабан йәйәү ҡаса

Етлекмәгән бур
Етлекмәгән бур

17 генә йәшлек икенсе егетебеҙ ҙә суд алдына баҫтырыласаҡ. Эсеп ала ла, таңғы 5-тә урамда торған ВАЗ автомобилен ҡыумаҡсы була.  Ҡабыҙа, ҡуҙғала, әммә өйөнән уҡталып сыҡҡан  41 йәшлек машина хужаһын күреп ҡалбырҙай, техниканы соҡорға батыра һәм артабан йәйәү ҡаса. Әлбиттә, оҙаҡламай тотолдо. РФ Енәйәт кодексының 166-сы статьяһы буйынса ("Транспорт сараларын ҡыуып алып китеү") енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Һабаҡ алһа ярар ине!

П.С. Һүрәттә өсөнсө ҡул ҡайҙан килеп сыҡты тип аптырамағыҙ.  Шөкөр, ысын бурҙың бөтә ағзалары  теүәл, кәрәгенән кәм дә, артыҡ  та түгел. Эш шунда: заман менән бергә атлап,  иллюстрациялар яһатыу өсөн Яһалма Интеллект булышлыҡ иткән бер компьютер программаһын өйрәнә башлағайныҡ. Барыһы ла яҡшы, тик бына "электрон баш" кеше аяҡ-ҡулдарын йә бармаҡтарын кәүҙәләнгәндергәндә ошолай яңылыша ла ҡуя)

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: