Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль , 14:18

Нуритдиновтар – чемпион!

ГТО нормативтарын тапшырыуҙа ғына түгел, айырым үткәрелгән эстафетала ла беҙҙекеләр беренсе булалар. Тимәк, еңеүҙәре һис тә осраҡлы түгел.

Нуритдиновтар – чемпион!
Нуритдиновтар – чемпион!

Салауатта  республика ҡалалары һәм райондары араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы буйынса ҙур фестиваль үтте.  Рәсәйҙә быйыл Ғаилә йылы билдәләнгәс, тап ғаилә командалары үҙ-ара көс һынаша. Учалы районын вәкилләгән Нуритдиновтар үҙ төркөмөндә (район үҙәге ҡала ултырағы булған муниципаль район)  ышаныслы рәүештә 1-се урын яуланы.

Команда составы: ғаилә башлығы – Роман Радик улы, Аҡҡужа ауылынан, шахта төҙөү идаралығында электромеханик, ҡатыны – Ләйсән Азат ҡыҙы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында белгес,  ҡыҙҙары Лилиә, 10 йәштә; шулай уҡ өлкән быуын вәкиле булараҡ  Романдың атаһы – Радик Хәҙис улы ҡатнаша. ГТО нормативтарын тапшырыуҙа ғына түгел, айырым үткәрелгән эстафетала ла беҙҙекеләр беренсе булалар. Тимәк, еңеүҙәре һис тә осраҡлы түгел.

Әйткәндәй, Радик Хәҙис улы пенсия йәшенә етһә лә, Аҡҡужа мәктәбендә  эшләүен дауам итә. Ҡыҙыҡ бит, махсус рәүештә физкультура менән дә шөғөлләнмәй, ти, әммә һәр ауыл кешеһе кеүек гел эштә, гел хәрәкәттә булғас, шәхси беренселектә лә “көмөш” миҙал алыу өсөн көсө лә, сослоғо ла еткән!

Ә йәш Нуритдиновтар әле Ҡунаҡбайҙа йәшәйҙәр. Еңеүсе Лилиәнән тыш, улдары Айҙар, ҡыҙҙары Эльза бар, барыһы ла ҡаланың 1-се Башҡорт лицейында уҡыйҙар. Шулай итеп, ярыш ҡағиҙәләре талап итһә, киңерәк составта ла ҡатнаша алырҙар ине!  Еңеү сарсап түгел, кәйеф күтәреү, ғаиләне тағы ла нығыраҡ туплау, балаларҙы сыныҡтырыу өсөн төрлө ғаилә ярыштарында теләп ҡатнашалар. Былтыр, мәҫәлән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты исеменән Үрге Пышма ҡалаһындағы корпоратив ғаилә старттарында булып ҡайтҡандар. Үҙҙәре әллә ни артыҡ спорт менән дә шөғөлләнмәйҙәр  икән, эш кешеләре бит, әммә физкультураға ваҡыт табырға тырышалар. Тәбиғәттән бирелгән һәләт тә барҙыр инде. Күмәкләп велосипедта йөрөргә, урманға сығырға ла яраталар.

-Был ГТО фестивале күңелгә айырыуса хуш килде, -ти  Ләйсән Азат ҡыҙы. – Беренсенән, шундай матур, татыу, теремек ғаиләләрҙе күреү күңелгә кинәнес бирә. Ә икенсенән, ярыш бик ғәҙел, асыҡ барҙы. Ниндәй уй-ниәттәр менән ҡайттыҡ?  Физкультура, ГТО нормалары менән нығыраҡ шөғөлләнәсәкбеҙ!

Бер һүҙ менән, Нуритдиновтар ғаиләһенән үрнәк алайыҡ, йәмәғәт! Бар ғаилә менән татыу тотоноу, бергә-бергә бер  маҡсатҡа ынтылыу, бер-береңде дәртләндереү, хеҙмәттәшлек итеү  яңғыҙ ирешкән уңыштарҙан күпкә артыҡ була торғандыр!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: