2 июль көнө Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса III федераль олимпиада еңеүселәре Өфө фән һәм технологиялар университетында тантаналы шарттарҙа тәбрикләнде. Әсә телен иң-иң яҡшы белгән уҡыусылар араһында ике Учалы районы ҡыҙы - Башҡорт лицейынан Элина Мөслимова ( етәксеһе Гөлнара Ғүмәрова) һәм Башҡорт гимназияһынан Динара Зәйнәғәбдинова (етәксеһе Гөлдәр Хакимова).
Олимпиаданың “федераль” исемен йөрөтөүе юғары кимәлдә икәнелеген күрһәтеүен үҙебеҙ ҙә аңлайбыҙ, ә бына конкрет нескәлектәрҙе аңлатыуын Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙынан үтендек.
-СВОШ олимпиадаһы (Башҡорт теленән төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы тип атала) ике этаптан тора. Беренсеһе - онлайн һайлап алыу. Федераль олимпиаданың платформаһы М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты сайтында урынлаштырыла. Уҡыусылар башта унда теркәлеү үтә, шунда уҡ анкета тултыра, шәхси кабинет аса һәм олимпиада биремдәренә яуап бирергә тотона. Ҡушҡанды эшләгәндән һуң күпме балл йыйғаны, икенсе этапҡа үтеү-үтмәүе билдәләнә. Олимпиаданың йомғаҡлау турына һайлап алыу этабының еңеүселәрен быйыл 1 март көнө Өфө фән һәм технологиялар университетында 2-се турға саҡырҙылар. 1-се башҡорт лицейынан 9-сы класс уҡыусыһы Элина Мөслимова еңеүселәр рәтенә керҙе.
Был олимпиада балаларға ҙур мөмкинлектәр биреүен күбеһе белеп тә бөтмәй әле. Федераль олимпиада еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар (урыҫ теленән БДИ һөҙөмтәһе 75 балдан кәм булмаған осраҡта) Өфө фән һәм технологиялар университетына имтиханһыҙ ҡабул ителә, йыл дауамында ай һайын 58 000 һум стипендия ала, ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡҡа урынлаштырыласаҡ. Ошондай шарттар Рәсәйҙең бер генә вузында ла юҡ, булған мөмкинлектән файҙаланып ҡалыр кәрәк!
Мин ошо шарттар менән танышҡас, уҡыусыларыма еткерә һалдым. Кемдәрҙең теләктәре тыуҙы, шулар менән төплө әҙерлек башланыҡ. Был олимпиада күберәк әҙәбиәт теорияһы белемдәренә таяныуға нигеҙләнә. Эштәр бик күләмле һәм күп төрлө. Мәҫәлән, әҫәрҙән ҙур ғына өҙөк бирелә. Уның менән танышырға, төп проблемаһын билдәләргә, образдар системаһына анализ яһарға, ниндәйҙер һүҙҙе өҫтәргә, синонимын яҙырға. Экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеше кеүек сюжет элементтарын дөрөҫ билдәләргә. Шулай уҡ берәй мәҡәлдең мәғәнәһен аңлатырлыҡ мини-инша яҙырға. Һәм башҡа бихисап эштәрҙе башҡарырға тейеш ине 2-се турға сыҡҡан уҡыусылар. Улар аудиторияларҙа эшләгәндә уҡытыусылар өсөн семинар ойошторолдо.
Дәрестәр һаны кәмегәндән-кәмей барған шарттарҙа ҡалала үҫкән балаларҙы был олимпиадаға әҙерләүе еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үткән йылда 2 уҡыусым (Мөхәмәтйәров Айдемир, Суфйәнова Динә) призерҙар рәтенә керҙе, Мөхәмәтйәнова Эльвина номинация еңеүсеһе булһа, быйыл Мөслимова Элина призер, Ғибәҙәтова Юлиә номинация еңеүсеһе тип табылды.
Уҡытыусы һүҙенән, иң-иң көслөләр иҫәбендә республикабыҙҙың иң ҡеүәтле университетына бүләкләү тантанаһына саҡырылыу балалар өсөн – үҙе үк ҙур мәртәбә. Егәрлелек, тырышлыҡ һөҙөмтәһе, башҡорт телен үҫтереүгә индергән өлөштәренең күрһәткесе.
-Элина 9-сы класты бөттө, бик тырыш һәм һәләтле уҡыусы. Башҡорт, рус һәм инглиз теленән берсә “биш”билдәләренә генә уҡыуы айырыуса әһәмиәткә эйә була торғандыр. Башҡорт телен яҡшылап өйрәнеү ҡалған фәндәрҙән өлгәшеүгә кире йоғонто яһай, тигән уйҙырмаларға асыҡ яуап! –тип тә өҫтәне уҡытыусыһы.
Ә икенсе аҫыл ҡыҙыбыҙ - Динара Зәйнәғәбдинова Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы. Ул быйыл 3-сө Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһына өҫтәп, башҡорт теле буйынса 38-се тапҡыр уҙғарылған Төбәк-ара олимпиадаһы призеры булды.
-Башҡорт ҡыҙҙарына хас баҫалҡы, алсаҡ ҡыҙ Динара – күп балалы ғаиләлә иң өлкәне, ата-әсәһенә терәк, фекерҙәш, алыштырғыһыҙ ярҙамсы, ҡустыларына өлгөлө апай. Әйткәндәй, туған телгә һөйөү уға әсәһенән күскән. Юғары белемле Әлфиә Илгиз ҡыҙы Учалы урта мәкәбендә башҡорт теле уҡыта, уҡыусыларында ла, үҙ балаларында ла милли рух тәрбиәләй.Киләсәктә Динара әсәһе юлын һайламаҡсы, -ти уҡытыусыһы Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы.
Ни әйтәң инде, аҡыллы, белемле, милли рухҡа тоғро ҡыҙҙарыбыҙға ла, уларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләренә лә, оло һынауҙы уңышлы үтерлек итеп әҙерләй алған уҡытыусыларына ла – афарин!