Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Июль 2024, 03:50

Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе тупланы оло йыйын

Ғәҙелша ауылы янындағы Баҡшай яланында алтынсы тапҡыр «Ай, Уралым, Уралым!» этнофестивале ойошторолдо.

Ғәҙелша ауылы янындағы Баҡшай яланында алтынсы тапҡыр «Ай, Уралым, Уралым!» этнофестивале ойошторолдо.

Ул сараларға бай булды. Байрамда ҡатнашыусылар һәм килгән ҡунаҡтар өсөн «Баҡшайҙа келәм һуғабыҙ» тип исемләнгән келәм туҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе, Учалы филармонияһы артистарының, үҙешмәкәр артистарҙың һәм коллективтарҙың концерты, ат сабыштары, өлкәндәр һәм балалар өсөн милли уйындар тәҡдим ителде.

Конкурстарҙың төрлөлөгө, сағыулығы, халыҡсанлығы күңелгә ятты. Был йәһәттән ойоштороусыларға һәм бағыусыларға рәхмәт белдерергә кәрәк. Байрамға халыҡ күп йыйылғайны, олоһо ла кесеһе лә ситтә ҡалмаған, конкурс-сараларҙа ихлас ҡатнаштылар, үҙҙәрен һынанылар.

«Ләйсән» бейеү ансамбле ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәсих Кәримов исемендәге III асыҡ район халыҡ бейеү ижады конкурсы;Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, шағир, прозаик, музыкант, журналист Мәүлит Ямалетдинов иҫтәлегенә асыҡ район ҡурайсылар конкурсы; “Ауылымда яңғырай гармун моңдары» гармунсылар һәм баянсылар асыҡ район конкурсы үтте.

«Баҡшай мәргәне – 2024» иһә сослоҡ, иғтибарлылыҡ, тиҙлек һәм дә ҡыйыулыҡ талап иткән милли ярыш. Был юлы мәргәнлектәрен һынарға Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Балаҡатай, Иглин, Учалы, Белорет, Хәйбулла райондары һәм Сибай, Өфө ҡалалары уғатарҙары килгәйне. 94 йәшлек Ҡолош ауылы аҡһаҡалы Зәйет Шакиров быйыл да, йәштәрҙән ҡалышмай, мәргән уҡсылар ярышында ҡатнашты. Зәйет олатайға афариндан башҡа һүҙ юҡ! Әйткәндәй, аҡһаҡал оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡала-районыбыҙҙа уҙған милли сараларҙа даими ҡатнаша. Спорт йәшәү көсөн арттырып ҡына ҡалмай, ә йәшәртә лә, тигән фекерҙә ул.

Турнирҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Учалы районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, «Торатау» Конгресс-холы директоры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәге мөдире Ирек Әхмәҙиев мөрәжәғәт итте. Улар этно-фестивалде ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм Учалы районының мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы наградалар тапшырҙы.

Сара сиктәрендә уҙған ат сабышы һәм батырҙарҙың көрәштурниры ла мауыҡтырғыс үтте.Көрәш буйынса ярыш РСФСР-ҙың спорт мастеры, милли көрәш буйынса РСФСР чемпионы Радик Зәйнуллин иҫтәлегенә арналды.

Белорет ҡалаһынан «Йылмырҙаҡ» халыҡ этно-рок төркөмөнөң концерты фестивалдең иң сағыу сағылышы булды.Сара «Ритайым» дискотекаһы менәнтамамланды.

Эйе, боронғоларҙан-боронғо изге урын иртәнән кискә хәтлем шат ауаздарҙан, дәртле көйҙәрҙән тынманы. Йәрминкәләр, күргәҙмәләр һәм башҡаһы барыһына ла ныҡ оҡшаны, бер кем дә килгәненә үкенмәне. Ә ярыштарҙың һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды. 

«Баҡшай мәргәне-2024» турниры

Турнирҙың ҡағиҙәләре буйынса 10 метрҙан алып 140 метрға тиклем бер тиҫтә төрлө-төрлө этаптар булды.

Профессионалдар

1-се урын – Ғәфүр Рахманғолов (Баймаҡ), 2-се урын – Рәис Низаметдинов (Өфө), 3-сө урын –  Илшат Ғатауллин (Баймаҡ).

1-се урын – Динә Вәлиева (Учалы), 2-се урын – Нилә Исламова (Учалы), 3-сө урын –   Мира Кәримова (Ишембай).

Яңы ата башлаусылар

1-се урын – Илфат Мырҙағәлин (Баймаҡ), 2-се урын –  Илһам Ғәбитов (Әбйәлил), 3-сө урын – Роберт Закиров (Балаҡатай). 

1-се урын –  Азалия Исхаҡова (Учалы), 2-се урын – Лена Йәһүҙина (Әбйәлил), 3-сө урын – Лилиә Хөснөтдинова (Әбйәлил).

Мәүлит Ямалетдинов иҫтәлегенә асыҡ район ҡурайсылар конкурсы.

16 йәшкә тиклемдәр араһында

1-се урын – Эмир Мостафин (Учалы ҡалаһы) һәм Әхмәт Шаһиев (Ҡунаҡбай ауылы). 2-се урын - Данил Рябцев (Уральск) һәм Байрас Сабитов (Комсомольск). 3-сө урын – Ислам Таипов (Уральск).

16 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр араһында

1-се урын – Илнур Солтанморатов (Комсомольск), 2-се урын – Илшат Камалов (Учалы) һәм Рәмис Мәғәсүмов (Иманғол). 3-сө урын – Буранбай Мусин (Әбйәлил) һәм Әхмәт Яруллин (Ҡоҙаш).

“Халыҡ традицияларын һаҡлағаны өсөн” номинацияһында Арслан Фазлетдинов еңде.

«Ауылымда яңғырай гармун моңдары»конкурсы

16 йәшкә тиклемгеләр араһында төрлө номинацияларҙа еңеүселәр - Ғайсар Хәмитов, Айҙар Әфләтүнов, Булат Юлдашев, Динислам Әфләтүнов.

16 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр

1-се урын – Айҙар Исламов (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол), 2-се урын – Рәүил Ноғоманов (Яңы Байрамғол) һәм Илдус Вилданов (Наурыҙ), 3-сө урын – Иран Ҡужағилдин (Учалы), Закир Ғарипов (Наурыҙ), Рәшит Ғилмияров (Рәсүл).

Төрлө номинацияларҙа билдәләнделәр – Сәлимйән Ғирфанов (Иҫке Байрамғол), Ғәли Насиров (Иҫке Байрамғол), Фәрүәз Кашапов (Салауат районы).

Фәсих Кәримов исемендәге III асыҡ район халыҡ бейеү ижады конкурсы

Соло сығыш яһаусылар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: 6-12 йәшлектәр араһында 1-се урын – Тимерхан Тимербулатов (Сибай), 2-се урын – Сәфирә Әхмәрова (Сибай), 3-сө урын – Диана Ғиләзева (Учалы).

«Баҡшай батыры» – Арсен Мырҙабаев (Учалы), «Баҡшай һылыуы» – Нәркәс Ғәбитова (Учалы). 

12 йәштән 18 йәшкә тиклемдәр араһында

1-се урын – Алтынай Килмөхәмәтова (Учалы), Айгизәр Янбаев (Белорет), 2-се урын – Нурсилә Баҡыева (Учалы), Иҙел Хәсәнов (Әбйәлил), 3-сө урын – Арсен Кәримов (Учалы), Яҙгөл Әһлиева (Учалы).

«Баҡшай рухы» – Ирхан Хәйруллин.

18 йәш һәм унан өлкәндәр араһында

1-се урын - Роза Юлбирҙина (Учалы), 2-се урын – Миләүшә Баязитова (Учалы), 3-сө урын - Альберт Сөләймәнов (Учалы).

«Баҡшай ҡото» – Гүзәлиә Динмөхәмәтова, Сәлимә Камалова.

«Дуэт» номинацияһында 1-се урын – Искәндәр Хәлилов һәм Буранбай Мусин (Магнитогорск), 2-се урын – Ильяна Әбделмәнова һәм Дамир Ибәтуллин (Учалы), 3-сө урын – Айгөл Солтанова һәм Әлфинә Әхмәтйәнова (Учалы).

«Баҡшай ҡото» номинацияһында Минзәлә Ғүмәрова һәм Әнисә Әхтәмова, Фәниә һәм Елена Ҡорамшина еңде.

Наурыҙ ауылынан Илшат Ғарипов Кәримовтар ғаиләһенең 7 мең һумлыҡ махсус призына лайыҡ булды. Гран-при - Магнитогорскиҙан Икәндәр Хәлиловта.

Киләсәктә лә ил-ер халҡын бергә туплаған оло йыйында осрашырға яҙһын. Ошолай ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе күреп, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу үҙе бер оло ваҡиға. Халыҡ-ара дуҫлыҡ, теләктәшлек, туғанлыҡ ептәре ныҡ булһын!

Әлиә ДАУЫТОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас