Яйыҡ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль , 09:45

“Улар һүҙгә һаран, эшкә – йомарт, Тормош йөгөн төптән тарталар”.

Шундай ир-егеттәр була, уларҙың йәшәйешенә ҡарап өлгө алаһың, һоҡланаһың. Үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре менән башҡаларға үрнәк булырлыҡ ир-уҙаманы, яҡын ғына ағайым Айҙар Рәсүл улы Ишимғужин хаҡында һүҙем.

“Улар һүҙгә һаран, эшкә – йомарт, Тормош йөгөн төптән тарталар”.
“Улар һүҙгә һаран, эшкә – йомарт, Тормош йөгөн төптән тарталар”.

Шундай ир-егеттәр була, уларҙың йәшәйешенә ҡарап өлгө алаһың, һоҡланаһың. Үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре менән башҡаларға үрнәк булырлыҡ ир-уҙаманы, яҡын ғына ағайым Айҙар Рәсүл улы Ишимғужин хаҡында һүҙем.

Айҙар ағайым Баймаҡ районы Ишей ауылының данлыҡлы Ҡарасуралар һәм Орлоҡтар араһы нәҫеленән, ауылдағы ихтирамлы, эшһөйәр Ишимғужин Рәсүл менән Мөнирәнең дүрт малай араһындағы баш балалары булып донъяға килә. Бала сағынан иплелеге, кешелеклелеге-кеселеклелеге менән айырылып торҙо ул тиҫтерҙәренән. Олатай-өләсһенең һөймәлекле ейәне, ата-әсәһенең ярҙамсыһы, ҡустыларының ышаныслы терәге, өлгөлө ағай булып буй еткерҙе. Мәктәпте татамлап, шофер һөнәрен үҙләштерә, диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, белемен тағы ла камиллаштырып, бына инде 30 йыл руль артында. Тәүҙә Темәс леспромхозында эшселәрҙе урманға ташый, артабан Сибай леспромхозының Ишей бүлексәһендә лә шул уҡ эштә була. Эльвира еңгәбеҙгә өйләнеп, башҡа сығып матур итеп йәшәп алып китәләр, бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Леспромхоздар ябылып, Ишей урман хужалығы шәхси эшҡыуар ҡулына күскәс, Айҙар йөк машинаһына ултырып, ағас ташый башлай.

Ишей ауылынан йәштәр күсеп китә башлағас, Айҙар ағайым да ғаиләһен алып Учалыға күсенәләр. Эшһөйәр, ипле кеше өсөн ҡайҙа булһа ла ишектәр асыҡ инде ул. Айҙар ағай “Урал аръяғы –Агро” МТС-ында водитель булып эшләй, хеҙмәте күп кенә грамоталар, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Еңгәбеҙ Эльвира Риф ҡыҙын һөнәре буйынса балалар баҡсаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Учалы ауылында үҙ ҡулдары, үҙ тырышлыҡтары менән ике ҡатлы йорт төҙөп, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, бик матур йәшәйҙәр.

Тормошто төрлө хәлдәр булып тора инде... Яҙмыш ҡушыуы буйынсалырмы, әллә киң күңеллелекме, Айҙар ағайым балдыҙының өс улын сит ҡулдарға бирмәй үҙ ғаиләһенә тәрбиәгә ала. Бер ауыр һүҙ түгел, хатта ҡырын ҡараш та ташламай, башҡаларҙан да ауыр һүҙ әйттермәй ошо өс баланың күңелдәренә яҡшылыҡ орлоҡтары һалып, үҙ балалары менән тигеҙ итеп үҫтереп киләләр. Ярҙамға мохтаждарға һис икеләнеп тормай ярҙам ҡулы һуҙыу, ауыр мәлдәрҙә ҡанатһыҙҙарға ҡанат ҡуйыу, йөрәк йылыһын биреү генә түгел, тормошта аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү кеүек мәлдәр – Айҙар ағай менән Эльвира еңгәнең булмышында төп һыҙаттарҙың береһе. Бындай осраҡтар йәшәгән йылдарында бик күп булды.

Айҙар ағайымдың ата-әсәһе, ейәндәренең үҫкәнен күрмәй иртә генә баҡыйлыҡҡа күстеләр. Шуға күрә атайлыҡ арҡаһы Айҙар ағайымдың иңенә ултырҙы. Ҡустыларына кәңәшсе лә, терәк тә ул, әлбиттә, Эльвира еңгәбеҙҙең дә хәстәрлеге ҙур. Донъяны икәүләп кәңәшләшеп, тигеҙ тартҡас, тормоштары ла гөл-баҡса кеүек, ә ысынында иһә ошо гөл-баҡсаны булдырыу өсөн күпме сабырлыҡ, тырышлыҡ, итәғәтлелек кәрәк, бер-береңә ышаныу, хөрмәт һәм ихтирам менән бағыу, ел-ямғырҙарға, буран-дауылдарға бирешмәй, ҡаршылыҡтарҙы еңеп алға атлау зарур.

Яҙмышынан уңды ағайым, тип һоҡланам, сөнки уның эргәһендә күҙҙәренә һөйөп баҡҡан, иғтибарын йәлләмәгән, үҙе һымаҡ киң күңелле, көләс, ярҙамсыл, тормошто яратҡан Эльвира еңгәбеҙ бар. Аҡҡоштарға тиңләйем мин уларҙы: ҡайҙа булһалар ҙа бергәләр, бар эште лә кәңәшләшеп бергәләп башҡаралар. Үҙҙәренең өлгөһөндә балалары ла буй еткерҙе, хәҙер өлкән улдарын Айгизде өйләндереп, йәш ғаиләгә өй һалып бөтөп баралар, килендәрен уҡытып, ейәнсәрҙәрен көтөшәләр. Икенсе улдары Вәғиз - табип, ҡыҙҙары Камила Өфөлә уҡый, әйткәндәй, тырыш ғаилә уға ла Өфөнөң Дим биҫтәһенән фатир алып бирҙе. Хәҙер өйҙә тағы өс малай, уларын да төрлө түңәрәктәргә йөрөтөп, өй эштәренә өйрәтеп, тәүфиҡле, аҡыллы итеп үҫтереп киләләр.
Ярты быуат ғүмер кисергән Айҙар Рәсүл улының оло йөрәгенә барыһы ла һыя, туғандарының, дуҫтарының күплеге уның мәрхәмәтлелеген дәлилләй. Өлгөлө ғаилә башлығы, ышаныслы ир, хәстәрлекле атай, яғымлы олатай, иғтибарлы ағай, ихтирамлы ҡайнаға, шаян еҙнә, ысын дуҫ, тиҙәр уны белгән кешеләр.

Ҡәҙерле ағайым! Ғүмер уртаһына еткән көндәрҙә оло йөрәгең ниҙәр уйлап, ниҙәр
кисерәлер инде?! Әммә урау-урау булһа ла һинең үткән тормош һуҡмағыңа, һалған эҙҙәреңә тик гөлдәр генә үҫһен. Ул гөлдәр орлоҡтарын таратып, тамырҙарын ныҡлы йәйеп, һинең юлыңды дауам итеүсе балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең булып, сәскәле бер болондо хәтерләтһен. Алдағы ғүмереңдә лә еңгәбеҙ Эльвира менән иңгә-иң терәп, һау-сәләмәт булып йәшәргә яҙһын.

Быйылғы йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителгәс, һәр ваҡыт Айҙар ағайымдың ябай ғаиләһен өлгөгә ҡуям. Ғөмүмән, ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итеп йәшәһәләр генә ғаилә ныҡлы була. Уның нигеҙе ныҡ икән - халҡыбыҙ татыу, ә улар берҙәм икән - илебеҙ көслө була. Татыу, дуҫ ғаиләләрҙә ихтирам, иғтибар, бер-берең өсөн өҙөлөп тороу, яуаплылыҡ тойғолары көслө. Матур ғаилә – һәр кем өсөн бәхет билдәһе, кеше тормошоноң таянысы.

Тормоштоң яҡты, яҡшы яғын күреп, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, донъя көтөргә ынтылған, балаларына дөрөҫ тәрбиә биргән, башҡаларға өлгө күрһәткән ғаиләләр булғанда ғына беҙҙең халыҡ киләсәккә, сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа өмөт итә ала.
Фирүзә Абдуллинаның «Ир-егеттәр” шиғыры менән тамамлайһы килә яҙмамды:

Ысын ир-егеттәр һирәк осрай:

Улар әйткән һүҙен тоталар,

Улар һүҙгә һаран, эшкә – йомарт,

Тормош йөгөн төптән тарталар.

Ысын ир-егеттәр киң күңелле,

Ваҡ-төйәккә асыу һаҡламай,

Кәрәк икән, ярҙам ҡулын һуҙа,

Үткән үпкәләргә ҡарамай.

Ысын ир-егеттәр уй-фекерен

Һүҙ ыңғайы илгә фашламай.

Хаталарҙы ул кисерә белә,

Ауырлыҡта дуҫын ташламай.

Венера ҠАСҠЫНОВА,

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: