Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль , 15:00

Баш ҡала биҙәктәре

Өфө ҡалаһында минең бер нисә тапҡыр булғаным бар. Барған һайын ул  мине күркәм төҙөлөштәре менән дә, егәрле кешеләре менән дә хайран ҡалдыра, әсир итә. Төрлө ҡитғаларҙан килгән туристар өсөн дә мауыҡтырғыс ул. 

Баш ҡала биҙәктәре
Баш ҡала биҙәктәре

Өфө ҡалаһында минең бер нисә тапҡыр булғаным бар. Барған һайын ул  мине күркәм төҙөлөштәре менән дә, егәрле кешеләре менән дә хайран ҡалдыра, әсир итә.

Бына беҙ, Ҡырмыҫҡалы районын артта ҡалдырып, Булгаков ауылына яҡынлашабыҙ. Шул ваҡытта уҡ күңелде ниндәйҙер тулҡынландырғыс һәм бер аҙ шомло ла, күтәренке лә тойғо биләп ала. Шул тойғо Өфөгә яҡынайған һайын көсәйә бара. Бына Булгаков тарафынан Өфөгә табан боролабыҙ. Шыма асфальт юлы, юлдың ике яғында ла фонарҙар яҡтыра. Тимәк, баш ҡалабыҙға килеп еттек, тиһәң дә була. Бында машиналар ағымы, ҡайнашҡан ҡеүәтле даръялай, шаулап-геүләп тора. Ағым ике яҡҡа, ҡапма-ҡаршы килеп, туҡтауһыҙ хәрәкәт итә: бер өлөшө Өфөгә инә, икенсеһе Өфөнән сыға. Бына ҡайһы бер машиналар, автобустар уң яҡҡа боролалар. Ул боролош янында «Өфө аэропорты» тигән юл күрһәткесе тороп ҡала. Эйе, кемдер Өфө аша икенсе төбәктәргә, илдәргә сәфәр итә. Ә беҙ баш ҡалабыҙға үрләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Үрләүебеҙҙе, тим, сөнки юл һөҙәк үргә илтә. Ысынлап та, алға, алыҫҡа ҡараһаң, күҙ алдында йәйенке тау, уба пәйҙә була. Баш ҡалабыҙҙың исеме «уба» һүҙенән барлыҡҡа килгән тигән фаразға нығыраҡ ышанғандай булаһың шул ваҡытта. Уба түбәһендә ҡатлы йорттар күренә. Йорттар төрлө-төрлө булғанға күрә, төҫлө ҡораманы хәтерләтеп ҡуялар. Машина алға елгән һайын, улар ҙурая, баҙыҡлана бара. 

Бына үргә лә менеп етәбеҙ. Һәм беҙҙең алдыбыҙҙа гүзәл күренеш – Ағиҙел буйы асыла. Ағиҙел йылғаһы киң, иркен булып ағып ята. Уның һыуҙары ҡалҡып килгән яҡты ҡояшҡа күкһелләнә, тулҡындары әкрен, тыныс ҡына, ваҡыт ағышын һиҙмәгән кеүек, тирбәләләр ҙә тирбәләләр. Был тирбәлештәр ашыҡҡан етеҙ машиналар алдында тағы ла сәйерерәк, мөғжизәлерәк күренә. Барған юлыңдан туҡтап, машинаңдан сығып, ошо йәйрәп ятҡан гүзәллеккә кинәнеп, күңелең булғансы ҡарап алырға теләйһең. «Туҡта әле, ҡайҙа ашығаһың?! Бына бит ул донъя йәме, тормош тәме! Бар эштәреңде онот та йәмен-тәмен таты!» - тигән эске тауышың күңел түреңде бер мәлгә ярһытып, яманһыулатып ала. Әммә туҡтай алмайһың, Ағиҙел буйына килермен әле, йәшел туғайҙарын байҡармын әле, тип үҙеңде йыуатыһың.

Шул арала машина йылға аша һалынған дәү күперҙән үтә башлай. Һәм һиңә ҡаршы яҡтағы яр – баш ҡаланың үҙәге ҡайнар ҡоласын йәйә. Ә һин уның күҙ ҡамаштырған матурлыҡтарын күреп ҡалырға ашығаһың. Бына һул яҡта, текә ҡаяға баҫып, ярһыу айғыры өҫтөндә һине Салауат Юлаев сәләмләй. Уң яҡта, аҫтараҡ, Дуҫлыҡ монументы ҡалҡып тора. Ә ҡаршыла буласаҡ «Әр-рәхим» мәсетенең бейек айлы манаралары менән алтынланып торған көмбәҙе күккә аша. Был күренешкә күңел тойғолары бер ваҡытта ла битараф ҡалмай. Үҙ илеңә, халҡыңа ҡарата һөйөү ҙә, ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та бер усаҡ ялҡыны булып терелеп дөрләп китә.

Бына беҙ Зәки Вәлиди урамына боролабыҙ. Зәки Вәлиди… Был бөйөк исем дә, хәтергә төшкән һайын, ҡайҙа йәшәүеңде, кем икәнеңде бер ваҡытта ла оноттормай. Ғафури, Туҡай, Пушкин, Гоголь, Достоевский, Чернышевский… Баш ҡала үҙәгенең, Иҫке Өфөнөң урамдары ошо даһи яҙыусыларҙың исемдәрен дә йөрөтә. Исеменә күрә есеме тигәндәй, күпме иҫтәлекле урындар, күпме тарихи серҙәр һаҡлай ул урамдар!

Машинаны ҡалдырып, Өфө буйлап йәйәүләп йәки ҡала автобусында йөрөйбөҙ: үҙ йомоштарыбыҙҙы йомошлайбыҙ, унан инде баш ҡалабыҙҙың яратҡан урындарын күреп киләбеҙ, яңыларын асабыҙ. Күптәребеҙҙең яратҡан урыны - Салауат Юлаев майҙаны, әлбиттә. Бында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, балаларын коляскаларға ултыртып, ғаилә парҙары ла килә. Улар тирә-йүндәге һиллеккә, тыныслыҡҡа ләззәтләнеп, матур күренешкә һоҡланып, әкрен генә, ашыҡмай ғына йәшел, сәскәле майҙан буйлап атлап йөрөйҙәр. Күңелдәре менән ял итә улар бында. Ял итерлек урын шул Салауат Юлаев майҙаны. Һомғол шыршылар, сағыу гөл-сәскәләр менән уратып алынған ул. Йәй көндәре уның уртаһында матур фонтан урғыла. Майҙан ситендә иркен башҡорт тирмәләре урынлаштырылған. Береһенә инеп, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп алабыҙ. Икенсеһендә милли әйберҙәр барлайбыҙ, сувенирҙар һатып алабыҙ. Майҙандың күрке - Салауат Юлаевтың атлы һыны. Ниндәй мәғрур, ниндәй мөһабәт ул! Уға мәңге ҡараһаң да, танһығың ҡанмаҫ кеүек. Кеше йөрәгендә иң күркәм, иң  саф сифаттарҙы ҡабыҙа бит ул! Бына шулдыр инде ысын сәнғәт тылсымы, ысын сәнғәт көсө! Шул тылсымды, шул көстө һәйкәл ҡаршыһында йәйрәп ятҡан тәбиғәт күренеше тағы ла баҙыҡландырып ебәргәндәй. Текә ярҙан, бейектән алыҫ офоҡтарға, Ағиҙелдең һуҙылып киткән күк таҫмаһына күҙ һалһаң, иңдәге ауырлыҡтар һыпырылып алынғандай, уларҙың урынына талмаҫ ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай була. Шулай донъяның гүзәллеген дә, рәхәтен дә тояһың. Өфөгә инеп барған саҡта һине туҡтатырға, ошо гүзәллеккә күҙ һалдыртырға теләгән анау эске тауышың, ниһайәт, баҫылып ҡалғандай була. «Күрҙем бит, һоҡланып алдым бит тәки Ағиҙел буйына!», - тип әйтәһең үҙ-үҙеңә.

Салауат майҙанына сәйәхәтебеҙ шуның менән генә тамамланмай әле. Уның эргәһендә, телеүҙәк ҡаршыһында, ыҡсым ғына күренгән, әммә тылсым бөркөп торған йәнә бер һәйкәл – Шәйехзада Бабич һыны ҡалҡып тора. Ул, бер ҡулына китап-блокнотын тотоп, ялҡынлы шиғырҙарын уҡый. Эйе, әгәр ҙә Салауатыбыҙ яу яланында тиңһеҙ батырлыҡтар ҡылған булһа, Бабичыбыҙ шиғриәт майҙанында ҡаһарман булып танылған. Халҡыбыҙҙың азатлыҡ яулауында уның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Һис шикһеҙ, үҙ тарихын, әҙәбиәтен һөйгән кеше Бабич янында ла бер туҡтап, үҙенә рухи көс алып ҡайта.

Хәҙер инде Совет майҙаны ла бар Башҡортостан халҡының, Өфө ҡунаҡтарының яратҡан урынына әүерелде. Сөнки уны бөгөн Рәсәй геройы Миңлеғәли Шайморатов һыны биләй. Башҡорт халҡының яугирлығын, ҡаһарманлыҡ сифаттарын данлап торған йыр, тип һанайым мин уны! Эйе, таш һәйкәлдәр ҙә тере йыр була ала икән ул! Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ Совет майҙанына килеп, шул һәйкәлде күреп ҡайтығыҙ. Һүҙ менән генә аңлатып еткерерлекме һуң?!

Башҡорт халҡының, республикабыҙҙың данын күрһәтеп торған һәйкәлдәр баш ҡалабыҙҙа, шөкөр, бихисап. Уларҙың һәр береһе тураһында тасуирлап-тәфсирләп яҙырға мөмкин булыр ине. Мостай Кәримгә, Мифтахетдин Аҡмуллаға, Заһир Исмәғилевҡа, Шакирйән Мөхәмәтйәнов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға һәм тағы ла бик күп мәшһүр шәхестәребеҙгә һәйкәлдәр ҡуйылып, исемдәре мәңгеләштерелгән. Ә быйыл Башҡортостаныбыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һәйкәлен дә астылар. Юл төшөп, яйы сыҡҡанда, уны ла яҡындан күреп ҡайтырбыҙ әле.

Өфө ҡалаһы үҙенең театрҙары, концерт залдары менән дә дан тотоуын беләбеҙ. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры, «Нур» татар театры, Рус драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Ҡурсаҡ театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы… Уларҙан да күҙ ҡарашын өҙөп алырлыҡ түгел. Әкиәттән төшкәнме ни улар! Театр биналары тыштан да, эстән дә нәзәкәтле итеп ҡоролған. Шундай әкиәти сәнғәт һарайҙарында ғына юғары өлгөлө пьесалар, опералар, балеттар тыуалыр ул. Бер күреп, тыңлап ҡайтһаң, бараһы килеп кенә тора. Бына беҙ кискеһен ваҡыт табып, театрҙарҙың береһенә юл тотабыҙ. Унда үҙебеҙҙең халыҡ артистарын, атҡаҙанған актерҙарыбыҙҙы тереләй күреү – үҙе бер кинәнес һәм оло бәхет. Шунда туған телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең ниндәй ҡеүәтле, рухи хазиналарға ниндәй бай булыуын аңлап, төшөнөп, һиҫкәнеп ултырабыҙ. Китаптан уҡыу ғына йәки радио-телевизор аша тыңлау ғына түгел шул. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ Өфөләге берәй театрға йәки концертҡа барып ҡайтығыҙ. Һөйләп кенә аңлатып еткерерлекме һуң?!

Башҡорт йәштәре яратып йыйылышҡан бер матур урын бар бит әле тағы ла. Кистәрен, ғәҙәттә шаршамбы көнө, Ағиҙел буйына сығып, егеттәр һәм ҡыҙҙар «Самауырлы ритайым» ойошторалар. Сәй ҡайнатып, ҡурай тартып, баянда, гитарала уйнап күңел асалар улар. Студенттар ҙа, йәш ғаиләләр ҙә ашҡынып килә. Үҙ милләттәштәрең менән шулай танышыуы, дуҫлашыуы, туған телдә аралашыуы бик күңелле лә, файҙалы ла булыуын тойомлайым. Өфөлә уҡырға насип булһа, мин дә был матур сараға йөрөйәсәкмен.

Әлбиттә, Өфөлә булған йәки йәшәгән һәр кемдең үҙ яратҡан урыны бар. Бәлки, легендар «Салауат Юлаев» хоккей клубын һыйындырған «Өфө-арена» боҙ һарайылыр, бәлки, Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан биатлон үҙәгелер. Кемдер  яратҡан паркында йөрөй, кемдер яҡын күргән сауҙа йортона бара. Баш ҡалабыҙ Өфө төрлө яҡлап үҙенә йәлеп итеп тора. Ул республикабыҙҙың ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙең мәҙәниәт, сәнғәт, сәнәғәт, мәғариф, спорт үҙәге.

Әммә Өфөбөҙҙөң төп биҙәге, төп ҡиммәте – уның кешеләре, шәхестәре, тип иҫәпләйем. Тап улар беҙҙең республикабыҙҙы, илебеҙҙе алға әйҙәй, тормошобоҙҙо йәмләй. Бына беҙ Өфө урамдарынан атлап киләбеҙ, биналарына инеп сығабыҙ. Шул ваҡытта урамдағы, йорттарҙағы кешеләргә күҙ һалабыҙ. Кемдер менән һаулыҡ һорашабыҙ, кемгәлер өнһөҙ генә күҙ һирпеп ҡарап үтәбеҙ. Улар беҙгә таныш түгелдәр, әммә яҡындар – уларҙың бөтәһен дә баш ҡалабыҙ берләштерә. Уларҙың йөҙҙәрендә ватаныбыҙҙың йөҙө сағыла. Яҡты ла, йылы ла ул сағылыш.

Һүҙ аҙағында. Башҡортостан халҡын ғына түгел, илебеҙ һәм башҡа төбәктәрҙән килгән туристарҙы ла ҡыҙыҡһындыра, ылыҡтыра беҙҙең ғәзиз баш ҡалабыҙ. Үҙенең юбилей йылында ғына түгел, ғөмүмән, киләсәктә лә сәскә атһын, үҫешһен ғәзиз Өфөбөҙ, тип теләйем.

Алһыу МӘҒӘФҮРОВА,

Миндәк ауылы. 

Фото интернет селтәренән алынды.        

Автор:
Читайте нас: