Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты быйыл 70 йыллығын билдәләй. Баштағы дәүерҙә ни тиклем ауыр булмаһын, таусылар тәү мәлдән үк йәшәү урындарының йәмен дә хәстәрләгән. Әлегә тиклем һаҡланған иҫке ике ҡатлы йорттарға иғтибар итегеҙ әле: ғәмәли яҡтан әллә ни кәрәге юҡ, әммә төҫ биргән эркер, пилястр-фәлән, ҡыйыҡ тәҙрәләре һәм башҡа архитектур биҙәү элементтары киң ҡулланылған. Һәм был традиция дауам итә. Бер кемдең ҡаршы әйтергә теле әйләнмәҫ: Учалы ҡалаһы былай ҙа матур һәм артабан да ҡупшылана бара. Шөкөр тип әйтергә кәрәктер, ниндәйҙер ҡала масштабындағы проекттар ғына түгел, тупһа алдындағы биләмләр ҙә ҡайғыртыла.
- “Заман ҡала мөхитен формалаштырыу” (2017-2018 йылдар) һәм “Башҡорт ихаталары” (2018 йылдан) программалары сиктәрендә Учалы ҡалаһында 85 күп фатирлыҡ йорттар тирәләй 30 ихата биләмәләре төҙөкләндерелде. Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһен иҫтә тотабыҙ – берәй урында төҙөкләндереү эштәре башлана икән, биләмә тулыһынса тәртипкә килтерелергә тейеш. Шуға ла йорттарҙа ремонт эштәрен дә тура килтерергә тырышабыҙ – ҡыйыҡ, фасад, подъездар һәм башҡаһы, - тип аңлатма бирә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Луиза Панферова. - Үрҙә әйткән 85 йортта 12,5 мең кеше йәшәй. Был төр төҙөкләндереү эштәре тулайым 121 миллион һумға башҡарылды.
Ағымдағы 2024 йылда Учалы ҡалаһының Башҡортостан урамы, 20-се, 22-се йорттар, Әхмәтғәлин урамы, 19-сы, 21-се, 23-сө йорттар эргәһендәге ихаталар яңы ҡиәфәткә индерелә. Төҙөлөш май урталарында йәйелдерелде, ямғырҙар бетон эштәрен бер-аҙ тотҡарлаһа ла, подрядсы ойошма (“Содействие” төҙөлөш компанияһы) билдәләнгән ваҡытҡа, йәғни көҙгә тиклем барыһын да өлгөртәсәкбеҙ, тип тынысландырҙы.
МАФ-тар, йәғни бәрәкәй архитектур формалар күп проектланған, геопластика алымы ҡулланылып, был тирәләге рельеф тигеҙһеҙлектәре лә оҫта файҙаланыла: үрҙәрҙә тоннель, мәмерйә, уба, үрмәләү элементтары ҡуйыласаҡ. Башҡа уйын һәм спорт йыһаздары ла етерлек. Тиҙҙән бала-саға мәж килер инде бында! Төҙөкләндереү (тыҡрыҡтарҙы киңәйтеү һәм япмаһын яңыртыу, бордюр алмаштырыу, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаларын урынлаштырыу, яңы автомобиль ҡуйыу урындарын булдырыу, тротуарҙарға ремонт, уйын йыһаздарын урынлаштырыу һәм башҡа), йәшелләндереү эштәренең дөйөм проект хаҡы 31,8 миллион һум.
Бәғзе ҡалаларҙа булғанда башҡорттарҙың “Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай” тигән әйтемен иҫкә төшөрөргә тура килгән бар. Үҙәк урам-майҙандар күҙҙең яуын алырлыҡ, ә бына саҡ ҡына ситкә тайпылып, иҫкерәк йорттарҙың ихаталарын күрһәң... Беҙҙә иһә ҡалабыҙ эстән дә, тыштан да ялтыраһын әйҙә. Ә фатир эстәренең “ялтырауы” – һәр кемдең шәхси бурысы.
P.S. “Башҡорт ихаталары” программаһы БР Башлығы инициативаһы менән 2019 йылдан атҡарыла. Биш йылда 400 мең кеше йәшәгән 1326 күп фатирлы йорт биләмәләре яңы ҡиәфәт алды. Аҡса башлыса республика бюджетынан бүленә. Программала ҡатнашыу тураһында ҡарар коллектив рәүештә, торлаҡ милекселәре йыйылыштарында ҡабул ителә. Ниндәй эштәр айырыуса кәрәк икәнлеге тураһында шунда уҡ йәшәгән кешеләрҙән яҡшыраҡ белеүсе юҡ бит. Һуңынан эш барышына контролде лә берсә вәкәләтле белгестәр һәм йәмәғәтселек алып бара.
Илфат ЯНБАЕВ.