Ҡолош ауылында йәшәүсе Хәҙис Сафиуллин уҙ йортонда музей асҡан. Ҡыҙыҡлы экспонаттарҙы ҡарарға унда көн һайын туристар килә. Күптән түгел иһә был үҙенсәлекле музейҙың шәхси коллекцияһында яңы экспозиция барлыҡҡа килде - ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа арналған.
- Мин уны хөрмәт итәм. Шуға ла "Башҡортостан" гәзиттәрендә сыҡҡан яҙмаларҙы ҡырҡып, ошо экспозицияны булдырҙым да инде, - ти Хәҙис ағай.
Республика етәксеһенең Учалыға эш сәфәре менән йыш килеүен Хәҙис Сафиуллин яҡшы белә, шуға ла берәй ваҡыт уның ҡулын ҡыҫырға һәм үҙенең бай музейын күрһәтеренә хыяллана.