Яйыҡ
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль , 11:07

Туризма буйынса айырым сессия үтәсәк

Кемпинг ( туристар өсөн йылы миҙгелдә яраҡлы лагерь), глэмпинг (тәбиғәт ҡосағында йыл әйләнәһенә яраҡлы уңайлы туҡталыу пункты) төҙөүселәргә сығымдарының яртыһын кире ҡайтарып бирәләр икән! Дәүләт туристар өсөн ҡорамал-йыһаз сығымдарын күтәрешә йә лизингҡа (оҙайлы, һуңынан үҙ милкең сифатына  күскән ҡуртымға) бирә, банктар алдында гарант булып йә исем өсөн генә риба менән микрозайм хәжәтләп булышлыҡ итә.

Туризма буйынса айырым сессия үтәсәк
Туризма буйынса айырым сессия үтәсәк

Районыбыҙға яҡташыбыҙ, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко эш сәфәре башҡарҙы. Осрашыуҙа үҙебеҙ ҙә булдыҡ, ләкин башта Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы интернеттағы шәхси сәхифәһенә яҙған тәьҫораттарҙы килтерәйек:

-Минең бәләкәй Ватаным – Учалы районы, уға ҡарата айырыуса йылы хистәр кисерәм. Турист миҙгеленең иң ҡыҙған мәлендә булһа ла, граждандарҙы ҡабул итеү, бер-нисә туризм объекттары менән яҡындан танышыу өсөн килеп еттем.

Учалылар, һәр ваҡыттағыса, бик әүҙем кешеләр, байтаҡ һорауҙар бирелде, төрлө конструктив тәҡдимдәр яңғыраны. Төп һорау – туризм инфраструктураһы үҫеше. Мәҫәлән, Ирәмәлде барып күрергә теләүселәр бихисап, әммә тәбиғәт паркы эсендә юлдарҙың үтә насар булыуы кәртә ҡуя. Әүешкүлгә, Нәрәле һыртына ла ынтылыусы туристар ифрат күп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡтау һәм урынлашыу, йәмәғәт туҡланыуы пункттарына ҡытлыҡ һиҙелә. Райондың туризм инфраструктураһына инвестициялар кәрәк!

Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов менән август айы аҙаҡтарында сессия үткәреүҙе планлаштырҙыҡ, унда, район депутаттары һәм етәкселәренән тыш, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, шулай уҡ эре туроператор компаниялары  вәкилдәре ҡатнашасаҡ, күмкәләгән көс менән берҙәм эш иткәндә, тармаҡҡа яңы һулыш бирелер, тигән өмөт бар.

 Шулай уҡ Учалы ҡалаһында “Минең бизнес” үҙәге офисының эше менән таныштым, йылына 800-ләп үҙ эшенә тотонорға тәүәкәлләгән кешеләргә консультациялар бирәләр. Һәм әлбиттә, “Голубая Лагуна” турбазаһына бармай булдыра алманым. Үҙем был бизнес-проекттың тормошҡа ашырыла башланыуының шаһиты булдым бит.  Элекке коллегам, заманында Бөйҙө мәктәбе директоры булып эшләгән Гөлсөм Юлай ҡыҙы тормош иптәше һәм балалары менән ғаилә бизнесы булдырыу, туристар базаһы төҙөү ҡарарына килгәйне. Һәм бөгөнгө кәндә кешеләргә бар ғаиләләре менән ял итеү өсөн бик шәп, уңайлы комплекс булдырҙылар! Былтыр, федераль субсидиялар ярҙамы менән йыл әйләнәһенә файҙаланылған 3 өҫтәмә тирмә лә ҡуйҙылар, афарин!

 ...Министр әйткәнгә, ниндәй заманала йәшәүебеҙҙе гел иҫтә тотор кәрәк, тип тә өҫтәйһе килә. Элегерәк барыһы ла фәҡәт сит илдәргә сәйәхәт ҡылырға ашҡынһа, һуңғы йылдарҙа эске туризмдың әһәмиәте артҡандан арта бара. Һәм дәүләт бының өсөн шарттар булдырырға ынтыла.  Кемпинг ( туристар өсөн йылы миҙгелдә яраҡлы лагерь), глэмпинг (тәбиғәт ҡосағында йыл әйләнәһенә яраҡлы уңайлы туҡталыу пункты) төҙөүселәргә сығымдарының яртыһын кире ҡайтарып бирә икән! Туристар өсөн ҡорамал-йыһаз сығымдарын күтәрешә йә лизингҡа (оҙайлы, һуңынан үҙ милкең сифатына  күскән ҡуртымға) бирә, банктар алдында гарант булып йә исем өсөн генә риба менән микрозайм хәжәтләп булышлыҡ итә. Әлбиттә, ярҙам алыу өсөн төрлө шарт-нескәлектәр ҙә бар, уларҙы бер гәзит мәҡәләһендә генә яҙып килештерерлек түгел. Шуға ла, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: район хакимиәтендә аҙна һайын “эшҡыуар сәғәте” үткәрелә, унда ҡатнашыу өсөн БР Инвестиция порталы аша яҙылыр кәрәк, адресы -https://investrb.ru/ru/ ( «Инвестиционный час. Подать заявку» бүлеге).  Кем интернет аша эш итергә ауырһына, башта шәхсән рәүештә Учалы районының бизнес-шерифы (инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса комитет рәйесе) Әсхәт Асаҙуллинға шылтырата ала,  телефон номеры  8 (34791) 6-08-11.

Ә  туризмды йәйелдерергә дәрте лә, дарманы ла етерлек яҡташтарыбыҙ байтаҡ икәнлегенә инандыҡ. Осрашыуға тәжрибәле, туризм эшен энәһенән ебенә тиклем белгән, Ирәмәлгә сәйәхәттәр ойошторған Илнур Мөхәмәтов кеүек олпат эшҡыуарҙар ғына түгел, был шөғөлгә тотоноу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһына ғына башлаған йәш кешеләр ҙә килде. Айырыуса Наурыҙ ауылында туризм йәйелдереү мөмкинлектәре тураһында белешкән ғаилә пары барыһында ла айырыуса яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы.  Килем тураһында ғына уйламайҙар бит, төп этәргес көс -тыуған ауылға яҡыныраҡ булыу, гүзәл урындарын мөмкин тиклем күберәк кешегә күрһәтеү. Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы уларға бик тә төплө кәңәш бирҙе – Бөрйән районында күптән яйға һалынған оҡшаш проект менән яҡындан танышырға, бөтә нескәлектәренә ныҡлап төшөнөргә һәм һуңынан, оҡшай икән, ең һыҙғанып эшкә тотонорға. Дәүләт, шул иҫәптән   БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы  һәр яҡлап булышлыҡ итергә әҙер,ти.

Фотографиялар министрҙың сәхифәһенән -https://vk.com/id306580157

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: