Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август , 15:03

"Эт яманы" ҡоторған

Енәйәтселәр һыбай йөрөгән, ә урманда ат эҙен бындай көндә күреүе анһат түгел.

"Эт яманы" ҡоторған
"Эт яманы" ҡоторған

Эт яманы көн яманына ҡыуана тиерлек! Туҡтауһыҙ ямғырҙар, йылғалар күтәрелеү сәбәпле “Ирәмәл” тәбиғәт паркы ваҡытлыса ябылды, тип хәбәр иткәйнек. Тик бына кеше аҙ йөрөгәндә браконьерҙар иркенләп эш итергә булғандарҙыр инде.

Парк начальнигы Мирдар Дияров аяныслы хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итте:

-15 июль төнөндә рейд башҡарған инспектор айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә (заказникта)  йыраҡта атыу тауыштары ишетә. Ни икәнен белеү өсөн күмәкләп оҙаҡ эҙләнек, сөнки аҙағынан асыҡланыуынса,  енәйәтселәр һыбай йөрөгән, ә урманда ат эҙен бындай көндә күреүе анһат түгел. 19 июль  ғына енәйәт урынына оператив төркөм менән етештек – 6 йәшлек мышы атылған, башы, тиреһе, эс-ҡарыны ҡалдырып кителгән.  Бөтә материалдар Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә йүнәлтелде, ҡәбәхәттәрҙе асыҡларҙар, закон менән ҡаралған язаға тарттырырҙар тигән өмәттә ҡалабыҙ.

Ә 20 июль Мирдар Руслан улы “Урал-Тау” заказнигы биләмәләренә ингән Барал быуаһында  ау менән балыҡ тотоп маташҡан кешенең үҙен тота. Мул ғына тамаҡ сылатҡан Рысай ауылы кешеһе: “Балыҡ һурпаһы ашағы килеп киткәйне, күп тә тоторға йыйынманым!”- тип аҡланып маташһа ла, фото һәм видеофиксация башҡарыла, протокол штраф һалыу өсөн тейешле инстанцияларға ебәрелгән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был кеше күптән шик аҫтында булған, бер эләкмәһә лә, бер килеп эләкте.

...  браконьерҙар ваҡытында ауыҙлыҡлана бара икән, урман-һыуҙарыбыҙҙа кейек-балыҡтар нығыраҡ  үрсер. Ә был, үҙ сиратында, төбәгебеҙҙе туристар өсөн  дә әүрәткесерәккә әйләндерә.  

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: