Ҡоҙаш ауылында Айгиз Закировтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған спорт фестивале үтте.
Айгиз Радик улы 2002 йылдың 1 майында тыуған. 2017 йыл Ж.Ғ. Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол мәктәбен тамамлағас, тау сәнәғәте колледжында “проходкалаусы” һөнәрен алды. 2020 йыл хәрби бурысын үтергә әрмегә саҡырыла, шул уҡ йыл аҙағында РФ Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөй.Сахалин утрауында һауа оборонаһы дивизионында уҡсы-зенитчик вазифаһында хеҙмәт итә. Махсус операция башланғас профессирналь хәрби, әлбиттә, ситтә ҡалырға теләмәй – 39-сы айырым Ҡыҙыл Байраҡлы бригада составында, бүлексә командиры вазифаһында алыштарға инә. 2022 йылдың 26 майында һәләк булды, батырлығы Ҡаһарманлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары менән билдәләнә.
Һалдаттың хәтеренә хөрмәт йөҙөнән туғандары, ауылдаштары, спортсылар, ҡунаҡтар байтаҡ йыйылды. Турнир булғас, сәмле ярыштар үтә. Үҙ ауырлыҡ категорияларында чемпиондар: Аслан Камалетдинов, Алсын Камалетдинов, Динислам Зыяитдинов. Динисламға тәкә тапшырыла (спонсорҙар - Әминә һәм Рәмил Хисамовтар). Футбол буйынса: ҡыҙҙар араһында – “Ҡоҙаш һылыуҙары”, малайҙар араһында – “Рәсүл егеттәре”, үҫмер егеттәр араһында – “Ҡоҙаштың 1-се командаһы”. Призерҙар араһында шулай уҡ “Рәсүл ҡыҙҙары”, “Ҡоҙаш малайҙары”, “Ҡоҙаштың 2-се командаһы”. Бөтә ярыштарҙа ла Закировтар нәҫеле айырым командалар туплап уңышлы сығыштар яһай алды! Башҡа төр ярыштар ҙа бик күңелле үткән.
Сара ойошторолоуға депутат, Учалы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Әлиә Мәсәлимова, Юлия Усмановалар күп көс һала. Мәҙәниәт йорто активистары, “Ағинәй” ойошмаһы, бар ауыл халҡы ихлас ҡушыла. Ойоштороу эштәрендә, уйындар үткәреүҙә Гөлниса Камалова, Флүрә Хисамова, Розилә Юнысова, Илзидә Шаймарҙанова, Әминә Хисамова, Гөлдәр Йыһаншина, Рәмилә Янтурина, Рәмзилә Янтурина, Фәнүзә Сиражетдинова, Гәүһәр Сәлимова, Луиза Байғарина, клуб мөдире Гүзәлиә Динмөхәмәтова, китапханасы Гүзәл Рәхмәтуллина, ауыл старостаһы Марс Янтуриндар айырыуса әүҙем ҡатнашҡан. Башҡаһынан тыш, турнир алдынан бөтә ауыл ипкә килтерелә. Ашнаҡсылар, ярыш судьялары, музыкаль биҙәлеш өсөн яуаплылар – береһен дә өгөтләп, этеп-төртөргә кәрәкмәй, барыһы ла выждандары ҡушыуы буйынса ихлас тырышалар. Айгиз үҙе һәләк булғандан һуң да халыҡты берләштереү, манҡортлоҡтан арындырыу буйынса оло бурысын атҡара килә тиерлек, һаман да хәрби поста ул.
Айгиздең әсәһе барыһына ла рәхмәт белдерҙе. “Илдәр тыныс булһын, үҙ-ара дуҫ, татыу булайыҡ, бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйем”, -тип яҙа ауылдың интернеттағы төркөмөндә. Гөлшат Ривғәт ҡыҙы менән Радик Вәсил улы икеһе лә ҙур ғаиләлә тыуып үҫкәндәр, үҙҙәре лә 5 баланы аяҡҡа баҫтыра. Айгиз кинйә ул ине. Ағай-апайҙары ғаилә ҡорғандар, һәр береһе яратҡан эшендә эшләп йөрөй, тормошта үҙ юлдарын тапҡан кешеләр. Бындай ғаиләләр – илдең терәге. Учалы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров сараны ойоштороусыларға, егеттең ата-әсәһенә, ауыл халҡына ихлас теләктәрен еткерҙе, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара һуңында Ҡоҙаш ауылынан яу ҡырында йөрөгән 18 ир-егеттең иҫән-һау ҡайтыуын, һуғыштың тиҙерәк туҡтауын теләп, Айгиздең рухына бағышлап доғалар уҡылды, ҡорбан ашы бешерелде.
Айгиздың әрүахына турнир хуш килгәндер - бала саҡтан спорт менән ихлас шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ мотоциклда йөрөүҙе ныҡ ярата ине, тип иҫләй ауылдаштары. Ныҡ итәгәтле, ғәҙел һәм ҡыйыу була яҡташыбыҙ, йәне йәннәттә булһын! “Күңелдә һаман йәш, гел бала - ҡайтмаған һалдаттар, һалдаттар”, - йыры күңелдәребеҙҙә гел әрнеп-һыҙлап торор инде артабан....