Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
6 Август 2024, 06:12

Әүеш-күл көс бирер

Бындай гүзәллеккә һоҡланыу  форсаты үҙе генә лә сихәт һәм тәрбиә!

Әүеш-күл көс бирерӘүеш-күл көс бирер
Әүеш-күл көс бирер

Һәр йылдағыса “Мәрхәмәтлек ҡыл” ( “Дари Добро”) ойошмаһы һаулыҡ буйынса  мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарға һәм улаларҙың ата-әсәләренә тәбиғәт ҡосағына сәйәхәт ойошторҙо. Мөғжизәле лә, сихәтле лә Әүеш-күлгә баралар был тапҡырҙа. Уларға  Учалы ауылының Ә.Ғ.Хөснөтдинов исемендәге мәктәбенең “Лучики” ирекмәндәр командаһы ла ҡушыла. Сара “Тәбиғәт көсөн тупла, рух ҡеүәтең артһын” девизы аҫтында үтә. “Күңелле старттар”, төрлө уйындар, балыҡ ҡармаҡлау ойошторола, теләгәндәр ижади һәләттәрен күрһәтә. Әлбиттә, сәләмәт йәшәйеш һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында күп әйтелә. Бындай гүзәллеккә һоҡланыу  форсаты үҙе генә лә сихәт һәм тәрбиә!

Саф һауала һәм дә усаҡта бешерелгән аш-һыу барыһына ла хуш килә. Бар ҡатнашыусыларға сәйәхәт тураһында иҫтәлеккә беләҙектәр бүләк ителә.

Ошондай күңелле һәм файҙалы сара үткәрергә булышлыҡ иткәндәре өсөн ойошма етәксеһе Регина Абзалова Туризм, экскурсиялар һәм төбәкте өйрәнеү үҙәге учреждениеһы директоры Рәмил Мөслимовҡа, “Профдент КИДС” стоматология клиникаһына һәм ярҙам иткән бар башҡа кешеләргә ҙур рәхмәт әйтә.  Ҡылған изгелектәрегеҙ икеләтә артып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас