Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
6 Августа 2024, 04:11

Селтәр һәм изге теләктәр егеттәрҙе ҡурсалар

Шулай, күмәкләгән көс менән, үткән аҙнаның аҙағына 96-сө селтәрҙе тамалағандар ҙа ине.

Селтәр һәм изге теләктәр егеттәрҙе ҡурсаларСелтәр һәм изге теләктәр егеттәрҙе ҡурсалар
Селтәр һәм изге теләктәр егеттәрҙе ҡурсалар

Быйыл февраль айынан алып Рәмилә Фәйрузованың инициативаһы менән Рудник ҡасабаһы халҡы махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙ өсөн  маскировка селтәрҙәре үреүгә тотондо. Оҙаҡламай яҡын урынлашҡан Бурансы, Көньяҡ микрорайондары кешеләре лә ҡушыла. Көн һайын 2-се ҡала китапханаһына ғаиләләр менән йыйылалар, балалар ҙа ихлас ярҙам итә.

 Башта мәктәптә тупланған булалар, унда ремонт башланғас, күсергә тура килә., Селтәрҙең майҙаны ла ҙур (3-кә 6 метр), мәшәҡәте лә күп. Шуға ла бер кем артыҡ түгел. Ирҙәр, ғәҙәттә, туҡыманы  таҫмаларға киҫһә, ҡатын-ҡыҙ төйөндәр төйнәй. Аяҙ көндә урамға сығып эшләйҙәр. Магазин янында эш иткәстәре, бихисап кеше күрә, килеп аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла, үҙ өлөштәрен индерергә теләүселәр байтаҡ табылып тора, сеймал һатып алырға аҡсалата ярҙамлашыусылар ҙа аҙ түгел, ти. Шулай, күмәкләгән көс менән, үткән аҙнаның аҙағына 96-сө селтәрҙе тамалағандар ҙа ине.

Тәүге осорҙа иҫке волейбол, футбол ҡапҡаһы селтәрҙәрен ҡулланһалар, аҙаҡ һатып ала башлайҙар. Сепрәк-сапраҡты өйҙән дә килтерәләр, тегеү фабрикаһы ла ярҙам итә. Миҙгеленә ҡарап  селтәрҙәрҙең төҫө үҙгәртелә.  “Йомшаҡ ҡалҡандарҙы” яугирҙәр үҙҙәре алып китә, йә ата-әсәләре аша ебәрәләр .

-Дошман егеттәребеҙҙең урынлашҡан урындарын абайлай алмайынса, исмаһам, бер генә һалдатыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап алырға булышлыҡ итә алһаҡ та, көнө-төнө эшләргә әҙербеҙ!  Төйөн төйнәгәндә уландарыбыҙҙы Хоҙай үҙе аралаһын тип тә теләнәбеҙ, – ти Рәмилә Мәүлит ҡыҙы.

Был сауаплы башланғысҡа үҙ өлөштәрен индергәндәрҙең барыһын да  атау мөмкин түгел, бик күп кеше йәлеп ителә бит, шулай ҙа Рәмилә Мәүлит ҡыҙы иң-иң әүҙем ирекмәндәрҙең исем-шәрифтәрен телгә алды: Татьяна Дьяконова, Резида Вәлиева, Нина Молтусова, Ляйля Ғайнанова, Екатерина Ғүмәрова, Фәниә Дремова, Финзира Мөбәрәкова, Фатима Ғиззатова, Альмира Сибәғәтуллина, Раузилә Туҡтубаева, Флюра Шаһиева, Зөлфиә Дьяченко, Ғәҙилә Ханова, Лидия Мөлөкина, Илдар Ғафуров, Наил Файрузов, Вадим Ширғәлин, Иршат Туҡтубаев, Әминә Янтурина, Рәйлә Яғафарова, Рамилә Хәмиҙуллина, Рузана Дауытова, Татьяна Зәйнуллина, Райхана Зарипова, Тәғзимә Әюпова, Нурсилә Сатарова, Гөлнара Таипова, Аҡҡужиндар һәм башҡалар. Эйе, ысынбарлыҡта байтаҡҡа күберәк килеп сыға, ВапсАп социаль селтәрендә булдырылған  “Труженик тыла” төркөмдәренә йөҙҙән ашыу кеше теркәлгән, бөтә координация эше интернет аша алып барыла. Әйткәндәй, заманса элемтәнең  кәрәге ирекмәндәргә быйыл айырыуса ныҡ тойолдо. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Рәмилә Мәүлит ҡыҙы умыртҡа һөйәген имгәтә. Әммә дауаханала һыҙланып  ятҡанында ла эштән ситләшмәй, телефон аша булһа  координция менән шөғөлләнә. Ойоштороу мәшәҡәттәре һәр саҡ бихисап бит бындай күләмле кампанияларҙа. Бындай фиҙаҡәрлеккә һоҡланмау мөмкин түгел!

Тормош иптәше Наил Рәхмәтулла улы менән икеһе лә оҙаҡ йылдар эшҡыуар булып йөрөгән кешеләр, әле хаҡлы ялда булһалар ҙа, эш ойоштороу, алыш-биреш тәртибен яҡшы беләләр.

   Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәр менән һөйләшкәндә йыш ишетергә тура килә – нишләптер ул яҡтарҙа ауылдарҙа ла мунсалар бик аҙ, ти. Юҡҡамы ни, беҙҙең Учалынан нисәмә күсмә мунсалар фронтҡа ебәрелде. Тик бына алғы һыҙыҡта тороусыларға, күсмә мунса булған хәлдә лә, сабыныу форсаты һирәгерәк эләгә. Ә тәнде таҙа тотоу, гигиена талаптарын теүәл үтәү  частарҙың  хәрби һәләтлелегенә тура бәйле. Шуға ла “ҡоро душ” йыйылмалары киң ҡулланыла. Махсус күбек, салфеткалар ярҙамында тиҙ генә ялан шарттарында ла таҙарынып алырға ирек бирә. Учалы ҡалаһы биҫтәләре ирекмәндәре 5200 набор йыйып ебәргәндәр!

...Юҡҡа түгелдер инде, ҡырҡыу, хәүефле саҡтарҙы “хәҡиҡәт мәле” тип атайҙар, сөнки кемдең кем икәнлеге  бик асыҡ күренә.  Мәҡәлә геройҙары был имтиханды бик тә лайыҡлы үтә, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Быйыл яҙ РФ Президенты В.В.Путин менән осрашҡанда БР Башлығы Радий Хәбиров: “ Төп бурысыбыҙ –махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеү, шунан да мөһимерәк эш юҡ”, - тип әйткәйне. Халыҡ та ошо фекерҙә булыуы бик  яҡшы, сит-яттар түгел, үҙебеҙҙең уландар, ҡустылар, күршеләр йөрөй бит ут аҫтында. Беҙҙең барыбыҙҙың да имен тормошобоҙ хаҡына. Хәлдән килгәнсә уларға ярҙам итергә ынтылыу ғәҙел дә, сауап та була торғандыр.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас