Ҡунаҡбай ауылында автоинспекторҙар иҫерек водителде тотто. 54 йәшлек урындағы кеше мотоблокты атланып ҡайҙалыр китеп барған була. Тикшереү уның тынында 1,020 мг/л этанол спиртын күрһәтә.
Мотоблок штрафстоянкаға ҡуйыла, яҡташыбыҙ административ яуаплылыҡҡа тарттырыла ( иҫерек көйөнсә һәм водитель таныҡлығы булмайынса транспорт менән идара итеү).
Ярар ҙа эш боҙоп өлгөрмәгән, кемдер ваҡытында тейешле инстанцияларға хәбәр итеп өлгөрә. БР буйынса эске эштәр министрлығы бындай осраҡтарҙа туранан-тура үҙҙәренең “ҡыҙыу линияларына” шылтыратыуҙы һораны - 8-347-279-32-92.
Бер ҙә ошаҡлашыу түгел был, иҫерек бәндә үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да башына етеү ихтимал бит!