Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2024, 14:58

Әмир ағайығыҙ тулы хаҡ түләгән....

“Махсус хәрби операция башланғас, борсолдо, ут аҫтына ингән йәш егеттәрҙе йәлләйем, унда беҙҙең кеүек олораҡ, йәшәп өлгөргән кешеләр  урынлыраҡ булыр ине, тип хафаланды”, - тип иҫкә ала яҡындары.

Әмир ағайығыҙ тулы хаҡ түләгән....
Әмир ағайығыҙ тулы хаҡ түләгән....

Украиналағы хәрби махсус операцияла батырҙарса һәләк булған Ғибаҙуллин Әмир Ғамир улының яҡты иҫтәлегенә арнап Ғәлиәхмәр ауылында волейбол буйынса турнир үтте.    Тап тыуған көнөнә тура килтереп ойоштолоуы ла әһәмиәткә эйә.

Әмир Ғамир улы 1978 йылдың 6 авгусында донъяға килгән. Уральск мәктәбендә урта белем ала, үҙен эшһөйәр, спорт менән мауыҡҡан егет итеп таныта. 1996-1998 йыл әрмелә хәрби бурысын үтәп ҡайта.  “Махсус хәрби операция башланғас, борсолдо, ут аҫтына ингән йәш егеттәрҙе йәлләйем, унда беҙҙең кеүек олораҡ, йәшәп өлгөргән кешеләр  урынлыраҡ булыр ине, тип хафаланды”, - тип иҫкә ала яҡындары. Шуға ла, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң  сирек быуаттай ваҡыт үтһә лә, өлшләтә мобилизация буйынса йәнә саҡырылғас, Ватан япһарған бурысты һис тә ҡурҡмайынса,  аңлап ҡабул итә. Мотоуҡсылар полкы комендант ротаһының взвод командиры водителе итеп тәғәйенләнә. Йөкләмәләрен выждан менән башҡара, тик һуғыш һуғыш инде, хәрби бурысын үтәгәндә  2023 йылдың 3 июнендә һәләк булды. Үлгәндән һуң ҡыйыулыҡ, фиҙаҡәрлек, тоғролоҡ өсөн РФ Президентының Указы буйынса Ҡаһарманлыҡ ордены бирелә.

Турнирҙа биш команда ҡатнаша: Ғәлиәхмәрҙән, Килмәктән, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолдан һәм Миндәктән ике команда. Сәмле ярыштар һөҙөмтәһендә беренсе урынды Миндәктәр яулай, “көмөш” миҙәл – Килмәк йәштәрендә, өсөнсө урынды хужалар, Ғәлиәхмәр спортсылары биләне. Иң яҡшы уйынсылар  тип Айрат Ағзамов  һәм Захар Ляминдар танылды. Барыһына ла бәйге оҡшай, турнирҙы даими үткәрергә килешәләр, киләһе йыл ҡатнашырға теләүселәр күберәк буласағы алдан билдәле. Ә кем еңеүе ул тиклем мөһим дә түгелдер, иң мөһиме – батырҙарыбыҙҙың исемдәре онотолмаһын!

“Бындай саралар бик тә әһәмиәтле: батырҙарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙән тыш, ауыл, төбәк, республика, бәтә ил халҡын берләштерә бит ул. Ошондай йыйындарҙа   үҙен кешемен тигән бер кеше битараф ҡала алмай... .Ә берҙәмлек әлеге мәлдә айырыуса кәрәк, ошо шарт үтәлгәндә генә еңеп сығасаҡбыҙ, юғалтыуҙарыбыҙ заяға китмәҫ!” –тигән фекерҙә турнирҙа ҡатнашған “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының социаль координаторы Артур Ғайназаров.

-Бар ауылдаштарға, Әмир Ғамир улының туғандарына һәм дуҫтарына ҙур рәхмәт! – ти турнир ойоштороусы Динислам Мәғәфүров.- Барыһы ла шундай ихлас был эшкә ҡушылды. Яугирҙең әсәһе Рәшиҙә Ғәҙел ҡыҙы үҙ тәҡдиме менән приздар, туҡланыу буйынса сығымдарҙы үҙ өҫтәнә алды.

Сарала Әмир Ғамир улының әрүахына бағышлап, операциялағы уландарыбыҙ иҫән-һау ҡайтыуын ялбарып доғалар уҡылды. Туп һуҡҡан уйынсыларға, һөлөктәй йәш егеттәргә, Ватаныбыҙға тоғролоғоҙҙо яу ҡырында иҫбатларға тура килмәһен инде, тип кенә теләргә ҡала: Әмир ағайығыҙ үҙе өсөн дә, йәш егеттәр өсөн дә иң юғары хаҡты түләне...

 

Фотографиялар Амангилде ауыл Советы төркөмөнән алынды -https://vk.com/amangeld_cc

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: