Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2024, 08:23

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Был аҙнала далан Учалы ауылынан Вәлиә Сәғиҙуллинаға йылмайҙы.

Сәйегеҙ тәмле булһын!
Сәйегеҙ тәмле булһын!

«Яйыҡ” гәзитенә яҙылған ҡәҙерле яҡташтарыбыҙ араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын дауам итәбеҙ. Был аҙнала далан Учалы ауылынан Вәлиә Сәғиҙуллинаға йылмайҙы.
Вәлиә Рәшит ҡыҙы сығышы менән Һәйтәктән, оҙаҡ йылдар Учалы ауылында йәшәй, хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр Балалар йортонда хеҙмәт иткән.Тормош иптәше Тәлғәт Төхвәт улы мәктәптә водитель булып эшләгән. Сәғиҙәуллиндар өс бала тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыралар. Вәсил һәм Светлана икеһе лә инженерҙар, Гөлназдары иһә банкта эшләй. Барыһы ла аяҡтарында ныҡ тора, ғаилә ҡорғандар, икешәр-өсәр бала тәрбиәләйҙәр.
Оло Сәғиҙуллиндар баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Әммә донъя мәшәҡәттәренә генә сумылып йәшәргә күнекмәгәндәр улар.
-Гәзит-журналдан ғүмере өҙөлгән юҡ, - ти Вәлиә Рәшит ҡыҙы.- Элек “Ураҡ һәм сүкеш”кә яҙылһаҡ, һуңынан “Яйыҡ”ҡа күстек. Шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һәм “1000 кәңәш” гәзите лә алдырабыҙ. Шөкөр, почтальоныбыҙ Фәрхәнә Шакирова яуаплы һәм тырыш, ваҡытында килтереп тора.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: