Йәшерәһе-батыраһы юҡ инде, байтаҡ кешеләр беҙҙә бүрәнә артында бүре күрергә әҙер генә тора. Юҡҡа имеш-мимештәр таралмаһын өсөн район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов аңлатма биреүҙе кәрәк тип тапты: яҡын арала учалыларҙы хеҙмәтләндергән “Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы” БР дәүләт ҡаҙна һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы “Учалы район дауаханаһы” тип атала башлаясаҡ, был һис тә дәрәжәһе төшөрөлөүҙе аңлатмай, яңы статус федераль ярҙамдарҙы тулыраҡ күләмдә ҡулланыу мөмкинлеге бирәсәк, медицина хеҙмәткәрҙәре тос махсус социаль түләүҙәр ала аласаҡ, ти.
Ҡыҫҡаһы, пациенттар өсөн бер ни үҙгәрмәйәсәк, ә бына табиптар өсөн эш шарттары яҡшырасаҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәрен нисек тә әүрәтеү бик тә актуаль проблема бит инде хәҙер ҡайҙа ла. Шөкөр, Учалы дауаханаһында был мәсьәлә хәл ителә килә. Быйыл ғына төрлө профилдә 14 табип эшкә урынлаштырылған, йәш белгестәр менән бер рәттән, сит өлкәләрҙән тәжрибәле белгестәр: өс педиатр, ике гинеколог, ике хирург, ике стоматолог, офтальмолог, терапевт, онколог, анестизиолог. Шул иҫәптән беҙҙә гел генә суд-медицина экспертизаһы бушаҡ урын ине, хәҙер дауахана етәкселеге тырышлығы менән патологоанатом бүлексәһендә даими рәүештә суд-медицина эксперты Аделя Фәттәхова хеҙмәт итә башлаған.
P.S. Үткән аҙнала дауаханабыҙҙың стационар бүлексәһенә 257 кеше һалынған, амбулатор рәүештә 5541 оло пацинт, 2237 бала ҡабул ителә. 201 оло пациенттарға, 232 балаға ОРВИ, йәғни ҡырҡыу вируслы тын алыу инфекцияһы тигән диагноз ҡуйыла. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
ВКонтакте төркөмөндәге фотоларҙа - һуңғы арала эшкә урынлашҡан табиптар, хәйерле сәғәттә!