Шулай итеп быйыл 6.7,8 сентябрь көндәрендә бер юлы дүрт төрлө һайлауҙар үтәсәк.
Был хаҡта территориаль комиссия рәйесе Әлфиә Ғарифуллина үҙе үк Учалы мәғлүмәт үҙәгенә килеп ентекләп һөйләне. Әлфия Ҡорбан ҡыҙы әйткәндәрҙе тезистар рәүешендә яҙабыҙ:
-БР Башлығы вазифаһына 5 кандидат дәғүә итә;
-Учалы район Советына депутатлыҡҡа 43 кандидат теркәлгән, барлығы 18 округ, йәғни 18 урын;
-Учалы ҡала ултырағы Советына депутатлыҡҡа 55 кандидат дәғүә итә, барлығы бында 20 округ;
-Миндәк ауыл Советының 10-сы һәм Туңғатар ауыл Советының 4-се округтарында өҫтәмә һайлауҙар ойошторола, икеһендә лә бер мандатҡа икешәр кандидат;
-Учалы кимәлендәге кандидаттар исемлеген район хакимиәте сайтының территорияль һайлау комиссияһы бүлегендә ҡарарға мөмкин - https://disk.yandex.ru/d/dcP1rj06F4vA-w;
-1 июлгә төбәгебеҙҙә 53 084 һайлаусы теркәлгән. 61 стационар һайлау участкалары эшләйәсәк, берәү – ваҡытлыса (үҙәк ҡала дауаханаһынада). Улар төп өлөштә мәҙәниәт (31), мәғариф (23) учреждениелары биналарында урынлаша. 4 участкала КОИБ (электрон рәүештә тауыштарҙы иҫәпләү комплестары) эшкә егелә: Учалы ауылында, ҡаланың 5-се мәктәбе һәм 3-сө лицейында;
-кампания Башҡортостан кимәлендә генә үткәс, “Мобиль һайлаусы” алымы менән республикабыҙ сиктәрендә генә файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, был көндәрҙә Өфәлә йә Белоретта булһағыҙ, БР Башлығын һайлауҙа ҡатнаша алаһығыҙ, Петербург йә Силәбелә икәнһегеҙ – юҡ. (Мәскәүҙә генә экстерриториаль һайлау участкаһында БР Башлығын һайларға мөмкин, РФ Президенты эргәһендә БР тулы хоҡуҡлы вәкәләтлегенең адресы – Доброслободская урамы, 6-сы йорт, 2-се бина, “Бауман” метро туҡталышы). Республикабыҙҙа даими йәшәгән урындан ситтә һайлауҙа ҡатнашыу өсөн 2 сентябргә тиклем мөрәжәғәт итер кәрәк: әленән үк – территориаль һайлау комиссияһы һәм МФЦ-ға, 28 августан – участка һайлау комиссияларына;
-19 – 28 август участка һайлау комиссиялары ағзалары өйҙән-өйгә йөрөп, һайлауҙар тураһында аңлатыу эше башҡара, анкета һорауҙарына яуап биреүҙе үтенеүҙәре ихтимал, индереү-индермәү – граждандарҙың иркендә. Таныш кешеләр түгел икән, таныҡлыҡ күрһәтеүҙәрен талап итергә онотмағыҙ, ошо ыңғай менән жуликтар эш итеүе лә булмаҫтай хәл түгел;
-сама менән 10 процент һайлаусылар һаулыҡ торошо буйынса өйҙәрендә генә тауыш бирә торған. Бының өсөн 8 сентябрь 14.00 сәғәткә тиклем участка йә территориаль комиссияларына мөрәжәғәт итер кәрәк. Ә бына йәш, беренсе тапҡыр килгән һайлаусыларға ручка-стилус (смартфон менән эш иткәндә кәрәкле әсбап) һәм дипломдар тапшырыласаҡ, бар ғүмергә иҫтәлек ҡалыр. Ғәүмүмән, ниндәй генә һорау килеп тыумаһын, территориаль һайлау комиссияһына туранан-тура шылтыратып, компетент яуап алырһығыҙ, телефон номеры 6-02-92. Мөһимдән-мөһим кампания имен-аман, тыныс шарттарҙа, законға ярашлы үтһен!
Илфат ЯНБАЕВ