Рәмилә Фәйрузованың инициативаһы менән Рудник ҡасабаһы, Бурансы, Көньяҡ микрорайондары халҡы махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, тип яҙғайныҡ яңыраҡ. Күмәкләп тотонғас эш тә ырай – ай башында 96 селтәр әҙерләнде тип яҙһаҡ, бөгөнгө көндә 123 тә булған!
Ирекмәндәр башҡаларҙы ла сауаплы эшкә йәлеп итә бит, шул иҫәптән “Труженик тыла” төркөмдәре (https://web.whatsapp.com/) аша.
Фәҡәт 123-се селтәрҙе лә Ахундағы Айгөл Ғибәҙәтова етәкселендәге “Йәйғор” сәләмәтләндереү лагеры хеҙмәткәрҙәре һәм ял иткән балалар үргән. Афарин, конкрет файҙа ғына түгел, хеҙмәт, патриотик тәрбиә биреү яғынан да бик яҡшы инициатива!
-Рәхмәт төшһөн үҙҙәренә! – ти Рәмилә Мәүлит ҡыҙы.- Улар бәйләнешкә сыҡҡас, “селтәр нигеҙе” һәм таҫмалар ҡалдырып киткәйнек, дан итеп үреп тә ҡуйҙылар. Бик ваҡ, мәшәҡәтле, күп ваҡыт талап иткән шөғөл бит был. Ошо арала Бөйҙө балар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылырға ниәттәрен еткерҙе – ихлас, ярҙамсыл кешеләр беҙҙә, Аллаһҡа шөкөр, бик күп!
Һәр кем сауаплы эшкә ҡушыла ала. Рудник ҡасабаһының Чехов урамы, 17-се йортта 10.00-18.00 сәғәттәрҙә йә “Юныс” мәсетендә үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта барығыҙҙы ла көтәләр. Ситтән тороп та булышлыҡ итергә форсаттар күп.
Белешмә алыу өсөн телефон -89273211982. Бәлки кемдер аҡса йә сеймал менән ҡушылыр, әле “көҙ төҫөндә”, йәғни һары, ҡыҙғылт, көрәнһыу туҡымалар айырыуса актуаль.