Учалы район судында бик тә фәһемле енәйәт эше ҡаралды ошо арала. Быйыл март айында була әле был хәл. Бер бәндә эш урынында иҫерек көйөнсә булғанында (иртетеп йәбештереү цехында!), әлбиттә, эш тураһында уйлап та бирмәй, алйыған көйөнсә “шаяртмаҡсы” була. Тинтәкләнгән башына йүнлерәк бер ни уйлап таба алмағандыр, төбәк берҙәм мәғлүмәт-белешмә хеҙмәтенә “122” номеры буйынса шылтырата ла, Учалы ҡалаһының бер мәктәбе шартлатыласаҡ, тип тоҙһоҙ уйҙырма әйтә. “Мәрәкәһенә”, исмаһам, үҙе көлөп-ҡыуанып өлгөрҙөмө, уныһы билдәһеҙ, әммә бик тиҙ арала тотолдо. РФ Енәйәт кодексының 207-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатыла – террорсылыҡ тураһында күрәләтә ялған хәбәр итеү.
Әлеге заманаларҙа бер кем дә бындай “шуҡлыҡҡа” бармаҡ аша ҡарамаясағы алдан билдәле! 3 йыл 3 айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында иректән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителде. Материал әҙерләнгән мәлдә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле. ....Гел генә “Бүре! Бүре!” тип алдап ҡысҡырған алйот көтөүсене һуңынан ысын бүре ашаған, бер кем дә ярҙамға килмәгән, тигән мәҫәлде барыбыҙ ҙа иҫкә төшөрәйек!