Бәғзе кешенең ҡылыҡтары иҫте килтерерлек – нәфселәренә баш була алмайҙар икән, исмаһам, ике аҙым алға ла уйлай белмәйҙәрме һуң? Ҡойроҡтарына баҫасаҡтары алдан билдәле бит, хәҙер ҡайҙа ла видеокамералар, айырыуса - хоҡуҡ һаҡлау учреждениеларында. Ҡыҫҡаһы, олоғая башлаған ҡатын (1961 йылғы) ниндәйҙер эш менән район судында килгәнендә бер кабинетта өҫтәлдә мобиль телефонды шәйләй, сәлдерә һәм сығып ҡаса. Тотолғансы үҙ файҙаһына тотоноп та өлгөргән була суд хеҙмәткәренең милкен. Һуңынан енәйәт ҡорбанын нисек тә ризалағандыр, ике яҡтың килешеүе буйынса енәйәт эше туҡтатылды, тип хәбәр ителде. Был суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле гәзит баҫылған ваҡытҡа.