Яйыҡ
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август , 08:27

Тыуған илгә ҡалҡан бул!

"....Ике яуҙашым ҡасып өлгөрҙө шулай ҙа. Дошман менән атышып ятҡанда  кинәт тын булып ҡалды. Күпмелер ваҡыт үткәс яңынан атыш, шартлау тауыштары ҡайтты. Контузия алғанмын икән, ваҡытлыса һаңғырауланғанмын. Уңайлы мәл менән файҙаланып, үҙем дә шыуыштым тегеләр артынан. Ә снайпер йоҡламай – пулялары баш осонда шыйҙай ғына. Яралы яуҙаштарымды ҡалай ҙа ҡыуып еттем. Әммә артабан барырға дошман бөтөнләй ирек бирмәй".

Тыуған илгә ҡалҡан бул!
Тыуған илгә ҡалҡан бул!

 

- Хәрби операцияла һәләк булған районыбыҙ егеттәрен һуңғы юлға оҙатҡанда, йәшәп тә өлгөрмәгән йәштәр ныҡ йәл булды. Ут яланында улар түгел, тормоштоң әсе-сөсөһөн күргән беҙ булырға тейешбеҙ, тип ҡәтғи хәл иттем. Унда барғас та штабта ултырмаясығымды белдерҙем. Учалынан Шамил Алмарҙанов менән киттек. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сигенеүҙе ҡаплағанда һәләк булды.

Артур Йәдкәр улы 60-ын тултырһа ла, йәштәрсә еңеллек хас уға. Милицияла, хөкөм-үтәтеү  инспекцияһында 27 йыл хеҙмәт итә, отставкалағы подполковник. Хаҡлы ялға сыҡҡас, инде эш бөттө тигәндәй, күкрәк тултырып иркен тын алырға, тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға теләй ул.Әммә эш әле башланған ғына булған икән шул.

Че Гевара – Артур

Хәрби комиссариат ишек алдын тапай торғас, 2022 йылдың 22 июнендә алалар Артур Ғайназаровты МХО-ға. Ул«Барс-6» штурм отрядында хеҙмәт итә.

 -Позывнойға килгәндә, Че Гевара тураһында китабым бар. Куба милли банкының президенты була тороп, ул иле өсөн һуғышҡа китә. Өҫтәүенә,   бар йәне менән беҙҙең илде, Советтар Союзын  ярата. Мине үҙ подразделениеһына алған командир,   Че Гевараны хөрмәт иткәнде, уның менән ҡыҙыҡһыныуымды белгәс, күп уйламай, уның исемен таҡты. Ғәҙәттә, позывной кешенең есеменә тап була. Бер яугирҙың позывнойы, мәҫәлән,  “Зирган” ине. Ул, беренсенән, уның тыуған ауылын күрһәтә. Икенсенән, был атама ер һәм ҡан һүҙҙәренән (ер-ҡан) килеп сыҡҡан һәм Зирган ере өсөн ҡан түккәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ҡаты яраланыуына ҡарамай, госпиталдә дауаланыуҙан баш тартып, яу яланына кире ҡайтыуы ла шул турала һөйләй. “Башҡорт” позывнойлы яугирҙар байтаҡ, ул егеттәр ҙә тыуған төйәгебеҙҙең ысын патриоттары.

Ҡаты алыш

13 август Артур Ғайназаров икенсе тыуған көнөн билдәләй. 62 йәшлек Питер уҙаманы Александр Всеволод улы Еленский менән Санкт-Петербургта осрашырға тип һөйләшкән булған улар, ләкин дуҫы түҙмәй, тағын яу яланына сығып киткән. Тап яралы Александр Артурға автомат яһап биреп торған. Берестяной ауылы янында булған был хәл. Ташландыҡ бинала патрондар ятҡанын күреп, тоҡҡа йыйып һалып ала бөтмөр яҡташыбыҙ. Яуҙаштарының береһе ҡайҙандыр арба табып, унда шул тоҡто, 10 литр һыу тейәп алалар. Һуңынан тап дошман патрондары яугирҙарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡала.

-Ул яу һуңғыһы булыр, тип уйлағайным, дөрөҫөн әйткәндә. Ныҡ ҡаты алыш булды. Дошман аяу белмәй, төрлө яҡтан ҡамай. Саша, аяғыңды йәшер, тием Всеволодычҡа. Ике тапҡыр рәттән бер воронкаға эләкмәй ул, тигәненә күп тә үтмәне, дошман ярсығы бот итенә килеп тә ҡаҙалды. Яраһын бинт менән бәйләп, ике яралыға ла һыҙланмаһындар өсөн укол ҡаҙаным. Бына һиңә тоҡ, тип, патрондарҙы Всеволодычҡа тапшырҙым. Үҙем һәр ҡулға бер автоматтан атам. Отрядҡа баш күтәрергә бирмәй бит ҡәһәр һуҡҡыр хохол. Төнөн күреү приборҙары бар тегеләрҙең, беҙҙең арттан көндөҙгөләй тоҫҡап аталар. Башҡаса әмәл ҡалмағас,  төтөн шашкаларын ырғытып,  ҡалған егеттәргә сигенергә команда бирҙем. Төтөн пәрҙәһе таралғансы, уларҙан елдәр иҫкәйне инде. Хәҙер прицел аҫтында беҙ генә ҡалдыҡ. Ике яуҙашыма, инде үҙебеҙгә сығырға кәрәк, мин атам - һеҙ шыуышаһығыҙ, тием. Юҡ, беҙҙе барыбер ҡотҡаралар, артыбыҙҙан киләләр ул, тип ҡуҙғалмайҙар былар. Улай булғас, мин сығып, дошмандың иғтибарын үҙемә алам, ә һеҙ китегеҙ, тип, воронканың икенсе яғына күсеп, ул яҡтан ата башланым. Хохол миңә ут яуҙыра. Ике яуҙашым ҡасып өлгөрҙө шулай ҙа. Дошман менән атышып ятҡанда  кинәт тын булып ҡалды. Күпмелер ваҡыт үткәс яңынан атыш, шартлау тауыштары ҡайтты. Контузия алғанмын икән, ваҡытлыса һаңғырауланғанмын. Уңайлы мәл менән файҙаланып, үҙем дә шыуыштым тегеләр артынан. Ә снайпер йоҡламай – пулялары баш осонда шыйҙай ғына. Яралы яуҙаштарымды ҡалай ҙа ҡыуып еттем. Әммә артабан барырға дошман бөтөнләй ирек бирмәй. Шунда иптәшем «Че, әйҙә ятып торайыҡ, үлгән икән тип уйлаһындар», - тигәс, ярты сәғәт ҡыбырламай шым ғына һөйләшеп яттыҡ. Был ҡотолоу Хоҙай тарафынан бүләк ителгән икенсе тыуған көнөбөҙ ине.Был яуҙа 19 кеше “300” (яралы), 2 кеше “200”  (һәләк) булды. Үҙебеҙгә сығып бөткәс, ике яуҙашыбыҙҙың үле кәүҙәһе артынан тағын шул ҡырға әйләнергә тура килде.

Дошманды ҡыуғанда

-Үҙ теләктәре менән хәрби операцияға күп пенсионер хәрбиҙәр юлланды. Башланған әҙере аҡса түләйҙәрме-юҡмы, ул хаҡта бер кем дә уйланманы. Тәү сиратта, илебеҙ һағында булырға теләнек.

Артур Ғайназаров «линейкала» (алғы һыҙатта) Попасное, Лисичанск, Горское ултыраҡтарын  дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша.

- Горское ҡалаһында беҙҙе лицейҙа урынлаштырҙылар. Ябай халыҡ башта бик шикләнеп ҡараны. Ялан кухняһына саҡырып ашатып, ярҙам иткәндән һуң ғына асылдылар. Балалар  ғына баштан эскерһеҙ булды: һүрәттәр төшөрөп, хаттар яҙып беҙҙе ҡыуандырҙы. Ял минуттарында китапхананан берәй китап алып уҡыйым тиһәм, иҫ китте – рус телендә бер әҙәбиәт тапманым. Уның ҡарауы, Рәсәй дошмандары тәрбиәләгән, үҙҙәренсә уйҙырып боҙоп яҙылған тарих китаптары тулы кәштәләрҙә. Ысын тарих теркәлгән дәреслек тапмаҫһың унда. Минең аптырауыма оҙатыусым бында электән шулай булғанлығын әйтте, өйөндә һаҡланған  рус әҙәбиәтен тәҡдим итте. Шунда ысын фашистҡа ҡаршы ҡорал тотоп сығыуыма тағын бер инандым.  Бандера, Гитлер портреттары, фашист свастикаһы тулы подвалдарҙы телевизорҙан да күргәнегеҙ барҙыр – был ысындан шулай.  Дошманды ҡыуғанда аҙ күрмәнек ундайҙы. Ғәҙәттә,  тыныс халыҡ беҙҙе  яҡшы ҡабул итте. Күбеһе йәш түгеп, рәхмәттәр уҡыны. Ләкин «Һеҙ бында ниңә килдегеҙ? Үҙ хәлебеҙҙе үҙебеҙ күрер инек әле», - тип әрләүселәр ҙә табылды. Аҙаҡ ул кешеләрҙең яҡындары беҙгә ҡаршы һуғышҡанлығы асыҡланды.

«Әхмәт» хаҡында

-Бәғзеләр ҡыҙыҡ та инде. «Әхмәт» интернет өсөн генә эшләй, “ Тик-ток ғәскәре”, тип  тә ебәрә. Уларҙы яуҙа күргәндәр бөтөнләй икенсе фекерҙә бит әле. «Әхмәт» махсус отряды чечендарҙан ғына тормай. Унда бөтә Рәсәйҙән күп милләт вәкилдәре ҡатнаша. Осрашырға тура килде улар менән. «Чечня, сәләм», тип сәләмләгәйнем мин дә уны-быны уйламай. Бер яугир «Юҡ, Өфө сәләм», тип йылмайып ҡаршыма килеп баҫты. Өфө егете булып сыҡты ул. “Тизил” позывнойлы яҡташыбыҙ улар менән китте. Бик ҡаты һуғыша «Әхмәт» спецназы, тип һоҡланыуын йәшермәне ул аҙаҡ.

 

Яугир кәңәштәре

 -Операцияға юлланыусыларға шуны  әйтәм: ялан, урман, окоп, ташландыҡ бина  шарттарында көн итәсәкһегеҙ. Аяҡ кейеменең уңайлы булыуы бик мөһим. Шуның өсөн итектәр алдан кейелгән, аяҡ өйрәнгән булырға тейеш. Яңы аяҡ кейеме бер нисә сәғәт эсендә  аяҡты йөрөй алмаҫлыҡ  ышҡыуы мөмкин.. Ҙур рюкзак) булырға тейеш. Сөнки йәшәү өсөн бар кәрәк-яраҡ үҙегеҙ менән йөрөйәсәк. Сәғәт ономағыҙ. Тартмаһағыҙ ҙа, тәмәке алығыҙ. Уны алыш-бирешкә файҙаланып та була. Туристар өсөн коврик йәки каремат, уңайлы һәм сифатлы эске кейем, йылы ыштан, трикотаж башлыҡ, бирсәткәләр, тубыҡ, терһәк өсөн һаҡлағыстар, фонарь алыр кәрәк. Бинт, йод, зеленка, лейкопластырь, йылытыусы маздәр, активлаштырылған күмер, аскорбин кислотаһы кеүек медикаменттар мотлаҡ. Ҡапҡылап алырға шоколадтың да зыяны теймәҫ, төшкө аш һәр саҡ эләкмәүе лә мөмкин.

Өйгә ҡайтҡас

Яңы контракт төҙөргә бирмәйҙәр Ғайназаровҡа. Уның күкәрәгендә  «Ҡыйыулыҡ өсөн», генерал М.Шайморатов, «Луганск һәм Донецк милли республикаларын азат итеү өсөн» миҙалдары,  ҡаһарманлыҡ өсөн Луганск республикаһының почет грамотаһы, «Хәрби туғанлыҡ» миҙалы. Дауаланыу, реабилитация  күп ваҡыт ала. Унан тыш, МХО-ға әҙерләнеүселәргә ярҙам итер кәрәк.  

 -Махсус хәрби операцияһынан ҡайтҡас,  Ыҫтамғолдан Азат исемле иптәшем менән һунарға сыҡҡыланыҡ. Тегендәге хәлдәр менән күп ҡыҙыҡһынды, йәшермәй һөйләнем.  Һис көтмәгәндә:«Мин әҙер. Әйберҙәрем йыйылған. Китәм»-, тип шаңҡытты. Улының хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанын ғына  көткән икән. Баҡһаң, минең һөйләгәндәрҙе һеңдереп, әҙерләнеп йөрөгән. Әле штурм ротаһының хәрби фельдшеры булып хеҙмәт итә, Хоҙай һаҡлаһын инде үҙен!

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының башта ирекмәне була. Аҙаҡ социаль координатор итеп тәғәйенләйҙәр Артур Йәдкәр улын. Фондтың төп маҡсаты – МХО ветерандарын һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларын социаль яҡтан булышлыҡ итеү. Фонд тейешле ярҙам сараларын алыуҙа ярҙамлаша. Бында медицина һәм социаль реабилитациялау, дарыуҙар менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, техник реабилитация һәм шифахана-курорт дауаланыу саралары, ветерандарҙы яңынан уҡытыу һәм эш менән тәьмин итеүҙә ярҙам инә. МХО-ға йыйыныусы ирекмәндәр Артур Ғайназаровтың кабинетында ниндәй документтар йыйырға  кәрәклеге, әҙерлекте нисек ойоштороу хаҡында файҙалы кәңәштәр ала.

-Һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә ҡара ҡайғынан  һуң яңынан тормошҡа ҡулайлашырға ла ярҙам итәбеҙ. Тормош дауам итә. «Үҙ ғаиләм»(«СВОя семья») тип аталған төркөм асылған. Унда ҡәҙерлеләрен яуҙа юғалтҡан яҡташтарыбыҙ менән эскерһеҙ, асыҡтан-асыҡ  әңгәмә алып барыла. Уларҙы күтәрмәләү йәһәтенән төрлө саралар ойошторабыҙ. Бер кемде лә ҡайғыһы менән яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Һуңғы арала ғына Ғәлиәхмәрҙә Әмир Ғибәҙуллин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир, Ҡоҙаш ауылында Батырлыҡ ордены кавалеры Айгиз Закиров исеменә бағышланған ярыштар уҙҙы.

Ярҙам өсөн шелтә

Украина прокуратураһы күптән түгел Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа ғәйеп таҡты. Йәнәһе лә Рәсәй ғәскәрҙәрен матди ярҙамдан өҙмәй. Һүҙ МХО зонаһына гуманитар конвойҙар ебәреү хаҡында. Ысынлап та, Башҡортостан МХО-ға ярҙам буйынса беренселәр рәтендә.  Операция башынан 130 колонна ойошторолдо. «Һәр колонна – беҙҙең еңеүгә индергән өлөш. Әлбиттә, ауыр маршрут буйынса йөрөү – үҙе ҡаһарманлыҡ», -тигәйне Радий Фәрит улы.

-Радий Хәбиров үҙ миҫалында башҡа региондарҙың башлыҡтарын да әйҙәй, -ти Ғайназаров. -Был һорауҙа власҡа булышлыҡ күрһәтергә кәрәк, ә әрләргә түгел. Аллаһҡа шөкөр, өйҙәребеҙҙә газ, һыу үткәрелгән, йылы һәм яҡты,  бер кем ас ултырмай, күктән бомба-ракеталар яумай - был үҙе генә ҡалай яҡшы икәнлеген тегендә булып ҡайтҡас ҡына аңлайың...  Фронттан һуң  хөкүмәтебеҙгә, илебеҙгә хаҡ баһа бирҙем, юҡары баһа!  Фашистҡа, дау-болаларға   яугирҙар ғына ҡаршы тороуы аҙ. Бөтөн халыҡ менән берҙәм көрәшергә тейешбеҙ. Шунһыҙ еңеү бик ауыр биреләсәк. Йортобоҙҙан алыҫ торған сағында  дошманды ҡыйратып һалыр кәрәк. Күреп торағыҙ, фашистың ил сиген йырып инеп, төпкә үтергә тырышыуын. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, беҙгә ҡаршы Украина ғына түгел, 57 ил һуғыш  алып бара. Беҙҙең илебеҙҙең ҙурлығы, байлығы тыныс йоҡларға бирмәй уларға.

Ҡатын-ҡыҙ урыны

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа махсус операцияға барыр өсөн нимә кәрәк, тигән һорау менән килә кабинетҡа. Уларға, әлбиттә, башта яҡшылап уйланығыҙ, кәрәкме ул һеҙгә, тигән һорау ҡуймай булдыра алмайым. Унда һуғыш, бысраҡ, бихисап ирҙәр, тием. Ир-егеттәр килеүе – бер, ә бына ҡатын ҡыҙ бында, илебеҙҙә күберәк файҙа килтермәйме икән?  Бер йәш ҡыҙ килде. Медицина белеме алыр инең, тинем. «Мин уҡығансы һуғыш бөтөп ҡуйһа», -ти. Был хәрби операция ни тиклем тиҙерәк бөтә, шулай яҡшыраҡ та бит. Ҡурған өлкәһенән Ғәлиә исемле снайпер кеүек ҡатындар ҙа әҙ түгел, әлбиттә, яу яланында. Ул өс балаһын ҡалдырып, ипотекаһын түләп бөтөү юлын шулай күргән. Ләкин күп ҡатын-ҡыҙҙарға  балаларын тәрбиәләп, олоғайған ата-әсәсләренә ярҙам итһәләр, яҡшыраҡ булмаҫмы, тием. Бик күп битараф булмаған гүзәл заттар ирекмән булып та фронтҡа ярҙам итә. Аңлашыла, улар ҙа өлөш индергеләре килә, өйҙә буш ултырмайыҡ, тиҙәр.  Ниңә буш ултырырға – хәҙер ҡайҙа ла ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, шәмдәр әҙерләй, яугирҙәрҙең яҡындарына булышлыҡ итә һәм башҡа. Ирекмән яҡташыбыҙ Эльвира төҙөгән «Бергә беҙ көс» тип аталған төркөм, мәҫәлән, 4 ай эсендә ике миллионға яҡын һумға әйбер һатып алып, алғы һыҙыҡҡа ебәрә. Унда сөй, көрәктәрҙән башлап, УАЗ, квадрокоптер кеүек кәрәкле техникаға туплана. Төркөмдә Учалыла йәшәүселәр генә түгел,башҡа төбәктәрҙән дә битараф булмаған кешеләр хәлдәренән килгәнсә аҡсалата ярҙам күрһәтә.

Ҙур файҙа

-Хеҙмәт итергә теләүселәр әҙ түгел. Яңыраҡ буйы ике метр самаһы арыҫландай егет мөрәжәғәт итте.  Һоҡланғыс, әлбиттә. Ләкин танкка ул һыймай. Йәйәүле отрядта әллә ҡайҙан күренеп торған асыҡ сәп. «Һин квдрокоптер һатып ал да, шуның менән оҫта идара итергә өйрән. Был бит дрондар һуғышы. Шунда һин иң тос өлөшөн индерә алырһың»,- тинем. Ғөмүмән, ДОСААФтарҙа квадрокоптерҙар курсы асырға кәрәк, тип өндәйем.  Программистар кәрәк яуҙа, водителдәр етешмәй.

Полигонда күп йәштәрҙең йәне сыға яҙа. Улар физик яҡтан әҙер түгелдәр.Үҙ теләгең менән яу яланына барам, тиһәң, күнекмәләр эшләргә, мотлаҡ көн дә йүгерергә, үҙеңде әҙерләргә кәрәк.

Кабинет эшләй

Ғайназаровтың кабинетында һөйләшкән арала МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙарҙың яҡындары килде. Фирүзә Яҡуп ҡыҙы менән Фәрүәз Әнүәр улының улдары Донецк  республикаһында алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеп, әле госпиталгә эләккән. «Психолог» позывнойлы яугир Чечен һуғышының да ветераны. Юридик белеме булһа ла, ғаиләлә уртансы малай булып үҫкән егет кешеләрҙең психологияһын да яҡшы белә икән. Үҙенә үҙе ҡул һалам, тигән еренән берәүҙе аҡылына кире килтергән осраҡ та бар. «Психолог» 2022 йылда мобилизацияланған.«Ике улыбыҙ әле ситтә. Кесеһе федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре, әле Курск ерендә. Госпиталдәге уртансыбыҙҙың балаларын  «Урал»  санаторийына урынлаштырҙыҡ. Льгота буйынса ике аҙна бушлай ял итәсәктәр. Атаһының тубығына операция тәғәйенләгәндәр. Шуға Ҡурған өлкәһенә квота рәсмиләштереп йөрөйбөҙ»,- ти яугирҙың әсәһе.

Киләсәккә өмөт

 -Пенсияға сыҡҡас, Ирәмәлгә туристарҙы йөрөтә башлағайным. Йондоҙло күктәргә ҡарап ятып донъяның фанилығы тураһында күп уйландым. Кеше ниҙелер бүлешә алмай, үпкәләшкән була, бәғзеһе туғандары менән дошманлашып йөрөй. Ә ғүмер тигәнең һә тигәнсе үтә лә китә. Хәҙер хыялым – МХОла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн туристик реабилитация үҙәге асыу, - ти ветеран Артур Ғайназаров, һаман ярҙам итеү теләге менән янып.

Илһөйәрлек – ул ҡанда. Тыуған илгә ҡалҡан булырлыҡ улдар үҫтерәйек, тигән теләген дә белдерҙе яугир.

          Әлиә Усманова.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: