Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август , 10:44

Учалы яҡтары “балыҡлы”

 Ә бына күрше Белореттағы 35 йәшлек ир аҡсаһын аҙыраҡ юғалта,  әммә нығыраҡ ғәрләнергә  тура килгәндер.

Учалы яҡтары “балыҡлы”
Учалы яҡтары “балыҡлы”

Халҡыбыҙҙың фиғеле шулай инде, берәйһе ипле итеп, рәсмирәк яңғыраған рәүештә  өндәшһә, ышана ла ҡуя.

 Районыбыҙҙа фельдшер булып эшләгән 47 йәшлек ҡатынға элемтә операторы исеменән кемдер шылтырата. Сим-картагыҙ оҙаҡламай ғәмәлдән сығарыла, алыштырыр кәрәк, тип код һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәрҙе әйттерә. Һуңынан, билдәле инде, иҫәптәге  19 мең һумды һыпырып ала ла, эҙһеҙ юғала.  Миллиондар ятһа, миллиондарҙы ла һуғыр ине...Ҡырҡ түгел, мең дә ҡырҡ тапҡыр яҙылған, нисәмә иҫкәртеүҙәр яһалған алдау схемаһы, ләкин был ҡармаҡҡа ла эләгеүселәр булғас, жуликтар “балыҡлы урындан” китмәй.

 Ә бына күрше Белореттағы 35 йәшлек ир аҡса аҙыраҡ юғалта,  әммә нығыраҡ ғәрләнергә  тура килгәндер. Ҡыҫҡаһы, тормош юлдашы табыу теләге менән интернетҡа анкетаһын ҡуя. Оҙаҡламай бер “администратор” уға хәбәрнамә ебәрә – шатлан, йәнәһе лә, һиңә тура килерлек ҡыҙ таптыҡ. Белешмә хеҙмәтләндереүе күрһәткәне өсөн 2 мең һум аҡса һорай. Ир түләй һала, әммә кәләш бәйләнешкә бер ҙә сыҡмай икән. Шылтырата башлай, “администратор” осрашыу урынын күсерә лә, кисектерә генә, ә аҡсаны кире ҡайтарыу тураһында һүҙ сыҡҡас, ресторанға фәлән-фәлән сәғәткә кил, тип ҡуша. Ир килә, әммә 5 мең һумлыҡ һыйҙы яңғыҙы ауыҙ итергә тура килә.  Ярар ҙа, шунан һуң полицияға мөрәжәғәт итә, юғиһә кеҫә төбөн ҡоротҡансы аҡса һығырҙар, үҙен этләндерерҙәр ине. Ә яҙған кәләше былай ҙа осрар.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: