Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь , 14:57

Туризм бөгөн – ул ҙур бизнес

Учалы районында “көс урындары” байтаҡ икән. Уларҙың күбеһе, мәҫәлән, Ахун ауылы янында урынлашҡан. Ни ғиллә менән улай икәнен, бәлки, киләсәктә археологтар асыҡлар.

Туризм бөгөн – ул ҙур бизнес
Туризм бөгөн – ул ҙур бизнес

Ирәмәлгә барғанығыҙ бармы, дуҫтар? Тапты һорарға әйбер, тигеҙ инде. Һәр кем туған-тыумасаһы араһында ғына иҫәпләп ҡараһа, бөгөлгән бармаҡтар әҙ буласағына иманым камил. Был йәһәттән учалыларҙы ике төркөмгә бүлергә мөмкин: йә йыл һайын тиерлек “ер кендеге” (боронғо төрки теленән тәржемәһе был) тип сабыусылар, йә Ирәмәлдең яҡынса ҡайҙа икәнен генә төҫмөрләүселәр. Хәйер, киләсәктә күрҙек, тип күкрәк ҡағыусылар артыр тип ышанабыҙ, сөнки Ирәмәл тәбиғәт паркында юл һалырға ҡарар ителгән. Ошо һәм Учалы төбәгенең башҡа матур, шифалы, тылсымлға эйә тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында һүҙ барҙы районыбыҙҙа туризмды үҫтереү буйынса ултырышта. Урындағы туриндустрия өлкәһендә мәшғүл эшҡыуарҙар Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко менән берлектә Учалы районына күберәк туристар йәлеп итеү мәсьәләһен сисергә тырыштылар.

Эльвира Ринат ҡыҙы ла, Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы ла Учалы һауаһын һулап, һыуын эсеп үҫкән үҙ кешеләребеҙ. Тыуған яҡҡа һөйөү һәм яҡташтарына булған туғандарса етди талап берләштерә уларҙы. Еребеҙҙе исраф итмәй, боҙмай-емермәй, бында йәшәгән кешеләрҙең файҙаһына тотоноу кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Туризмды үҫтереү концепцияһы нимәнән хасил булырға тейеш тигән һорау ултырышта ҡатнашыусыларҙы берҙәй уйландырҙы был сарала.

-Рәсәй Федерацияһында ла, Башҡортостанда ла туризм һуңғы өс йыл эсендә әүҙем үҫешә. Төрлө программаларға бүленгән ресурстар, федераль финанслау күләме буйынса ла күренә был. Башҡа райондар тәҡдимдәрҙе элеп алып, файҙаланалар, ә беҙҙең Учалы районынан формалашҡан туристик продукт күрмәйбеҙ әлегә – быныһы үкенесле, әлбиттә. Еребеҙҙең мөмкинлектәре, тәбиғи потенциалы башҡалар менән сағыштырғанда өҫтөн булыуға ҡарамаҫтан, теләүселәр юҡ. Мин үҙ йәһәтемдән ярҙам итергә әҙермен, - тине Эльвира Айытҡолова ултырыш башында.

- Анализ эшләгәндән һуң, беҙҙә халыҡтың йәшәү рәүеше тау-байыҡтырыу комбинаты ритмына ҡоролған, тигән һығымтаға килдем. Бар кеше лә мәшғүл, эшенә үҙ, ялына үҙ ваҡыты – барыһы ла һәүетемсә, тотороҡло. Ә бына Ҡыйғыла йорт аша эшҡыуар, сөнки унда комбинат юҡ. Ә бит ер аҫты байлыҡтары мәңгелек түгел. Субсидиялар бүленгәндә файҙаланып ҡалһағыҙ ине. Сибайҙа 4000 кеше карьер ябылыу арҡала эшһеҙ ҡалды, ишеткәнегеҙҙер. Улар хәҙер туристарҙы йәлеп итер өсөн үҙҙәренә тарих әүәләп маташа, әммә был еңел эш түгел. Беҙҙә иһә ҡайҙа ҡараһаң да тарих. Йылға-күл булһынмы ул, тауҙармы, ерме – барыһы ла үҙ тарихы менән. Беҙ ятып ҡалһаҡ, ситтән килгән сосораҡтар табылыр. Күрше Әбйәлил районын ҡарағыҙ – бар объекттар ҙа тиерлек Силәбе эшҡыуарҙарының ҡулында. Беҙҙең районыбыҙ әле тейелмәгән, тиһәң дә була. Шулай ҙа өлгөрөргә тырышыр кәрәк. Субсидия, программалар менән ярҙам булған саҡта бигерәк тә. Туризм бөгөн – ул ҙур бизнес.

Хәҙер беҙ тулыһынса туризм менән һуғарылған өр-яңы милли проектҡа инәбеҙ. Туристарҙы урынлаштырыу менән бәйле тулайым турҙар  50/50 (иллегә илле) суммаһында субсидиялана. Кемпинг өсөн 4 миллион һум аҡса бирелә, һәм 4 миллионын эшҡыуар үҙе һалырға тейеш. Проект 8 миллионлыҡ килеп сыға инде. Төп шарт – бер нисә кемпингҡа йылытылған, уңайлыҡтары хәстәрләнгән, исмаһам,  бер бәҙрәф булырға тейеш. Пляж 7 миллион менән субсидиялана. Глэмпинг – модулле урынлаштырыу номерҙарының береһе өсөн (мотлаҡ шарттар хәстәрләнгән, йылытылған бәҙрәф менән булырға тейеш) 1,5 миллион һум бирелә.  “Тәңре” турбазаһы һәм “Ҡараиҙел” глэмпинг урынлаштырыу модулдәрен миҫал итеп алырға була. Сумма менән сикләүҙәр юҡ, теләйгеҙ икән 50 модуль ҡуя алағыҙ. “Туристик маршрут” тип аталған ярҙам төрө бар. Маршрутты әҙерләүгә 1,5 миллионға тиклем һум  аҡса бүленә. Был ярҙамды алыр өсөн иң мөһиме маркировка, навигация һәм сайт эшләү.Ҡуртымға туристик ҡорамалдар биреү менән шөғөлләнәм тиеүселәргә 2 миллион һумға тиклем аҡса бирелә.

Был проект киләсәк 5 йылға ҡабул ителгән.Программала ҡатнашыуҙың төп шарты – ер участкаһы тейешенсә рәсмиләштерелгән  булыуы һәм эшҡыуарҙың ОКВЭД теҙмәһендә тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр булмауы,- тип һүҙ тотто Зөһрә Гордиенко.

Учалы район хакимиәтенең  “бизнес-шерифы”, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса комитет рәйесе Әсхәт Әсәҙуллин үҙ сығышында районыбыҙҙың туристик яҡтан уңайлы урынлашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Беҙҙең төбәктең иҫтәлекле урындары, тарихи ҡомартҡылары хаҡында һөйләне.

Учалы районында “көс урындары” байтаҡ икән. Уларҙың күбеһе, мәҫәлән, Ахун ауылы янында урынлашҡан. Ни ғиллә менән улай икәнен, бәлки, киләсәктә археологтар асыҡлар.

Ахун һынташтары тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Британияның Стоунхенджына оҡшаш, ҡайһы белгестәр әйтеүенсә, хатта унан боронғораҡ ҡомартҡы был. 70 сантиметрҙан алып, 2 метрға тиклемге һынташтар аша (бөгөн улар 13 дана ҡалған) боронғолар йондоҙҙар торошон күҙәткән, тип баралар. Ахун һынташтарын да, инглиз Стоунхенджтарын кеүек, космологик архитектура объекты тип иҫәпләргә кәрәк, тип таба тикшереүселәр. Бынан тыш, ҡайһы бер ғалимдар Ахун һынташтарын Волга-Урал мәҙәнитәте барлыҡҡа килгән үҙәккә индерергә тәҡдим итә. Туристарҙан өҙөлмәгән Арҡайым да шунда ҡарай.

Ахун ауылы эргәһендәге урманда эсе туҫтаҡ ише соҡорло 13 эре таш киҫәге бар. Ул соҡорҙарҙа һыу йыйыла. Был таштар теләктәрҙе ҡабул итә тигән хөрәфәт тә йәшәп килә. Легенда буйынса, көнсығыш яҡта туҫтаҡтарҙа шифа биреүсе тере һыу. Көнбайышта туҫтаҡтар үле һыу менән, ул  ҡорбан килтереү, күмеү кеүек ритуалдарҙа ҡулланыла, имеш.

“Көс урындарының” тағы бер нөсхәләре – боронғо пирамидалар. Һалынған  таш өйөмдәренең  бейеклеге 2 метр самаһы, нигеҙе метр ярымлыҡ таш киҫәктәренән тора. Ҡоролмаларҙың ҡыры әлеге магнит полюсына йә ер тарафтарына  табан йүнәлгән.  Ошондай иҫ киткес пирамидалар Миндәк, Кирәбе, Юлдаш, Ҡунаҡбай, Ураҙ, Муса ауылдарынан алыҫ түгел урынлашҡан. Белгән кешеләр был боронғо ҡоролмалар янында бик көслө энергетик үҙәк бар, тип ышандыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың йәш арауығын  былай ғына билдәләп булмай, ҡиммәтле  анализ үткәрергә кәрәк.

Миндәк ауылы эргәһендә таш куб бар. Тылсымлы һандыҡ тип тә йөрөтәләр үҙен.Был куб та легендаларға сорналған. Борон урындағы халыҡ һандыҡ-ташҡа 4 теләк теләргә килгән. Дүрт мөйөшкә дүрт ҡауырый һалып, уларҙың хәрәкәтенән ҡайһы теләк тиҙерәк тормошҡа ашыуын юраған. Ҡайтып барышлай, беренсе осраған кешегә һәм Ҡарағужа ауылының иң изге бәндәһенә тәңкә биреү тейеш булған.

“Көс урыны” ғына түгел, археологик ҡомартҡы булған Баҡшай ҙа һуңғы йылдарҙа популярлыҡ яулай. Археологтар һәм башҡа ғалимдар әйтеүенсә, Баҡшай бер юлы ғибәҙәт усағы ла, археоастрономик ҡоролма ла. Ғибәҙәтханаға яҡынса 5 мең йыл, ә унан йыраҡ түгел табылған ултыраҡҡа 12 мең йыл тип баралар.

Ғөмүмән ошо һәм башҡа объекттарҙы Башҡортостандың иң серле һәм мистик урындарының береһе тип һанарға мөмкин.

Заман башҡа, заң башҡа, ти халыҡ. Үрҙә телгә алынған пирамидалар тураһында ҙур түрәләр белгәс, асыҡлағанға тиклем теймәҫкә һәм улар тураһында бер кемгә лә әйтмәҫкә бойороҡ биргән, тип тә һөләйҙәр. Бәлки, хәҙер килеп ошо мөғжизәләр сере сиселер ҙә, таш туҫтаҡтар, һынташтар, пирамидалар тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла башлар. Ахундағы Зәйнулла Рәсүлев уҡыған ағас мәсет, Изге Вознесенка ҡорамы кеүек ғибәҙәтханалар ҙа тейешле иғтибарға төрөнөр. Комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән Өргөн, Ҡарағайкүл, Ҡалҡан күлдәре, гидрокарбонатлы, кальций һәм магний менән минералланған Әүешкүл дә, бәлки, туризм үҫешеү менән ҡаралып, үҙҙәренең тәбиғи матурлығын һаҡлап ҡалыр ине. Төбөнә ләм үҫеп, күлгә зыян килтереүсе микроорганизмдар һәм үҫемлектәр барлыҡҡа килеп, һыу бысрана һәм, ваҡыт үтеү менән, күл урынында батҡыллыҡ ҡына булып ҡалыуы ихтимал, ти күлдәрҙе өйрәнеүсе лимнология белгестәре.

Туризмды үҫтереү тураһында һүҙ ҡуйырғас, киләсәктә был йүнәлештә белгестәр ҙә  талап ителәсәк. Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ йүнәлеше буйынса 9-сы һәм 11-се кластарҙан һуң уҡырға инергә була. С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейын тамамлаусы Айназа Абилова Көньяҡ-Урал дәүләт университетының Спорт, туризм һәм сервис институтында белем ала. Әле ул икенсе курсты башланы. Айназа мәктәптә уҡығанда уҡ ошо йүнәлеште һайлаған. «Туризм әле беҙҙә киң таралыу алмаған. Әммә ул йылдан йыл үҫә бара. Беҙ, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ буйынса буласаҡ белгестәр, туристик продуктты формалаштырырға, үҫештерергә һәм уны тормошҡа атҡарырға өйрәнәбеҙ», -ти ҡыҙ. Беренсе курсты яҡташыбыҙ тик яҡшы билдәләргә тамамлаған. Ошондай алға ҡарай белгән йәштәр кеүек булайыҡ, беҙ ҙә “Ҡуй, юҡты!” тимәйек әле, уйланайыҡ.

Әлиә Усманова.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: