Яйыҡ
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь , 13:16

Барыһы ла фронт өсөн!

   Һөйләшеү аҙағында Илдар ағай киләсәктә тағы ла гуманитар ылау алып барырға уйлауын еткерҙе һәм әгәр кем дә булһа яуҙа йөрөгән яҡындарына шәхсән күстәнәстәр биреп ебәрергә теләһә, алып барып тапшырырға әҙер булыуын әйтеп үтте. -Иң мөһиме, был афәт тиҙерәк тамамланһын, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен ине, -тип теләк белдерҙе ул.  Амин, шулай ғына булһын инде!

Барыһы ла фронт өсөн!
Барыһы ла фронт өсөн!

Берҙәмлектә – көс

Махсус хәрби операция башланыуға  ике йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Ошо арауыҡ эсендә халыҡ та үҙен төрлөсә күрһәтте: кемдәрҙер үҙ теләге менән яуға ашҡынды, берәүҙәр, мобилизациянан ҡасып, сит илгә сығып китеүҙе хуп күрҙе, бәғзеләре иһә, «был миңә ҡағылмай»  тип, бер ни булмағандай,  донъя көтөүен дауам итте. Ә бик күптәр, бер төптән булып,  яу яланында йөрөгән һалдаттарға ярҙам итеү, уларҙың ауыр хәлен әҙ булһа ла еңеләйтеү өсөн көс һала башланы.

Беҙҙең Әүешкүл, Ялсығол ауылы халҡы ла был изге эштән ситтә ҡалмай, һәр саҡ хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырыша.  Ошо көндәрҙә  «Әүешкүл йәшмәләре» халыҡ фольклор анмаблендә ҡатнашыусы Рима апай Байрамғолова  улдары Ринат менән Радиктың яугир ҡустылары янына барырға әҙерләнеүен хәбәр итеп, ярҙам ҡулы һуҙыуыбыҙҙы һораны. Ансамблдә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар йәһәт кенә  йыйылышып, сәк-сәк бешереп ебәрҙе, һәр кем үҙенең күстәнәстәрен дә алып килде. Эш араһында апайыбыҙ улдарының үҙҙәре генә түгел, ә Батыршин Илдар ағай менән барырға әҙерләнеүен белдерҙе. Ул арала булмай,  Әүешкүл һәм Ялсығол ауылы халҡына яҡташыбыҙ Илдар ағай үҙе лә мөрәжәғәт итте. Баҡһаң, ул МХО-ла йөрөгән яҡташтарға «УАЗ» машинаһын алып барырға йыйына икән. Ошо машинаға запас тәгәрмәстәр эҙләүен белдереп, ярҙам һораған. Әгәр тағы берәйһе үҙенең таныштарына йәки яҡындарына әйбер-фәлән ебәрергә теләһә, юл ыңғай ҡалдырып китергә мөмкин булыуын да белдергәйне ул. Был юлы ла ауылдаштар дәррәү күтәрелде. Берәүҙәр аҡсалата ярҙам итһә, икенселәр бал, ҡаҙ, ҡаҙы, ҡорот  кеүек  сит яҡтарҙа танһыҡ ризыҡтар килтерҙе. Медикаменттар, маскировка селтәрҙәре, тәмәке, көндәлек кәрәк-яраҡтары, хатта төҙөлөш материалдары йыйып, юлсыларға хәйерле юл теләп оҙатып ҡалды йәше-ҡарты.

Бына, ниһайәт, ир-азаматтарыбыҙ имен-аман барып етеп, гуманитар ярҙамды тапшырыуын белдереп, изге хәбәр еткерҙе. Бер нисә көндән инде улар тыуған яҡҡа ҡайтып еткәс, барыбыҙ ҙа иркен тын алдыҡ.

Бала саҡтан белеп үҫкән Илдар ағайҙың шунай изге юлда йөрөүе күңелдә һоҡланыу  ҡатыш ҡыҙыҡһыныу уятты. «Батыршин» фамилияһын тиккә генә йөрөтмәй икән батыр ағайыбыҙ. «Махсус операцияла берәй яҡынығыҙ ҡатнашамы?», - тип һорауыма ул былай яуап бирҙе:

  • Ярҙам кемгәлер тәғәйен төбәп түгел, үҙем күңелем ҡушыуы буйынса барып ҡайтырға уйланым. Яйлап иптәштәр-таныштар ярҙамы менән аҡса йыйылды. Бер ҡәйнешем август башында яуҙа вафат булды, икенсеһе әлеге мәлдә алғы һыҙыҡта, хат-хәбәре юҡ. Ағайымдың улы ла шунда йөрөй. Дуҫлашып, иптәш булып йөрөгән кешеләрем унда, ҡайһыларының улдары яуҙа. Нагаево, Юрмаш, Иглин яҡтарынан, Учалынан таныштар әйбер ебәрергә теләк белдерҙе. Бына ауылдаш егеттәр ҡушылды, ҡустыларына барып ҡайтырға тип. Нисек “юҡ” тип әйтәһең? Бергә-бергә юл йөрөүе лә күңеллерәк бит.
  • Юлда ҡурҡыныс булманымы?-тип һорайым ағайҙан. Ни тиһәң дә, һуғыш барған ерҙәрҙгә яҡын йөрөп ҡайттылар бит инде. МХО-ға ла халыҡтың ҡарашы төрлөсә.
  • Юҡ, -ти ул.- Ҡурҡһаң өйҙә генә ултырырға кәрәк бит. Йәш саҡта Себер тарафтарына йөрөп эшләнде, төрлө хәлдәргә осраған булды. Өсәүләп барғас тағы ла ышансылыраҡ. Бына иҫтә ҡалырлыҡ бер хәл булды, уныһын әйтеп үтмәй булмай. Волгоград өлкәһенән үтеп барғанда бер еңел машина туҡтатты ла, 11-12 йәш тирәһендә малай менән бер ҡатын төшөп беҙҙең  янға йүгереп килде. «Гуманитарку солдатам везете?»-тип һорай ҡатын. Беҙ нимә  тип әйтергә лә белмәй киттек. Артҡы тәҙрәнән маскировка селтәрҙәрен, тәгәрмәстәрҙе күреп аңлағандар икән, “Беҙҙән дә ярҙам булһын”,-тип, бутылка менән минералка, бер мең аҡса биреп киттеләр. Шул тиклем аптыраным да, ҡыуандым да ошондай изге күңелле кешеләр булыуына, -тип тулҡынланып һөйләне Илдар ағай.

-Яҡшы кешеләр күп бит ул, туғаным. Бына Туймазынан Илшат исемле бер иптәш ныҡ ярҙам итә, -тип дауам итә ағай. – Уның атаһы Әхмәтзыя Закир улы Залялов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған, Днепр, Днестр, Прут йылғаларын форсировать иткән. Кривой Рог, Кременчуг, Харьков ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. УПА составында совет һалдаттарына ҡаршы һуғышҡан украин милләтселәре менән дә алышырға тура килгән уға. Ғаиләлә 11-cе бала булып донъяға килгән Илшат дуҫ: «Беҙҙең атайҙар шул ваҡытта фашист ҡалдыҡтарын ҡырып бөтөрмәгән икән, бөгөн шуларҙы юҡ итеү – беҙҙең заман егеттәре иңенә төшкән бурыс, ә беҙ ошо яугирҙәргә ярҙам итмәһәк, атай-олатайҙарҙың рухын рәнйетеү булыр» - тип, бар көсөн һала, уға ныҡ рәхмәтлемен, ысын дуҫ ул.

     Илдар ағай, Ринат менән Радик яуҙа йөрөгән һалдаттарға гуманитар ылау ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең  бөтәһенә лә гәзит юлдары аша рәхмәт һүҙҙәрен еткереүемде үтенде:

      - Әүешкүл мәсетендә, ауыл клубында апайҙар маскировка селәтрҙәре  үреп бирҙе. Аликаева Фәниә апай хәйер аҡсаһынан 10 мең аҡса бүлде. Орловка ауылынан Әнүәр ағай запас тәгәрмәстәр бирҙе, тиҙҙән үҙе лә «УАЗ»-ын ебәрергә әҙерләй икән. Мәҙәниәт йорто  хеҙмәткәрҙәре Фирҙәүес Ғәбитова һәм Рита Әбдрәхимова 5 меңлек дарыуҙар һатып алыуҙы ойошторҙо. Учалынан Шамил Зыя улы Фазылов етәкләгән «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» (“Своих не бросаем”) тип аталған ойошманан пенсионер апайҙар, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре 17 дана маскировка селәтәре ебәрҙе. Рөстәмдең яуға тиклем бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә матди ярҙам индерҙе.  Өфөнән Гөлназ Исхакова дрон  («Мавик») һатып алып бирешеп оло ярҙам күрһәтте. Өфө эргәһендәге Самохваловка ауылы старостаһы Оксана ханым күп көс һалды, Шмидт, Шамонино, Бурцево ауылдарынан депутаттар ярҙам итте. Волонтер Анна Викторовна йүгереп килде, ике пакет дарыу, простынялар килтергән. Бөтәһе 40 меңлек медикаменттар алып барҙыҡ. Әнисә Ишкенә ҡыҙына, Роза Марс ҡыҙына һәм, ғөмүмән, бөтә ауылдаштарға, дуҫ-туғандарға, таныш һәм таныш булмаған ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, уларҙың барыһына ла һаулыҡ теләйбеҙ.

   Халҡыбыҙҙың «Ил  төкөрһә, күл була» ,  «Берҙәмлектә-көс» тигән әйтем-мәҡәлдәре бар. Был ваҡиға ошо һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Һөйләшеү аҙағында Илдар ағай киләсәктә тағы ла гуманитар ылау алып барырға уйлауын еткерҙе һәм әгәр кем дә булһа яуҙа йөрөгән яҡындарына шәхсән күстәнәстәр биреп ебәрергә теләһә, алып барып тапшырырға әҙер булыуын әйтеп үтте.

-Иң мөһиме, был афәт тиҙерәк тамамланһын, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен ине, -тип теләк белдерҙе ул.  Амин, шулай ғына булһын инде!

 Гөлшат Шаһиева, Иҫке Байрамғол ауылы.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: