Район-ара прокуратура талабы буйынса Учалы район судында үҙенсәлекле эш ҡаралды.
Теүәл бер йыл элек, 2023 йылдың сентябрь айында була был ваҡиға. Бер һөмһөҙ яҡташыбыҙ Учалы ҡалаһының Октябрҙең 50 йыллығы урамында этен йөрөтә, бауға ла бәйләп тотмай, морондоҡ та кейҙермәй. Ажар хайуан үҙ эше менән китеп барған ҡыҙ балаға ташлана, уң ботонан тешләй.
Эт хужаһынан 25 мең һум әхлаҡи компенсация түләтеү тураһында ҡарар сығарыла. Эйе, экспертиза балаҡайҙың сәләмтлегенә “еңел дәрәжәлә зыян” тигән һығымта яһаған. Тик бына шул тиклем ныҡ ҡот осоу артабан ниндәй рәүештә эҙемтә бирәсәге тик Хоҙайға ғына алдан мәғлүм. Суд ҡарарының законлылығын саҡ ҡына ла шөбһә аҫтына ҡуймайбыҙ, әммә прокуратура талап иткәнсә эт хужаһынан 150 мең һумды ҡайырып алыу бер ҙә артыҡ булмаҫ ине беҙҙең шәхси фекергә! Мәҡәлә яҙылғанда суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне.
Ҡарауһыҙ сабыулаған эттәр айырыуса ауылдарҙа күп. Һәр кешегә һөжүм итеү осрағында эйәләре күберәк аҡса менән яуап тотһа, бәлки, сипкә ултырта башларҙар ине. Бер күренеш гел йәнде ҡарайта. Бәйһеҙ эт тураһында дәғүә ҡуйһаң, хужалары бер тауыштан “Ул бигерәк тә йыуаш һәм алсаҡ, бер кемгә теймәй!” – тип телдәре телгә йоҡмай тәтелдәй башлай торғандар. Аҡыллы кешеләр ҙә ябай ғына хәҡиҡәтте аңларға теләмәй – эйе, эт хужаһын ярата һәм унан ҡурҡа, хатта, ялағайлана, ә бына таныш булмаған һәр кешене, айырыуса, теше үтерҙәй сит балаларҙы бик тә йыш дошман итеп ҡабул итеүсән. Тәбиғәте шулай, йыртҡыс һәм ҡарауылсы бит. Бәйҙә тотоуҙан да хәүефһеҙерәк әмәл юҡтыр.
Эттәргә бәйле йәнә бер бәлә. Көҙгө мәлдә һимергән йорт ҡош-ҡортона һунарға керешкәндәр икән әлеге мәл (ике һәм дүрт аяҡлы бурҙарҙың әүҙемлеге арҡаһында ауылдарҙа һарыҡ-кәзә аҙ тотола бит хәҙер). Бына әле фотографияһын баҫтырған маһмай тауыҡ ҡарағы икәнлектә шикләнә, ҡаҙ итен дә ярата, ти. Ҡайҙан белдек? Һәр ауыл халҡы социаль селтәрҙәрҙә айырым төркөмдәрен булдырып, урындағы проблемаларҙы хәл итеү буйынса фекер алыша, аһ-зар менән уртаҡлаша. Урындағы кешеләрҙең йәнә бер фаразы – берәй эт ҡайҙалыр ауылдан ситтәрәк көсөкләгән дә, хәҙер ярым-ҡырағай эттәр өйөрө яңы һунар биләмәләрен үҙләштерә. Ҡайһы ауылда икәнлеген күрһәтеп тә тормайбыҙ, сөнки был проблема һәр тиерлек ултыраҡ өсөн ауыр проблема.
Һүрәттәге эт ҡайҙандыр “....мәктәп һәм балалар баҡсаһы яғынан сыға”, - тип тә яҙғандар. Улай икән, сабыйҙарға ла ныҡ ҡурҡыныс бит! Сәфәр ауылында эттәргә бәйле йән өшөткәс фажиғәне бик тиҙ оноттоҡ, йәмәғәт!