Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
6 Сентября 2024, 05:20

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнө башланды

Башҡортостанда республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау участкалары асылды. Был хаҡта республика Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү өс көн, 6 сентябрҙән 8-енә тиклем бара. Кандидаттар өсөн урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин.

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнө башландыБашҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнө башланды
Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнө башланды

Башҡортостанда республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау участкалары асылды. Был хаҡта республика Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү өс көн, 6 сентябрҙән 8-енә тиклем бара. Кандидаттар өсөн урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин.

Һайлауҙы республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һәм 3302 участка комиссияһы, шулай уҡ сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары һәм һайлаусылар йыйылыштары тәғәйенләгән 28 меңдән ашыу участка һайлау комиссияһы ағзаһы ойоштора.

Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ҡаты сирле кешеләр, уларҙы ҡараған һәм башҡа етди сәбәптәре булған кешеләр өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына, шул иҫәптән тауыш биреү көндө көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:
Читайте нас