Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим! Хәйерле сәғәттә башланып, аҙағы ла хәйерле булһын. Бөгөн, 6 сентябрь, теүәл 8.00 сәғәттә БР Башлығы вазифаһына, район һәм ҡала ултырағы Советтарына һайлауҙар башланды. Ҡаланың 3147-се, филармония бинаһында урынлашҡан һайлау участкаһында фәҡәт үҙебеҙгә иң беренсе бюллетендәрҙе урнаға төшөрөргә яҙҙы. Былай, участка асылыуға бер-ике тиҫтә кеше йыйылғайныҡ инде, тик бөтә кандидаттар тураһында алдан аныҡ фекергә килгәс, билдәләр ҡуйыуҙа ҡалғандарҙан етеҙерәк булып сыҡтыҡ. Ғәҙәттә, беренсе тауыш биреүсенән интервью ала торғанбыҙ, был тапҡырҙа үҙ фекеребеҙҙе еткерергә тулы хаҡ барҙыр:
-Йәмәғәт, кемде генә һайлаһағыҙ ҙа, иң мөһиме һайлау кампанияһы тыныс, тәртип һәм законды теүәл күҙәтеп үтһен! Әлеге ҡатмарлы заманаларҙа ҡотҡо сәсергә ынтылыусыларҙың хөсөтөнә һис тә бирелмәҫ, айыҡ аҡыл менән эш итер кәрәк!
....әйткәндәй, тәртип күҙәтеү өлгөһөн үҙебеҙ ҙә бирҙек тиергә мөмкин. Урнаға беренсе булып бюллетендәрҙе төшөрөүебеҙҙе фотоға ла сағылдырыға йыйынғайныҡ, комиссияла ултырған бер ҡатын, участкала фото төшөрөргә ярамай, тип тауыш сығарҙы. Тейешле аккредитация үткән журналист булып, һайлау комиссияһы ағзалары, полиция офицерҙары, мөмкин, тип әйтһә лә, бәхәс ҡубыуға сәбәпсе булырға теләмәйенсә, үҙ юлыбыҙҙан киттек. Ҡыҫҡаһы, участкала фото төшөрөргә йыйынһағыҙ, башта комиссия рәйесенән рәхсәт һорағыҙ. Һис юҡ урында тартҡылаштар сыҡмаһын.