"Һайлауҙар тыныс эш шарттарында үтә. Ғәҙәттәгесә урта һәм оло йәштәгеләр активлыҡ күрһәтә", - ти 3141-се һайлау участкаһы рәйесе Эльвира Багина. Иртә менән эшкә барышлай һайлау участкаһына инеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәүселәр ҙә етерлек булған.
"Халыҡ актив. Балалар баҡсаһында эшләүсе ике тәрбиәсе һайлау участкаһына үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәре менән килеп, һайлап сыҡты. Бәләкәстәр һайлауҙарҙың нисек үтеүен ҡыҙыҡһынып күҙәтте", - ти Эльвира Минниәхмәт ҡыҙы.