Фаркопта "Эндуро", "Кросс", "Питбайк" ташыу өсөн гидравлик мотоҡойроҡ, ауыр мотоциклдарҙы, ҡаргиҙәрҙәрҙе пикапта, прицепта, автойортта ташыу өсөн трап һәм башҡа шәхси заказдар буйынса хужалыҡҡа тәғәйенләнгән әҙер металл әйберҙәр етештергән Азат Фәрит улы - уникаль кеше. Уйлап табыусының башы идеялар, рациональ тәҡдимдәр, яңы ҡорамалдарҙың схемалары менән туп-тулы кеүек һәм һәр береһе йәшәйеште яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
- Сиратта - электр трап, әле шуның өҫтөндә эшләйбеҙ, - ти алтын башлы оҫта. - Район хакимиәтенән 300 мең һум субсидия алып, уны тулыһынса рекламаға, маркетингҡа тотондоҡ. Субсидия алыу, уның шарттарын үтәү ауырлыҡтар тыуҙырманы. Райондың бизнес-шәрифе Әсхәт Әсәҙуллинға рәхмәтлемен: ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ул һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Бар яҡлап уның ярҙамын тойоп, ышаныслы эшләйбеҙ.
Әлеге ваҡытта Азат Фәрит улы бизнесын киңәйтеү уйы менән яна. Ошо маҡсатта Әсхәт Хәмит улы эшҡыуарға яңы бина табырға ярҙам иткән.
Азат Ғәффәтуллиндан башҡа районда 2019-2023 йылдар осоронда 71 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты финанс ярҙамы алған, тәҡдим ителгән субсидияларҙың дөйөм суммаһы - 33,2 миллион һум. Учалы районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Әсхәт Әсәҙуллиндың әйтеүенсә, районда 1800-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, өс меңдән ашыу үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәр теркәлгән. "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә биш йыл эсендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында Учалы районы хакимиәте башлығы менән осрашыуҙа 239 проект һәм ниәт ҡаралған, бизнесты ойошторорға, проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеү йәһәтенән тотош инфраструктура булдырылған: "Минең бизнесым" үҙәгендә мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәрен алырға мөмкин, көнкүреш коворкингында эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр үҙ хеҙмәттәрен күрһәтә ала, мөлкәт ярҙамы сиктәрендә муниципаль милектәге биналарҙы льготалы шарттарҙа ҡуртымға биреү ойошторолған һ.б. - йәмғеһе 200-ҙән ашыу ярҙам саралары күрһәтелә. Бынан тыш "Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса эшмәкәрлек стандартын" индереү арҡаһында инвесторҙарҙы йәлеп иткән инвестиция мөхите булдырылған, инвесторҙар өсөн мәсьәләләрҙе хәл итеү ваҡытын ҡырҡа кәметеүсе ведомство-ара эш итеү методикаһы эшләнгән.
Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылғанға, яңы производстволар асыла, сауҙа майҙандары сафҡа индерелә, көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм сервис предприятиелары төҙөлә. Мәҫәлән, спортсы һәм эшҡыуар Илһам Ғайсин ғына ла бер нисә проектты тормошҡа ашырған. Пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры тәүҙә "Таҙа ҡала" автокомплексын асһа, 2021 йылда "Доброцен" аҙыҡ-түлек магазинын төҙөй, 2023 йылдың июнендә "Итальян пицца" пиццерияһын сафҡа индерә. Эшҡыуар Учалы районы хакимиәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"ндә әүҙем ҡатнаша. Ул үҙенең проекттарын үҫтереү өсөн ярҙам инструменттарын ҡуллана: "Микрокредит компанияһы" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының льготалы займдары, "Төбәк лизинг компанияһы"нан ҡорамалдарға льготалы лизинг, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү муниципаль программаһы сиктәрендә субсидиялар һ.б. Хеҙмәттәшлектән, күреүегеҙсә, барыһы ла ота.
Әйткәндәй: Башҡортостандың бәләкәй һәм урта бизнесы - иҡтисад терәге, уға тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшө тура килә. Һәм был өлкә, бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҫешен дауам итә, тип яҙа үҙенең социаль селтәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров: "Башҡортостанда 132,3 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар, был бер йыл элеккегә ҡарағанда 5 процентҡа күберәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта бөтәһе 560 мең кеше мәшғүл. Тағы 226 мең кеше - үҙмәшғүл, уларҙың һаны йыл башынан 21,5% артҡан, ә килемдәр 78% -ҡа - 13,7 миллиард һумға тиклем артҡан. 1,1 миллиард һум - 2023 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы. Тағы 1 миллиард һум 2024 йылға планлаштырылған".
БР Дәүләт Йыйылышы ултырышында республиканың премьер-министры Андрей Назаров һөйләүенсә, Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй һәм Волга буйы федераль округында бизнесмендар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора, бөгөн улар 136 меңдән ашыу иҫәпләнә. Шул уҡ ултырышта төбәк хөкүмәте рәйесе Башҡортостан властары тарафынан илдә беренсе булып индерелгән республиканың уникаль муниципаль практикаһы булған бизнес-шәрифтәр институтының уңыштарын билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда бизнес-шәрифтәр институты республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән индерелде. Бөгөн уларҙың эшмәкәрлек күрһәткестәре ҡала һәм райондарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урындағы үҙидара органдарының эш стандартында төп күрһәткестәрҙең береһе булып тора.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.