Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь , 15:10

Өлкәндәр ҙә "Һөт кухняһы" продукцияһын ярата!

- Беҙ 2019 йылдан алып, йәғни Учалыла "Һөт кухняһы"ның таратыу пункты асылғандан бирле, балаларға ошонан продукция алабыҙ, - тине дүрт бала әсәһе Рәмзиә Ямалова. – Балаларға ғына түгел, минең үҙемә лә кефир-йогурттары бик ныҡ оҡшай. Хәҙер өлкәндәр өсөн дә һөт, кефир, эремсек, ҡаймаҡ етештереп, һатыуға сығаралар (балаларға бушлай алырға барған саҡта бер юлы һатып алам). "Һөт кухняһы"нан бушлай һөт аҙыҡтарын алыу - беҙгә тос ярҙам ул!

Өлкәндәр ҙә "Һөт кухняһы" продукцияһын ярата!
Өлкәндәр ҙә "Һөт кухняһы" продукцияһын ярата!

Әлеге ваҡытта Ямаловтарҙан тыш Учалы районында 207 ғаилә һөт продукцияһын бушлай ала. Әхмәтғәлин урамы, 23 адресы буйынса урынлашҡан “Һөт кухняһы”нда эшләгән Мәүлиҙә Никонованың әйтеүенсә, элек тәбиғи һөт, кефир, эремсек һәм йогурт Стәрлетамаҡтағы һөт фабрикаһы-кухняһында етештерелгән:

- Алыҫ булғас, машина һуң ғына килеп етә торғайны, халыҡ йыйылып, сәғәттәр буйы сиратта торорға мәжбүр инеләр. Хәҙер һөт аҙыҡтарын күрше Белорет ҡалаһынан ташыйҙар, сөнки унда ла һөт заводы асылды. Юл ыңғайында водитель Миндәккә һәм Уральск ауылдарына ла һуғылып, продукцияның тейешле күләмен шунда ҡалдырып китә, шул тирәлә йәшәүсе халыҡҡа әллә ҡайҙа алыҫҡа йөрөргә талап ителмәгәс, бик уңайлы.

 Продукция Учалыға аҙнаһына ике тапҡыр килтерелә: шишәмбе һәм кесаҙна. Буяуҙар ҙа, тәмләткестәр ҙә, консерванттар ҙа ҡушылмаған тәбиғи һөт аҙыҡтары бер нисә сәғәт эсендә таратылып, һатылып бөтә.

"Һөт кухняһы" бренды аҫтында бөгөнгө көнгә 23 продукция етештерелеп, республикала 25 мең самаһы бала һөт ризыҡтарын бушлай ала. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тергеҙелгән селтәр бындай күләмдә беҙҙең республикала ғына эшләй.

- Бик яҡшы эш был, - тип билдәләй республика Башлығы. - Тағы ла шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: Рәсәй Федерацияһында ошондай форматта, ошондай масштабта һәм күләмдәге берҙән-бер “Һөт кухняһы” был. Шуға ла командаға ҙур рәхмәт!

Был рәхмәт һүҙҙәренә, моғайын да, бушлай ярҙам алған тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә ғаиләләр ҙә ҡушылыр.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:
Читайте нас: