Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь , 15:05

Сауҙа урындарының һаны ике тапҡырға тиерлек артҡан

Бер нисә йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә баҡса һәм шәхси хужалыҡ продукцияһы менән сауҙа итеү өсөн халыҡҡа уңайлы шарттар булдырырға ҡушҡайны.

Сауҙа урындарының һаны ике тапҡырға тиерлек артҡан
Сауҙа урындарының һаны ике тапҡырға тиерлек артҡан

- Урындарҙа баҡса, шәхси хужалыҡ продукцияһын ваҡытлыса һатыу нөктәләрен ойошторорға кәрәк. Беҙҙең бурысыбыҙ - мөмкин тиклем күберәк бындай стационар булмаған пункттар булдырыу. Был халыҡҡа ярҙам итеү өсөн бик мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Үҙ ҡулдары менән үҫтергәнде һатҡан өләсәйҙәрҙе ҡыуырға ярамай. Улар өсөн шарттар булдырырға, сауҙа урындарын төҙөргә кәрәк.

Ошоно үтәп, Учалы ҡалаһында ике сауҙа нөктәһе асылды. Береһе Ленин урамында булһа, икенсеһе Башҡортостан урамында урынлашҡан. “Ниагара” янындағы павильонда йәшелсә-емеш менән һатыу иткән Раушания Ғәйфуллина стационар булмаған пунктың асылыуына ҡыуанып бөтә алмай:

- Элек ни магазиндың нигеҙендә ултырҙыҡ, ергә йә гәзит түшәп, йә үҙебеҙ менән йәшниктәр килтереп, аҙыҡ-түлекте шунда теҙеп һала торғайныҡ. Санитарияның “с” хәрефе лә булманы. Ә хәҙер япма аҫтында, эскәмйәлә ултырабыҙ, бөтә аҙыҡ – өҫтәлдә. Шәп бит!

Раушанияның һүҙҙәрен һатып алыусылар ҙа ҡеүәтләп, яңы урындарҙың ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн уңайлы булыуын билдәләне:

- Ошондай асыҡ павильондар күберәк булһын ине, сөнки беҙгә лә ауылдан килтерелгән һөт-ҡаймаҡты, әле генә түтәлдән йыйылған, ботаҡтан өҙөп алынған йәшелсә-емеште юл ыңғайы һатып алыу оҡшай. Киләсәктә һәр урамда ла шундай стационар булмаған пункттарҙың асылыуына өмөтләнәбеҙ.

Халыҡтың баҡсаларындағы, шәхси хужалыҡтағы артыҡ продукцияны бушлай һатыу мөмкинлеге булыуы бик мөһим. Ауыл хужалығы йәрминкәләрен дә көтөп алабыҙ бит.

Урындағы етештереүселәргә ярҙам итеү һәм халыҡты сифатлы продукция менән тәьмин итеү сиктәрендә республикала шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары продукцияһын һатыу каналдарын киңәйтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре мәғлүмәттәре буйынса 259 майҙансыҡта йәрминкәләр үткәреү планлаштырылған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәре ағзаларына республиканың ярҙамы тураһында яҙғанда, ике йыл эсендә артыҡ продукцияны һатырға мөмкин булған сауҙа урындарының һаны ике тапҡырға тиерлек артҡанын билдәләне: әгәр 2022 йылда улар 2234 булһа, 2024 йылда - 4165. Әлеге ваҡытта республикала 332 майҙансыҡ иҫәпләнә, улар һәр ҡалала һәм районда бар.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:
Читайте нас: