Ниндәй генә заманды алмайыҡ, сауҙа иҡтисадтың иң мөһим секторҙарының береһе булып ҡала һәм, ғәҙәттә, уның үҫеш кимәле буйынса төбәктең дөйөм байлығы, мөмкинлектәре тураһында һүҙ йөрөтөлә. Бөгөн ҡалалағы ғына түгел, ауыл ерендәге сауҙа нөктәләре лә халыҡҡа аҙыҡ-түлектең төрлө төрҙәрен тәҡдим итә ала.
Башҡортостанда 47 мең тирәһе сауҙа, туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе объекты бар. Был тармаҡта 300 мең тирәһе кеше эшләй. Былтырғы йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, республикала берәмтәләп сауҙа әйләнеше 1,2 триллион һум тәшкил иткән. Был, 2022 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, 11,3 процентҡа күберәк. 2023 йылда 3,5 мең урынлыҡ 300-ҙән ашыу аҙ форматлы сауҙа майҙансыҡтары ойошторолған. Быйыл ғинуарҙан июнгә тиклем республикала 10 мең йәрминкә үткәрелгән һәм 13 меңдән ашыу сауҙа урыны булдырылған. Дөйөм туҡланыу тармағында ғына 2 миллиард һум йәлеп ителгән 12 проект – эштә.
– Сауҙа тармағының күп кенә күрһәткестәре буйынса төбәк илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Йыл һайын берәмтәләп тауар әйләнеше арта. 2024 йылдың ярты йылында ул 11,4 процентҡа үҫте. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе, илдә һигеҙенсе урынды биләй, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Иҡтисадтың был мөһим өлөштәренең береһе Урал аръяғында ла үҫешкән. Төбәктә үҙ эшен асырға теләгәндәргә һәм булдырғандарға, төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, Учалы ҡалаһында туҡталыштарҙа сауҙа павильондары, пиццерия һәм башҡа сауҙа, туҡланыу объекттарын асыу буйынса мөрәжәғәт итәләр. Бындай проекттар “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында ойошторолған кәңәшмәләрҙә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки быларҙың барыһы ла ҡала һәм район халҡы өсөн көнүҙәк.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Учалы районы хакимиәтендә үткәрелгән күсмә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Учалы ауылында сауҙа нөктәһен булдырыу буйынса проект ҡаралды. Магазин – файҙаланыуға тапшырыу стадияһында. Проект авторы Виктория Саҙиҡова сауҙа объектын файҙаланыуға тапшырыуҙа проблемалар булыуы тураһында һөйләне. Проект буйынса инвестициялар күләме 5 миллиард һум тәшкил итте. Һөҙөмтәлә был мәсьәләне хәл итеү өсөн ярҙам саралары ҡабул ителде.
Әле – йәйҙең емеш-еләккә, йәшелсәгә бай осоро.
– Урындарҙа баҡса, шәхси хужалыҡ аҙыҡ-түлектәрен ваҡытлыса һатыу нөктәләрен ойошторорға кәрәк. Беҙҙең бурысыбыҙ – мөмкин тиклем күберәк бындай стационар булмаған пункттар булдырыу. Был халыҡҡа ярҙам итеү өсөн бик мөһим, – тип белдергәйне республика Башлығы Радий Хәбиров. – Үҙ ҡулдары менән үҫтергәнде һатҡан өләсәйҙәрҙе ҡыуырға ярамай. Улар өсөн шарттар булдырырға, сауҙа урындарын төҙөргә кәрәк.
Ошоно үтәп, республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә, шул иҫәптән Учалы ҡалаһында ике сауҙа нөктәһе асылды. Береһе – Ленин урамында, икенсеһе Башҡортостан урамында урынлашҡан. “Ниагара” янындағы павильонда йәшелсә-емеш менән һатыу иткән ҡатын-ҡыҙҙар стационар булмаған пункттың асылыуына ҡыуанып бөтә алмай. Һатып алыусылар ҙа ҡеүәтләп, яңы урындарҙың ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн уңайлы булыуын билдәләй.
Һуңғы йылдарҙа республикала йәмғиәт көҙгөһө булған сауҙа тармағына ҡарата булған иғтибар был тармаҡ һәм шулай уҡ ҡулланыусылар баҙарына ла ыңғай йоғонто яһай.
Фотолар: Учалы районы хакимиәте.
ФЕКЕР:
Әсхәт ӘСӘҘУЛЛИН, Учалы районы бизнес-шәрифе:
– Төбәктә сауҙа һәм туҡланыу буйынсе яңы объекттар даими барлыҡҡа килә. Улар заманса һәм бик уңайлы. Мәҫәлән, “ИталианПицца” пиццерияһы ғаилә менән килеп ял итеү урынына әүерелде.
Йылдан-йыл объекттарҙың күпләп асылыуы – ҡыуаныслы күренеш. “Колбаса лавкаһы”, мәҫәлән, аҙыҡ-түлек төрҙәренең күплеге менән йәлеп итә. Юл буйы хеҙмәтләндереү объекттары ла артҡандан-арта.
"Башҡортостан" гәзите.
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2024-08-06/sau-a-y-m-i-t-k-g-3879456