Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь , 15:25

Шәп спортсы ла, уңған эшҡыуар ҙа!

Спортсыларға хас беренселеккә ынтылыш кеүек матур сифат һөҙөмтәһелер инде – Учалы эшҡыуары ҡалала тәүгеләрҙән булдып автомобилдәр йыуыу буйынса урынды булдыра, һуңғараҡ майҙы алмаштырыу буйынса автосервис аса, артабан магазин барлыҡҡа килә.

Шәп спортсы ла, уңған эшҡыуар ҙа!
Шәп спортсы ла, уңған эшҡыуар ҙа!

2019 йылдан алып һәр аҙна  Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең бизнес-проекттары менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша ала. Шуныһы ҡыуаныслы: бындай сараларҙа яңы үҙ эшен асҡандар ҙа, эшмәкәрлеге ярайһы ғына барғандар ҙа идеяларын тәҡдим итеү, шулай уҡ кәрәкле кәңәштәр алыу, шулай уҡ финанс ярҙам алыу мөмкинлеген бирә.

Биш йыл элек тәү тапҡыр ойошторола башлаған “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәренең һөҙөмтәләре тос. 2004 йылдың ярты йыллығын алғанда, 1,5 мең кәңәшмә үткәрелгән һәм уларҙа 2,1 мең проект ҡаралған. Дөйөм һалынған сумма иһә 78 миллиард һум тәшкил иткән.

 – Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – иҡтисад нигеҙе. Уға төбәктәге тулайым продукттың өстән бер өлөшө ҡарай. Һәм был өлкә, ниндәй генә ауырлыҡтар һәм саҡырыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, үҫеүен дауам итә. Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡтың 132,3 субъекты бар. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 5 процентҡа күберәк. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән барлығы 560 мең кеше шөғөлләнә. Тағы 226 мең кеше – үҙмәшғүл. Йыл башынан уларҙың һаны 21,5 процентҡа артты, ә килем 78 процентҡа – 13,7 миллиард һумға тиклем – күбәйҙе, – тип хәбәр иткәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Эшҡыуарлыҡ менән спортты берләштергән һыҙаттар бар. Улар – даими үҫешкә ынтылыш һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу. Физик күнекмәләр менән даими шөғөлләнеү, спорт менән дуҫ булыу эшҡыуар өсөн кәрәкле сифаттарҙы – сыҙамлылыҡты, аныҡ һәм тиҙ ҡарар ҡабул итеү, кеше менән аралаша, командала эшләй белеү, ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланыу, маҡсатлы булыуҙы тәрбиәләй. Учалы районынан эшҡыуар Илһам Ғайсин, пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры булараҡ, алдына ҡуйылған төрлө, шул иҫәптән ҡатмарлыларын да еңеп сығырға күнеккән. Уның эшҡыуарлыҡҡа килеп эләгеүе лә Учалы ҡалаһында автозапчастәр магазинын асыуҙан башланған. Спортсыларға хас беренселеккә ынтылыш кеүек матур сифат һөҙөмтәһелер инде – ҡалала тәүгеләрҙән булдып автомобилдәр йыуыу буйынса урынды булдыра, һуңғараҡ майҙы алмаштырыу буйынса автосервис аса, артабан магазин барлыҡҡа килә. Хәҙер инде был “Таҙа ала” тип аталған автокомплекс халыҡты үҙенә йәлеп иттә.

Был ғына түгел, өс йыл элек эшҡыуар “Доброцен” аҙыҡ-түлек магазинын асып ебәр, былтыр июндә “Италиан пицца” пиццерияһын файҙаланыуға тапшыра. Әлбиттә, ошо эштәрҙең барыһы ла урындағы Учалы районы хакимиәте менән берлектә атҡарыла. Илһам Ғайсин – хакимиәт башлығы ҡарамағындағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙә өс тапҡыр ҡатнашҡан эшҡыуар. Уңған йүнсел үҙенең проекттарының үҫеше өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам  итеүҙең муниципаль программаһына ярашлы субсидияларҙы һәм багшҡа ярҙам төрҙәрен файҙалана.

Әйткәндәй, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм исемлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандағы был ҡатлам бизнес берәмектәре бер йыл эсендә биш процентҡа артҡан. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Әгәр 2023 йылдың 10 июленә ҡарата ундай төр предприятиелар 126 мең тәшкил итһә, быйылғы 10 июлгә улар 132,3 меңгә еткән.

 – Урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының һаны алты процентҡа артты, бәләкәй эшҡыуарлыҡ – 1,3 процентҡа. Был иһә беҙҙә йүнселдәрҙең күбәйә барыуын күрһәтә. Бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Бында беҙгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам“ милли проекты һәм башҡа төр дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә, – тип белдергәйне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

ФЕКЕР

Учалы районы бизнес-шәрифе Әсхәт ӘСӘҘУЛЛИН:

 – Эшҡыуар Илһам Ғайсин урындағы хакимиәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, район хакимиәте башлығы үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткәрелгән кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. Үҙенең бизнесы өсөн ташламалы займ, ҡорамалдарға лизинг, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам“ милли проектына ярашлы субсидиялар кеүек алымдарҙы файҙалана.

ҺҮРӘТТӘ: Учалы эшҡыуары Илһам Ғайсин.

"Башҡортостан" гәзите.

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2024-08-07/sh-p-sportsy-la-u-an-esh-yuar-a-3876476

Автор:
Читайте нас: