Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь , 13:46

Кем ул, ысын ҡаһарман?

Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендары кавалеры, “Геройҙар дәүере” президент программаһында ҡатнашыусы майор Оскар Ситдиҡовтың һүҙенән, ҡәҙерле ҡунаҡтарға  айырыуса “һалдат бутҡаһы” оҡшай.

Кем ул, ысын ҡаһарман?
Кем ул, ысын ҡаһарман?

Өфөлә, “Патриот” паркында  тәүләп “Ҡаһармандар биләмәһе” тип аталған  илһөйәрлек слеты ойошторолдо.  137 физик мөмкинлектәре сикләнгән, әммә рухи яҡтан ныҡлы малай һәм үҫмерҙәр саҡырыла. Беҙҙең Учалыны Аслан Сәйғафаров менән Вилдан Хәмбәлиевтар вәкилләне.

-Ике көн эсендә йәш яҡташтарыбыҙ тамам инанды: ҡаһарман – дәү кәүҙәле кеше булыуыҙы аңлатмай, ҡаһарман, тәү сиратта – һәр ҡыйынлыҡты ғорур үткән, яңыға ынтылған, ғаиләһен, яҡындарын, Ватанын  һөйгән тоғро кеше, - ти “Мәрхәмәтлек бүләк ит” ойошмаһы етәксеһе Регина Абзалова.- Экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар, төрлө уйын-ярыштар күп ойошторола. “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” ярышында 4 тапҡыр чемпион булған Эльбрус Ниғмәтуллин, 2 тапҡыр Паралимпиада еңеүсеһе, 2 тапҡыр донъя чемпионы Богдан Мозговой етәкселегендә физик күнекмәләр башҡарыу үҙе генә ни тора! “Асыҡ диалог” форматында үткән әңгәмәлә слет ағзалары үрҙә әйткән һәм башҡа аҫыл ир заты вәкилдәренә, хатта, БР Башлығы Радий Хәбировҡа һорауҙар бирә алды.  Әңгәмә йәнле бара.

  Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендары кавалеры, “Геройҙар дәүере” президент программаһында ҡатнашыусы майор Оскар Ситдиҡовтың һүҙенән, ҡәҙерле ҡунаҡтарға  айырыуса “һалдат бутҡаһы” оҡшай. Семтем дә икеләнмәҫкә мөмкин, был ике көн малайҙарҙың күңелендә иң йылы хәтирәләрҙең береһе булып оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: