Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь , 09:48

Саманан тыш бер ҡатлы булһаң

Тиҫтәләп яҡташтарыбыҙ тулайым 12 миллион һумдан ашыу аҡсаларын урлауҙа  ғәйепләйҙәр.

Саманан тыш бер ҡатлы булһаң
Саманан тыш бер ҡатлы булһаң

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә тиҫтәләп граждандар төркөмө мөрәжәғәт итә.  Банк иҫәптәренән  тулайым 12 миллион һумдан ашыу аҡсаларын урлауҙа бер таныштарын ғәйепләйҙәр.

Полицияға Учалы ҡалаһында йәшәгән  44 йәшлек  медицина учреждениеһы хеҙмәткәре килтерелә. Баҡһаң, был ҡатын февраль айында интернет селтәрендә сереп байыу тураһында иғланға иғтибар иткән була. Жуликтар менән бәйләнешкә сыға, шәхсән мәғлүмәттәрен бирә, тегеләр ни, ҡуш ҡуллап кеҫәһенә керә башлайҙар. Бының өсөн тапалып тишкесләнеп бөткән алдау ҡалыбы ҡулланыла: ниндәйҙер “инвесткошлек” астырып, бар аҡсаһын күсерттерәләр. Көн кеүек асыҡ, бының менән сикләнмәй, бер нисә кредит юллатып, уны ла үҙәләштерәләр. Медик-ҡатынға, “...ныҡ отошло проектҡа аҡсағыҙҙы һалдыҡ, әленән тау-тау дивиденд алырға мөмкин,  тик бының өсөн йәнә бер аҙ аҡса кәрәк”, - тип өгөтләйҙәр. Үҙҙәре эстәрен тырнап көлгәндәрҙер инде шул мәлдә – үҙ аҡсаңды алыу өсөн тағы аҡса түләүҙе талап итеү – бөтөнләй туҙға яҙмағын хәбәр бит. Әммә күҙҙәре аларған  ҡатын ышана, үҙенә банкта башҡа кредит бирмәгәстәре, аферистар таныштарынан бурысҡа теләнселәргә бойора.

БР Буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ҡатын төрлө уйҙырма-һылтауҙар менән таныштарын он-лайн рәүештә банк операциялары башҡарта, тегеләре үҙҙәре лә аңғармаҫтан  миллион-миллион һумға риба һаҙлығына батырыла. Таныш кеше үтенгәс, тегене-быны уйламағандар инде. Ә аҡса сарсып күҙҙәре түпәһенә менгән ҡатын бөтә сумманы йәнә жуликтарҙың “инвестиция платформаһына” күсереп ғәйеп итә.

...Материал әҙерләнгән мәл дөйөм зыян күләме аныҡлана, енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсәьләһе хәл ителә ине. Интернеттағы билдәһеҙ жуликтарға ышанмағыҙ тип күп яҙабыҙ, таныштар алдында ла  саманан тыш бер ҡатлы, башҡортса әйткәндә, “ыштанһыҙ”  булырға кәрәкмәҫ. Банк картаһы мәғлүмәттәре, телефондағы “мобиль банк” ҡушымталарына үҙегеҙҙән башҡа барыһына ла юлды ябыҡ тотоғоҙ. “Урлаған бер ғәйепле, урлатҡан мең ғәйепле” әйтеме был осраҡҡа бигүк тура килмәһә лә, буш урында сыҡмаған бит!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: