Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь , 10:17

Иман нуры бөркөй “Нур” мәсете

Заманалар ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы булмаһын, күмәкләгән эш матур тамамлана -1994 йылдың 7 октябрендә ғибәҙәтхана ишектәрен аса. Башта “ҡала мәсете” тип кенә йөрөтөлһә, 2016 йылдан рәсми рәүештә “Нур” исеме бирелә. Тәүге имам-хатиб – Исмәғил хәҙрәт Мөхәмәтйәнов, һуңынан – Вәкил Тажетдинов, Дамир Әхмәҙиев, Илфир Мәзитов хәҙрәттәр, 2016 йылдан бөгөнгө кәнгә тиклем – Данил хәҙрәт Сиражетдинов.

Иман нуры бөркөй “Нур” мәсете
Иман нуры бөркөй “Нур” мәсете

Атеизм хөкөм һөргән хәтһеҙ заманаларҙан һуң төбәгебеҙҙә беренсе булып төҙөлгән ғибәҙәтхана – ҡалалағы “Нур” мәсете.

Ҡалала мәсет төҙөү ниәте Советтар Союзы дәүерендә үк барлыҡҡа килә. Фәрүәз Сәғәҙәтов, Кәлимулла Ғибәҙуллин, Зәйет Һибәтуллин һәм башҡа хөрмәтле яҡташтарыбыҙҙың юллауы буйынса 1990 йыл мосолмандар мәхәлләһе рәсми рәүештә теркәлә, ҡала Советы ҡарары менән мәсет төҙөргә ер бүленә. Төҙөлөш эштәре 1991 йыл башлана – халыҡ аҡса йыя, предприятие-ойошма етәкселәре, урындағы властар етди булышлыҡ итәләр. Фәҡәт төҙөлөш эштәрен  СУ-1, СУ-2, ЗЖДИ заводы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, 8-се автобаза, ПМК, ХУМР, АТП, БСТМ белгестәре башҡара. Бик күп кеше үҙҙәренә оло  сауап алғандыр. Әле, юбилей менән бәйле, мәсет ишеге алдына ҙур алтаҡта ҡуйылған – айырыуса ҙур өлөш индергән кешеләрҙең исем-шәрифтәре, әйткәндәй, рус фамилиялары ла бихисап. Төҙөлөш предприятиеһы директоры, һуңынан ҡала хакимиәте башлығы Марат Зариф улы Ғәлиевтың роле айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алынды, йәне йәннәттә булһын!   Бына бит тормош ҡалай:  төҙөлөш йәйелдерелгән мәлдә кемдер материалдарҙы урлағаны хәтерҙә, харам төшкән таҡталары күптән сереп бөткәндер, ә үҙенә мәңгелек ҡәһәр ҡалды, ә Марат Зариф улына, мәсет нисәмә быуат торасаҡ, шул ваҡытта сауаптар өҫтәлә барыр, иншаллаһ. Аҡыллыға – ишара!

Заманалар ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы булмаһын, күмәкләгән эш матур тамамлана -1994 йылдың 7 октябрендә ғибәҙәтхана ишектәрен аса. Башта “ҡала мәсете” тип кенә йөрөтөлһә, 2016 йылдан рәсми рәүештә “Нур” исеме бирелә. Тәүге имам-хатиб – Исмәғил хәҙрәт Мөхәмәтйәнов, һуңынан – Вәкил Тажетдинов, Дамир Әхмәҙиев, Илфир Мәзитов хәҙрәттәр, 2016 йылдан бөгөнгө кәнгә тиклем – Данил хәҙрәт Сиражетдинов.

Юбилей алдынан “Нур”ҙа ҡала-район мәсеттәре имам-хатибтарының дөйөм йыйылышы үтте. Үҙ сығышында Данил хәҙрәт тарихҡа байҡау яһаны, бөгөнгө көн эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. 

Тура тейеш ғибәҙәттәрҙән тыш, ололар һәм балалар өсөн айырым дини уҡыуҙар алып барыла бында. Нисәмә тиҫтә йыл  ағымында йөҙәрләгән-меңәрләгән кешене Ислам төғлимәте нигеҙҙәренә, ғәрәп теленә  төшөндөргән Жәмғилә-абыстай хәҙер инде мәсеттең тере легендаһына ла әйләнгән буғай.  Мәхәллә заман менән бергә атлай – спорт ярыштарында йыш ҡатнашалар һәм еңәләр, балалар өсөн яҡын ҡалаларға ғына түгел, хатта Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанаға сәйәхәттәр ойошторола, хәйриә эштәрендә, шул иҫәптән махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылауҙар туплауҙа әүҙем ҡатнашалар. Һәм башҡа күп. Башҡаһынан тыш, оло ҡатмарлыҡтар аша булһа ла, биләгән ер рәсмиләштерелгән ( буталсыҡ эш  хәл ителеүгә махсус тәғәйенләнгән  изге доға булышлыҡ итеүенә Данил хәҙрәттең иманы камил)
Тантананы дауам итеп, Учалы ҡалаһы һәм районы имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закиров иң әүҙем мәхәллә ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ “Нур” мәсетенең имам-хатибы Данил хәҙрәт Сиражетдинов район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде.  Бүләкләү ғибәҙәтханаларҙа айырыуса күркәм бара икән. Ҡәҙимге йыйылыштарҙа алдынғының ҡулын ҡыҫалар ҙа, алҡышлайҙар. Бында иһә, ҡосаҡлап тәбрикләйҙәр һәм ҡалғандар өс  тапҡыр “Аллаһу әкбәр” кәлимәһен ауазлай. Бындай хөрмәт ғүмерҙә лә онтолмаясаҡ, иҫ киткес, ғәжәйеп  йылы туғанлыҡ мөхите пәйҙә була бит.

Дим хәҙрәт үҙенең ҡыҫҡаса сығышында көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды.  Хаҡ мосолмандар яҡшы ғәмәлдәре менән маҡтанырға яратмай торған, бының бер кире яғы ла ҡалҡып сыға. Матур эш тураһында ҡалғандарға хәбәр итеү – тәжрибә уртаҡлашыу, изгелеккә өндәү икәнлеге тураһында ла оноторға кәрәкмәҫ. Мәҫәлән, ҡайһы бер мәсеттәрҙә яуҙа һәләк булған шәһиттәрҙең яҡындарын бәләкәй генә мәжлестәргә йыйып, әрүәхтарға бағышлап доғалар уҡыла. Мөмкин тиклем киңерәк ҡулланыу бик яҡшы булыр ине был алымды! Шуға ла имам-мәхтәсиб бар эшләнгән эштәр тураһында үҙенә шәхсән рәүештә хәбәр итә барыуҙарын һораны.

Сетерекле мәсьәләләр ҙә күтәрелмәне түгел. Мәҫәлән, мәхәлләләрҙә дини уҡыуҙарҙы кем үткәреүгә, мәсеттәрҙә ниндәй әсбаптар һаҡланыуға бик иғтибарлы булыр кәрәк: илебеҙгә ҡаршы һуғыш яу ҡырында ғына бармай бит, берҙәмлекте тарҡатыу, милли һәм конфессия-ара фетнә ҡуптарырға аҙапланып хөсөт таратыусылар юҡ түгел. Шөкөр, “Нур” кеүек мәсеттәр  хаҡ иман нуры таратҡанда, рухыбыҙ ныҡ, күңелдәребеҙ – паҡ, ниәттәребеҙ изге, эштәребеҙ - уң булыр!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: