Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь , 08:17

Алға, һәр саҡ алға!

Уҡытыусылар көнө алдынан фәҡәт полилингваль мәктәптәрҙә эшләгән иң яҡшы педагогтар өсөн Өфөлә айырым тантана ойошторолдо. Иң яҡшы мөғәллимәләр исемлегендә яңы, 9-сы полилингваль мәктәбебеҙҙән ике педагог. Аралашҡас, дәржәле Дипломдар бик тә хаҡлы рәүештә бирелгән, тип тамам инаныла – һәр яҡлап лайыҡлы шәхестәр.

Алға, һәр саҡ алға!
Алға, һәр саҡ алға!

Полилингваль, йәғни бер ыңғайы ике-өс телдә алып барылған мәғариф системаһына Башҡортостанда айырыуса әһәмиәт бирелә башланы. Сөнки, беренсенән, республикабыҙ – күп милләтле һәм күп конфессиялы. Икенсенән, бала саҡта күберәк тел әйрәнеү аң-зиһен үҫешеүгә үтә ыңғай тәьҫир яһауы хәҙер аныҡ мәғлүм. Шуға ла, Уҡытыусылар көнө алдынан фәҡәт полилингваль мәктәптәрҙә эшләгән иң яҡшы педагогтар өсөн Өфөлә айырым тантана ойошторолдо. Иң яҡшы мөғәллимәләр исемлегендә яңы, 9-сы полилингваль мәктәбебеҙҙән ике педагог. Аралашҡас, дәржәле Дипломдар бик тә хаҡлы рәүештә бирелгән, тип тамам инаныла – һәр яҡлап лайыҡлы шәхестәр.

Алһыу Нурәхмәт ҡыҙы Һөйәрғолова Төркмәнстандың Мары ҡалаһында, күп балалы ғаиләлә  донъяға килә. 1992 йыл атаһының тыуған ауылы Ҡалҡанға күсеп ҡайталар. 9-сы синыфҡа тиклем ауылда уҡыһа, урта белемде ҡаланың 1-се лицейында ала. 2004-2009 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында уҡып, инглиз теле уҡытыусыһы дипломы алыуға өлгәшә.

Педагог эшмәкәрлеген Рысай мәктәбендә башлай. Декрет отпускаһынан һуң (ике бала әсәһе), 3-сө лицейҙа биш йыл инглиз теле уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары сифатында хеҙмәт итә. Яуаплы вазифала ла белем камиллаштырыу тураһында онотмай – М.Аҡмулла ис.педагогия университетында “Лингвистика. Сит ил телдәренә халыҡ-ара сертификация” йүнәлешен үҙләштерә. 2023 йылдан алып 9-сы күп профилле полилингваль мәктәптә уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары һәм инглиз теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә.

-Хеҙмәт юлында байтаҡ ҡына еңеүҙәргә өлгәшелде, әммә был Диплом минең өсөн  айырыуса әһәмиәткә эйә. Ышаныс һәм һәр яҡлап булышлыҡ өсөн мәктәп директоры Эльвира Фәнис ҡыҙы  Мөхәмәтйәроваға һәм ғаиләмә ҙур рәхмәт белдерәм. Алға, һәр саҡ алға ынтылырға ниәтләнәм!

Ә Зөһрә Мортаза ҡыҙы Мөхәмәҙиева Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районынан. 2006 йыл отличие менән Магнитогорск педагогия колледжының музыка бүлеген тамамлай.

-Көй-моң мине ҡайҙа ла солғап йөрөй, эштә лә, ял иткәндә лә, яңынан-яңы маҡсаттарға илһамландыра. Ун йылдан ашыу балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып хеҙмәт иттем, өйрәнсектәрем йыш конкурстарҙа еңде, ҡала-район сараларында сығыш яһанылар. 2023 йылдың сентябрь айынан 9-сы мәктәптәмен. Бында музыка дәрестәре лә полилингваль нигеҙҙә үтә: уҡыусылар төрлө телдәрҙә йырлайҙар, төрлө музыка инструменттарында уйнайҙар, теория ла онотолмай. Өйрәнсектәрем вокаль түңәрәктә ихлас шөғөлләнә, вокаль ансамбль менән бөтә мәктәп сараларында ҡатнаша. Дәрестәрҙә билдәле композиторҙар, шул иҫәптән башҡорт ижадсылары менән танышабыҙ, кинәнеп рус һәм башҡорт  фольклорын өйрәнәбеҙ.   Музыканың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Баланың ижади һәләттәре асыла, кеше алдында үҙҙәрен иркен тоторға һәм тәртипкә өйрәнәләр, камиллыҡҡа төшөнәләр, организмдары  сәләмәтләнә, күңелдәренә һиллек килә  һәм башҡа күп. Шуға күрә, ғаиләбеҙҙә лә бөтә балалар көй-моңға ылыҡтырыла: ҡыҙыбыҙ флейтала, өлкән улыбыҙ  торбала (борғо) уйнай, ә кинйә улыбыҙ йырларға ярата, - тип белдерҙе әңгәмәсебеҙ. Һәм әһәмиәтле награда өсөн мәктәп етәкселегенә, коллегаларына, уҡыусыларына рәхмәт әйтте. Шулай уҡ, БР етәкселеге, Мәғариф министрлығы тырышлығы менән байтаҡ программалар бойомға ашырылыуын билдәләй –педагогтарға асылыу, артабан камиллашыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Беҙ иһә, уңған, заманса фекерләгән һәм эш иткән мөғәллимәләрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, бындай еңеүҙәр күп булһын тип теләйбеҙ. Уҡытыусыларҙың һәр еңеүе шәхсән әһәмиәттәге индивидуаль  ҡаҙаныш ҡына түгел бит ул,  һәр награда – балаларыбыҙ  яҡшы, сифатлы, заманса уҡытыла һәм тәрбиләнә тигәнгә бик тә ышаныслы күрһәткес. Мин әйтте тиерһегеҙ, Аллаһ бойорһа, ике-өс тиҫтә йылдан республика һәм Рәсәй кимәлендә танылған бик күп арҙаҡлы шәхестәр “....Учалы ҡалаһының 9-сы мәктәбен тамамланым”, - тип күрһәтә башлаясаҡтар

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: