Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь , 15:00

“Өс таған” – белем, һәләт Һәм теләк

Башҡортостан республикаһы балалар һәм үҫмерҙәрҙең “Өс таған” (“Таганок”) тип аталған мәртәбәле  кинофестивалендә “Иң яҡшы документаль фильм” номинацияһында лауреат , йәғни еңеүсе булдылар!

“Өс таған” – белем, һәләт Һәм теләк
“Өс таған” – белем, һәләт Һәм теләк

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт иткән Динар Тәлғәт улы Сафин һәм Альбина Шәфҡәт ҡыҙы Ғәлиевалар, уларҙың гөлдәй балалары  ( Мәликә, Зәфәр, Суфия, Сәлимә, Аҡсура, Гәлсәр, Йәннәт ) тураһында гәзиттә байтаҡ баҫылды. Аллаһ бойорһа, тағын да күп яҙырға тура килер: үҙҙәре матур ғаилә тормошо алып барыу  менән сикләнеп-йомолоп ҡалмайынса,  ҡалғандарға сағыу өлгө лә бирәләр, миҫалдары менән башҡа йәштәрҙе дәртләндерәләр: төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, әленән-әле яңы еңеүҙәр яулайҙар. Шул иҫәптән “Ҡусҡар” медистудияһы ойштороуҙары хаҡында былтыр  “Яйыҡ” гәзитендә баҫылғайны. Тележурналистика тәңгәлендә лә бик бейек үргә артылдылар – Башҡортостан республикаһы балалар һәм үҫмерҙәрҙең “Өс таған” (“Таганок”) тип аталған мәртәбәле  кинофестивалендә “Иң яҡшы документаль фильм” номинацияһында лауреат , йәғни еңеүсе булдылар Республика көнө алдынан.  

-“Өс тағандың” өс таянысы - белем, һәләт, теләк, тип аңлатты ойоштороусылар.  Быйылғы сара Ғаилә йылына бағышланған. Былтыр "Остаз" темаһына арналған булған. Беҙ тәү тапҡыр ҡатнаштыҡ быйыл. Йөрьәт иттек инде, дөрөҫө. Күмәкләшеп фекер алышҡандан һуң,  документаль фильм номинацияһын һайланыҡ. Ғаилә йолалары тураһында булды әҫәребеҙ. Өс балабыҙ - Сәлимә, Суфия, Аҡсура башҡортса ғаиләбеҙ йолалары тураһында һөйләй, әлбиттә, видеокүренештәр аша иллюстрация бара. Рус телендә субтитрҙар менән оҙатыла. "На что и клад, когда в семье лад. Или традиции одной башкирской семьи" тип аталды беҙҙең эш, -тип һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе Альбина ханым. - Финал Өфөлә, "Атайсал" исемле Ижад Үҙәгендә үтте. Унда тәүҙә ҙур экранда бөтә финалсыларҙың фильмдарын күрһәттеләр. Ҙур экранда үҙебеҙҙең фильмды ҡарау айырыуса тулҡынландырғыс икән. Шунан “түңәрәк өҫтәл” ултырышы үткәрелде. Фәһемле әңгәмә барҙы, күп кәрәкле мәғлүмәт, кәңәштәр бирҙеләр. Бик йылы атмосфера ине залда. Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан да эштәр ебәргәндәр, ижад конкуренцияһы еңел бармай. Тәжрибә туплап ҡайтылды. "Киноғаиләбеҙгә рәхим итегеҙ!", - тип өндәште ҡатнашыусыларға Зөһрә Бураҡаева, күңелгә май булып ятты. Кино өлкәһендә тәүге аҙымды ҡурҡып ҡына яһағайныҡ. Әлхәмдүлилләһ, уңышҡа өлгәшкәс, артабан да был йүнәлештә ижад итеү теләге уянды. Ҡанатланып ҡайттыҡ.  Бындай конкурстар үтә мөһим. Элегерәк "Атайсал. Беҙҙекеләр" фестивалендә уңышлы ҡатнашыу “Ҡусҡар” медиастудияһын булдырып, балалар өсөн телетапшырыуҙар менән шөғөлләнергә илһамландырғайны, был еңеүебеҙ тағын да дәрт-дарманыбыҙҙы арттырҙы!

   “Киноғаиләгә” ҡабул иткән Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙының кем икәнлеген аңлатып тороу ҙа кәрәкмәйҙер - прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы,  Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, РФ Кинематографистар союзы ағзаһы һәм БР Кинематографистар союзы рәйесе. Башҡа жюри ағзалары ла  кино һәм театр өлкәләрендә танылған шәхестәр. Бындай “фатиха” һәм баһа менән артабан ижад итергә лә, итергә генә ҡала.

Ә башҡорт мәҙәниәте һәм Ислам нигеҙҙәренә ҡоролған, башҡорт телендә әҙерләнгән заманса  контент (интернетҡа ҡуйылған мәҡәлә һәм видео, -аудиояҙмаларҙы ошолай атайҙар)  бик кәрәк, ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Ҡат-ҡат әйтелде  инде – башҡорт теле һәм мәҙәниәтенең киләсәге, дөрөҫөн әйткәндә – тере ҡалыу йә ҡороп ғәйеп булыу дилеммаһы  бөгөнгө көндә тап интернет майҙансыҡтарында хәл ителә. Күреп торабыҙ бит: замана сабыйҙары йүнләп һөйләшергә өйрәнеүҙән алдараҡ компьютер менән эш итергә әйрәнә, эштәр былай барһа, “әсә теле” әйтемен “смартфон теле” тип тә үҙгәртергә тура килеүе мөмкин... Һәм ошо виртуаль даръяларҙа милли тел-мәҙәниәт-йолаларыбыҙҙы таратыусылар баһалап бөткөһөҙ мөһим эш атҡара.

“Ғаиләлә хәлдәр арыу икән, хазиналар ҙа кәрәкмәй. Йәки бер башҡорт ғаиләһенең йолалары” документаль фильмын үҙебеҙ ҙә кинәнеп, рәхәтәләнеп, күҙ теймәһен өсөн собханаллалап тамаша ҡылдыҡ. Йолалар әллә ни ғәжәпләнерлек  түгел, йүнле ғаиләләрҙең барыһында ла  мотлаҡ шулайыраҡ  булырға тейештер: балаларға матур башҡорт исемдәре ҡушыу,  наҙлы йырҙар йырлап, бәпестәрҙе бер баланан икенсеһенә күсә килән бишектә бәүетеү, әсә кешенең һәр балаға инселәп юрған ҡорауы (Альбина-ханым байтаҡ конкурстарҙа танылған ҡул оҫтабикәһе) , һуңынан  бирнә буласаҡ әйберҙәрҙе ҡыҙҙар үҙҙәренә генә тәғәйен семрләнгән ағас һандыҡтарҙа  һаҡлауы, бар эштәрҙе күмәкләп  ғаилә менән башҡарыу,  шулай уҡ бергәләп физик культура менән шөғөлләнеү, тәмле ризыҡтар әҙерләү ( айырыуса бәлеш, бишбармаҡ, билмән һәм манты яраталар)  һәм башҡа.   Кемгәлер “ваҡ” күренгән ошондай өлштәрҙән тора ла инде “бәхетле бала саҡ” төшөнсәһе һәм тап шундай ғаиләләрҙә көслө, рухлы шәхестәр әүәләнә.

Яҡташтарыбыҙҙы тағын да бер тапҡыр ихлас күңелдән ҡотлап, алда еңеү-ҡаҙаныштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар бик күп булһын тип теләп ҡалабыҙ!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: