Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь , 13:18

200-се селтәр әҙер!

Ололарҙың “Ниҙер теләһәң, башта сәбәп ит”, - тигән хәбәрен иҫкә төшөрәбеҙ. Хоҙайым, һалдаттарыбыҙҙы дошман дрон һәм ракеталарынан, туп снарядтарынан ҡурсала, апай-әбейҙәре, һеңлекәштәре бының өсөн көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй сәбәп итә,   тип ялбарырға тулы хаҡтары бар.

200-се селтәр әҙер!
200-се селтәр әҙер!

Рудник ҡасабаһынан  Рәмилә Фәйрузованың инициативаһы менән  халыҡ МХО зонаһындағы  һалдаттарыбыҙ өсөн  маскировка селтәрҙәре үреүгә тотондо тип яҙғайныҡ йыл башында. Ирекмәндәр хәрәкәте күптән инде Учалы-2 сиктәрен үтеп китте,  байтаҡ яҡташтарыбыһ ысын  хеҙмәт фиҙаҡәрлеге күрһәтә, был хаҡта Рәмилә Мәүлит ҡыҙынан һорашып белештек:

-Ошо көндәрҙә мөһим ваҡиға булды – 200-се маскировка селтәре үрелде. Һәр селтәр ифрат күп эш һәм ныҡышмалыҡ, көс һәм ваҡыт ҡына түгел, йөрәк йылыһы, күңел киңлеге, мәрхәмәтлек талап итә.  Күмәкләгән көс менән быға ирешә алыуыбыҙға бик ныҡ ҡәнәғәтмен! Ҙур командабыҙҙың һәр кеменә ихлас күңелдән рәхмәт әйтке килә.

Эш өсөн йәмәғәтселәрҙе бина менән тәьмин иткән 2-се мәктәп директоры Марат Зәки улы Ғәйнуллин,  китапхана мөдире Наилә Мөхтәр ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, “Башавтотранс” АТП-һы директоры Тимур Мөхәмәт улы Әһлиуллиндарҙың ролен билдәләр кәрәк. Объектив сәбәптәр менән төрлө урындарҙа йыйылып эшләргә тура килә бит, әлеге мәлдә дислокациябыҙ – китапхана һәм автотранспорт предприятиеһы. “Учалы тегеү фабрикаһы” директоры Фәйрүзә Ғайдани ҡыҙы Степаненко, баш инженеры Әлмира Фәрит ҡыҙы Зәйнәғәбдинова, бесеү-әҙерлек цехы хеҙмәткәрҙәре сеймал менән өҙлөкһөҙ тәьмин итергә тырыша.

Йәмәғәтселәр араһынан тылда фиҙаҡәр хеҙмәт башҡарғандарҙың иң әүҙемдәрен телгә алыр инем:  Ғиззәтова Фатима, Вәлиева Резида, Молтусова Нина, Ғайнанова Ләйлә, Ғүмәрова Екатерина, Мөбәрәкова Финзира,

Мулюкина Лидия, Зарипова Рәйхана, Янтурина Әминә, Дьяконова Татьяна, Сибәғәтуллина Әлмира, Вәллиуллина Рәзилә, Дьяченко Зөлфиә,   Туҡтыбаева Рәүзилә, Лаврова Татьяна, Нәжметдинова Фируза, Туҡтыбаев Иршат, Фәйрузов Наил, Ғәфуров Илдар, Денисова Татьяна, Сатарова Нурсилә, Сергеева Валентина һәм башҡа бик күп аҫыл ҡатындар һәм ирҙәр. Оҫтабикәләребеҙҙең тормош иптәштәре ҡорамалдар, сеймал менән тәьмин итеүҙә, ташыу эштәрендә, туҡыма киҫкәндә һәр яҡлап булышлыҡ итә. Кемдер өйөндә ултырып эшләүҙе хуп күрә. Юлия Большакова менән Эльвира Павлова – 9, Рәйлә Йәғәфәрова – 5 селтәр үрҙеләр.

Эшебеҙгә ихлас ҡушылған яу ҡырындағы һалдаттарыбыҙҙың әсәләрен айырыуса телгә алыр инем: Латипов Лилиә Рәүеф ҡыҙы,  Ғәлиәхмәтову Рәзилә Фәрит ҡыҙы, Полетавкина Татьяна Александровна һәм  Безрукова Валентина Николаевна. Һеҙҙең менән иңгә-иң терәп эшләү көс-дәртебеҙҙе ныҡ арттыра!

Беҙҙең хәрәкәткә икенсе ултыраҡтарҙан да ҡушылыуҙары шатландыра. Оҙонгүл (етәкселәре Мәнфүзә Ливенцова), Ҡобағош (Зимфира Лоҡманова), Мансур (Вәлимә Ғарипова) ирекмәндәре бик тә оҫтарҙылар, дөйөм эшкә лайыҡлы иғәнәләрен индерәләр. Барыһына ла ҡоростай һаулыҡ, оҫта ҡулдарығыҙ арыу-талыу белмәүен теләйем! Бөтә уландарыбыҙ ғына иҫән-һау йөрөп ҡайтһын инде, бының өсөн хәлдән килгәнебеҙҙең барыһын да эшләйбеҙ.

 Эйе, хөрмәтле йәмәғәтсенең һүҙҙәренә ҡушылып, ололарҙың “Ниҙер теләһәң, башта сәбәп ит”, - тигән хәбәрен иҫкә төшөрәбеҙ. Хоҙайым, һалдаттарыбыҙҙы дошман дрон һәм ракеталарынан, туп снарядтарынан ҡурсала, апай-әбейҙәре, һеңлекәштәре бының өсөн көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй сәбәп итә,   тип ялбарырға тулы хаҡтары бар.

 Был йәмәғәтселәр төркөмө  социаль  селтәрҙәрҙә  “Труженик тыла” төркөмө (https://web.whatsapp.com/)   аша эш итә, белешмәләр өсөн телефон  номеры   -89273211982) .

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: