Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь , 09:32

Исеме генә “еңел”!

Эске эштәр органдары составында  тәүтикшереү подразделениеһы теүәл  32 йыл элек  барлыҡҡа килә.

Исеме генә “еңел”!
Исеме генә “еңел”!

 

Тәүтикшереүселәр “урта һәм еңел” ауырлыҡтағы енәйәттәрҙе тикшереү менән мәшғүл, тулайым алғанда РФ Енәйәт кодексының 80-дән ашыу статьялары буйынса эш итәләр. “Еңел ауырлыҡта” тип аталһа ла, енәйәт ҡорбандарына һәм тәфтиш алып барыусыларға бер ҙә еңелдән түгел: үлтереү менән янау, законһыҙ ҡорал,  һуғыш-талаш, кеше сәләмәтлегенә зыян килтереү, талау, транспорт ҡыуыу, мутлашыу, браконьерлыҡ кеүек ҡурҡыныс күренештәр тураһында һүҙ бара бит. Бик төрлө  сфераларҙа, төрлө кешеләр менән эш иткәс, тәүтикшереүселәргә  принципиаль һәм ҡаты, шул уҡ ваҡытта яҡшы мәғәнәлә һығылмалы, кеше хәлен аңлаусан булырға кәрәк,  шулай уҡ тәүәкәллек, тормош тәжрибәһе, хоҡуҡ даирәһен энәһенән ебенә тиклем белеү талап ителә. Ә иң мөһиме егәрлелек һәм теүәллектер, сөнки  “урта һәм еңел ауырлыҡтағы” тип аталған енәйәттәр ифрат күп.  Гәзитебеҙҙә “Хоҡуҡ даирәһе” рубрикаһы аҫтында баҫтырылған байтаҡ күңелһеҙ хәлдәр фәҡәт тәүтикшереү бүлегендә тикшерелә.

Учалы районы буйынса эске эштәр министрлығы бүлегенә Тәүтикшереү бүлеге лә инә, һигеҙ офицерҙан торған подразделениены подполковник Азат Төхвәтуллин етәкләй. Азат Фәрүәз улы закон һағындағы эшен 2001 йыл, участковый вазифаһында башлай. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтеп, юғары юридик белем алғас, эске эштәр органдарында һәм наркоконтроль структураларында тәфтишсе булып хеҙмәт итә. Фәҡәт тәжрибәле тәфтишсе булғаны өсөн дә 2019 йыл тәүтикшереү бүлеге начальнигы итеп үрләтелә. Коллективта ла, етәкселек тарафынан да хөрмәт ителә.

Эш ни тиклем ауыр булмаһын,  гүзәл зат вәкилдәре лә хеҙмәт итә тәүтикшереүсе булып. Һәр хәлдә лә, береһен “Яйыҡ” уҡыусылары яҡшы белә, сөнки тап уға беҙ,  хәбәрселәр,  йыш мөрәжәғәт итәбеҙ һәм һәр саҡ хеҙмәттәшлектән ҡәнәғәт ҡалабыҙ.

Өлкән тәүтикшереүсе, полиция майоры Динара Фәнил ҡыҙы Фәсхитдинова 1985 йыл Ураҙ ауылында тыуған. 2007 йыл Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алғандан һуң балиғ булмағандарҙың эштәре буйынса инспектор сифатында хеҙмәтен башлай. Ә 2016 йылдан тәүтикшереүсе итеп күсерелә. Үҙе өсөн яңы вазифала  ла үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтә, өлкән тәүтикшереүсе итеп үрләтелә. Коллективта, етәкселек алдында тәжрибәле, грамоталы белгес булараҡ абруй ҡаҙанған.  Граждандар менән әҙәпле генә түгел, алсаҡ, игелекле итеп мөғәлләмә итергә һәләте – был, бер һүҙһеҙ,  иптәш майорҙың бик тә өҫтөнлөклө күркәм яғы.

Ҡат-ҡат БР буйынса Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаттары һәм грамоталар, премиялар  менән дәртләндерелә, күкрәген 2-се дәрәжәлә  “Эске эштәр министрлығында өлгөлө хеҙмәт” («За отличную службу в МВД») знагы биҙәй. Динара Фәнил ҡыҙы өлгөлө әсәй булараҡ ( ғаиләләрендә ике ул тәрбиәләнә), бар балаларҙың аһ-зарҙарын яҡын, үҙенеке кеүек ҡабул итә, балиғ булмағандарға бәйле бөтә эштәрҙе айырыуса ентекле тикшерергә, мөмкин тиклем тиҙ ғәҙеллек һәм законлылыҡ урынлаштырырға ынтыла. Әлбиттә, башҡа төр материалдарҙан дә ситләшеп булмай, эш күп, кеше аҙ.... Нисек кенә булмаһын, өлкөн тәүтикшереүсе һөнәри яҡтан камиллашырға, спорт, хатта, ҡулланма сәнғәт менән шөғөлләнергә форсат таба. Ниндәй генә погон таҡмаһын, ысын ҡатын гел генә гүзәл зат вәкиле булып ҡаласаҡ!

 

Динара Фәнил ҡыҙын һәм бар коллегаларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уңышлы хеҙмәт, һаулыҡ һәм бәхет теләп ҡалабыҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: