Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь , 13:32

Өлгөлө ғаилә

 Фәнисә  Ғәли  ҡыҙына  өйләнеп (ҡыҙ фамилияһы – Солтанова),  бик  матур  донъя  ҡоралар,  дүрт  бала  тәрбиәләп  үҫтерәләр.   "Намыҫлы,  шәп  кешеһең  һин, Ахун  егете  -  Рәсил".

Өлгөлө ғаилә
Өлгөлө ғаилә

Фәткуллин  Рәсил   Роберт   улы  1979  йылдың  29  июлендә,  Учалы  районының   Ахун  ауылында   тыуа.  Бала  сағынан   ата-әсәһенә  эйәреп  эшкә  йөрөгән  егәрле  малай   аттар  менән  ҡыҙыҡһына,   уларҙы  нисек  үрсетеү,  ауырығандарын  нисек   дауалай  тураһындағы ололарҙың  үҙ-ара  һөйләшкән  хәбәрҙәрен   күңеленә  һеңдерә  бара.  Йәштән  маҡсатлы   егет,   ауылда  бик  кәрәкле  булған  ветврач   һөнәренә   уҡып  сығып,   “Ҡыҙыл  партизан”  колхозында   эш  башлай.

Киң  күңелле,  ярҙамсыл һәм тырыш Рәсил Роберт улы    белгес  сифатында ла  ауылдаштары  араһында  тиҙ  арала   ихтирам  яулай.   Ахун  ауылы  һылыуы    Фәнисә  Ғәли  ҡыҙына  өйләнеп (ҡыҙ фамилияһы – Солтанова),  бик  матур  донъя  ҡоралар,  дүрт  бала  тәрбиәләп  үҫтерәләр.  Өлкәндәре   Рәзил  менән  Розалина  тормошта  үҙ  юлдарын  табып,  матур  ғаилә  ҡороп,  балалар  үҫтереп,  ата-әсәһенән  үрнәк  алып,  шөкөр,  бик  матур  үҙаллы йәшәйҙәр.  Бәләкәстәре  Арина  менән  Лилиана – әле  ата-әсә  йортонда  тәрбиә  ала.

Фәниә  Ғәли  ҡыҙы -  эшкә  бик  егәрле,  оҫта  ҡуллы   хужабикә.  Уның  бешергән   бәлеш,  торт,  сәк -сәктәрен  ауыл  халҡы  бик  яратып  һатып  ала. «Технониколь»  ойошмаһында оҙаҡ  йылдар  эшләүсе  уңған  ҡатын,  етәкселек  тарафынан  төрлө  рәхмәт  хаттары  менән  бүләкләнгән.

Фәткуллиндар -  Учалы  районына  күп  кенә  билдәле  шәхестәр -  уҡытыусылар,  белгестәр, фиҙаҡәр хеҙмәткәрҙәр, хәрбиҙәр  биргән  данлы  нәҫел.  Ошо  йылдың  13  июлендә  Учалы  ҡалаһында,  район   масштабында  уҙғарылған  «Шәжәрә»  байрамында  ҡатнашыусы  Фәткуллиндар  ғаиләһе    ҙур  әүҙемлек  күрһәтеп,  дәртле   музыкаль  сығыштар  яһап,  почётлы  икенсе  урынды  яуланылар.

Ошо  өлгөлө,  эшһөйәр,  дәртле   ғаилә  ағзаларына  алдағы  тормошта  яңы  еңеүҙәр,  шатлыҡ-ҡыуаныстар  насип  булһын  тип,  теләйем.

Фаткуллин  Рәсил   Роберт  улына

Халыҡ  һине   яҡшы  белә,

Бәлки  белер  бөтә  ил.

Намыҫлы,  шәп  кешеһең  һин,

Ахун  егете  -  Рәсил.

Егәрле,  дан  кеше  итеп

Үҫтерҙе  һине  кемдәр?

Йәштән  маҡсатлы   йәшәнең

Ветврач – кәрәкле  һөнәр.

Һин -  дан  белгес  һәм  һөнәрсе,

Яуланың  күпме   үрҙәр.

Ҡош-ҡорт,  малды  дауаланың,

Ишеттем   матур  һүҙҙәр!

Кешелекле   һәм  иплеһең,

Хөрмәтләй  һине   халыҡ.

Йәштәр  тормош  юлын  башлай

Тап  һинән  үрнәк  алып!

Тормошоңдоң   ҡото,  йәме

Уңған   Фәнисә  килен.

Ейән-ейәнсәрҙәр  һөйөп,

Йәшәргә  яҙһын  имен!

Һеҙҙең  ырыу – легендар  ул,

Нәҫелегеҙ  шундай  дан.

Ҡанығыҙға  һеңгән  һеҙҙең

Бөтмәҫ  дәрт,  һөйөү,  иман!

Хоҙай  һеҙгә  ҡөҙрәт  бирһен,

Урап  үтһен  ҡайғы-сир.

...Бәхетегеҙ  ташып  торһон, -

Фәнисә  менән  Рәсил!

 

                                Рамай  Ҡаһир, Өргөн  ауылы.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: