Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь , 10:24

“Ут һәм ут ҡоралы менән уйнама!”

 Яһаҡтарҙы ошо рәүештә һаҡлауы ла һағайта, балалары белеп-күреп ҡалһа, уйнатып үҙҙәренә  зыян килтереүҙәре бик тә мөмкин ине бит.

“Ут һәм ут ҡоралы менән уйнама!”
“Ут һәм ут ҡоралы менән уйнама!”

Элекке заманаларҙа ғына һәр тиерлек ауыл йортонда теркәлгән, ә күбеһенсә бөтөнләй рәсмиләштерелмәгән һунар мылтыҡтары ятты. Беҙ, малайҙар, кеҫә тултырып “мелкашка” патрондары йөрөтөр инек. Заман башҡа – заң башҡа, әлеге дәүерҙәрҙә мөнәсбәт ҡырҡа икенсе, сөнки террорсылыҡ, экстремизмдан һаҡланыр кәрәк, хатта, мәктәптәрҙә ниндәй ҡот осҡос хәлдәр булғанлығы тураһында ишетеп торабыҙ.  Шуға ла Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинованың өндәүен етди ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ:

-Хөрмәтле яҡташтар,  тейешле рөхсәтһеҙ  ниндәйҙер булһа ла ут ҡоралы, уның өлштәре, яһаҡтар һаҡлана икән, мөмкин тиклем тиҙерәк был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ. Был осраҡта яуаплылыҡҡа тарттырылмаясаҡһығыҙ. Хатта, түләү аласаҡһығыҙ. Кире осраҡта – РФ Енәйәт кодексының 222-се статьяһы буйынса яуап тоторға тура киләсәк. Бындай осраҡтар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә йыш теркәлеп тора.

Динара Фәнил ҡыҙы ошондай бер хәл тураһында бәйән итте. Ҡорама ауылынан урта йәштәрҙәге ир, өс бала атаһы, миҙгелле эштәрҙә йөрөй. Шул иҫәптән  2016-2019 йылдарҙа бер эшҡыуар ҡуртымға алған һыу ятҡылығында ҡарауылсы булып урынлаша. Үҙенең аңлатмаһына ҡарағанда,  тап шул мәл яр буйында төрлө калибрҙағы патрондар таба – әллә һунарсыларҙан, әллә браконьерҙарҙан ҡалған.  Ауыл кешеһе һаҡсыл була бит инде, берәй кәрәге тейер әле, тип өйөнә алып ҡайтып, тоҡҡа һалып, аҙбарҙың стенаһына элеп ҡуя. Күпмелер ваҡыттан тап булған, протоколда әйтелгәнәсә “пистолетты хәтерләткән предмет” та шунда урын ала. Үҙе был хаҡта онотҡандыр. Әммә мәгәр ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленә бит ул, быйыл көҙ оператив-эҙләү сараһы үткәргән эске эш бүлеге һәм “Росгвардия”ның “Толпар” отряды хеҙмәткәрҙәре  өйөнә киләләр, тикшереү үткәреү тураһында суд ҡарарын күрһәтәләр һәм тыйылған әйберҙәр һаҡлмайһығыҙмы, тип һорайҙар. Ир ни, патрондар тураһында хәтеренә төшөрә, үҙе  ҡайҙа ятҡанын күрһәтә. Был факт суд үткәндә иғтибарға алынырҙыр, ә бына, исмаһам,  бер көн алдан  үҙе хәбәр иткән булһа, бөтөнләй енәйәт эше лә ҡуҙғатылмаҫ ине.  Тикшереү үткәндә барыһы ла үҙе һөйләгәнсә булыуы раҫланһа, саманан тыш ҡаты яза алмаясаҡ, әммә штраф түләргә генә тура килгән осраҡта ла, күп балалы ғаиләлә аҡса һис тә артыҡ түгелдер.  Яһаҡтарҙы ошо рәүештә һаҡлауы ла һағайта, балалары белеп-күреп ҡалһа, уйнатып үҙҙәренә  зыян килтереүҙәре бик тә мөмкин ине бит.

“Ут менән уйнама!” әйтеме беҙҙә йыш ҡулланыла, әлеге заманала “Ут һәм ут ҡоралы менән уйнама!” тип үҙгәртерлек – ике осраҡта ла, күсмә һәм иң тура мәғәнәлә аҙағы насар буласаҡ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: