Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь , 14:36

Ағинәйҙәр – милләт ҡото

“Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы  бик тә әһәмиәтле  көскә әйләнде. Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау һәм таратыу, мәҙәнитебеҙҙе үҫештереү, йәш быуынды тәрбиәләү, көнүҙәк йәмәғәт эштәрендә  әүҙем ҡатнашып, ирекмән хәрәкәтенең ҡотона әйләнеү – ниндәй генә өлкәне  алып ҡарама, уңған апайҙарыбыҙ ҡайҙа ла өлгәшә.

Ағинәйҙәр – милләт ҡото
Ағинәйҙәр – милләт ҡото

Барыбыҙ ҙа күреп-ишетеп торабыҙ инде, районыбыҙҙа тамырҙарын киң һәм тәрән йәйгән “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы  бик тә әһәмиәтле  көскә әйләнде. Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау һәм таратыу, мәҙәнитебеҙҙе үҫештереү, йәш быуынды тәрбиәләү, көнүҙәк йәмәғәт эштәрендә  әүҙем ҡатнашып, ирекмән хәрәкәтенең ҡотона әйләнеү – ниндәй генә өлкәне  алып ҡарама, уңған апайҙарыбыҙ ҡайҙа ла өлгәшә.

 Ойошманың алыштырғыһыҙ етәксеһе Солтанбаева Мәрзиә Сәғит ҡыҙынан быйылғы ҡайһы-бер эштәрен телгә алып китеүен үтендек.

-Мөһим эш йүнәлеше - туған телде һаҡлау. Шуға бәйле "Ерле һөйләш" тигән проектыбыҙ барлыҡҡа килде. Оҙонлоҡҡа ярайһы ғына һуҙылған районыбыҙ был йәһәттән бик бай, хатта, бер осонда ҡулланылған һүҙҙе, икенсе осондағылар аңлап та етмәҫкә мөмкин. Эште үҙемде ҡыҙыҡһындырған туғанлыҡ терминдарынан башланыҡ. Борон халҡыбыҙҙа яһалма атай-әсәй, ул-ҡыҙ итеү йолаһы булған. Учалының бер өлөшөндә бындай осраҡта "үкел" тигән һүҙ ҡулланылһа, бер яғында "сепрәк" тигәнен ҡушып әйтәләр икән. Таҫтамал, күлдәклек тауар кеүек сепрәк әйберҙәр биреп туғанлашҡанға шулай әйтелгәндер, моғайын.  “Уртаҡ”, “морондоҡ” тигәне лә бар әле уның.

Ҡоҙа-ҡоҙағый булышҡас та ғаиләләр аралашыуына бик матур һүҙҙәр килеп инә. Үкенес, хәҙер күбеһе ҡулланылыштан төшөп ҡалып бара.  Илсеғол ауылы ағинәйҙәре үткәргән "Тел төбө - хазина" исемле сара туғанлыҡҡа бәйле һүҙҙәрҙе йыйыу, төшөнөүгә арналды. Артабан ерле һөйләштә төрлө өлкәгә ҡараған һүҙҙәрҙе йыйыу өҫтөндә эш алып барҙыҡ. Урта өлөштә халыҡтың яратып ашаған бер ашы "ҡаҙан бөккәне" булһа, икенсе осонда "шишмәрей" тип йөрөтәләр." Бөйөрөк", "мунсала япрағы" тигәнде лә барыһы ла аңлап бөтмәй.

Ошо проектта иң әүҙем эш алып барған ағинәйебеҙ Илсеғолдан Рәйсә Саһиман ҡыҙы. Ул 102 һүҙҙән торған һүҙлек яҙып ебәрҙе. Динә Хатип ҡыҙы, Хәлимә Нәжип ҡыҙы, Зәһинә Рәйес ҡыҙы, Таңсулпан Вассаф ҡыҙы, Зөлфиә Рамаҙан ҡыҙы, Римма апай Байрамғолова, Гөлсара Камалова, Рәшиҙә Ғибаҙуллиналар ҙа был проектҡа ҙур өлөш индереүсе ағинәйҙәребеҙ.

 Апрелдә Балбыҡ ауылында "Өләсәйҙең күңел һандығынан"исемле сара “Урал батыр” эпосын, халыҡ йырҙарының тарихын өйрәнеүгә бағышланды.

Май айындаҠунаҡбай ауылында үткән "Иман нуры" исемле сара һирәк башҡарыла торған халыҡ ижады төрө - мөнәжәттәрҙе һаҡлауға, таратыуға арналды.

Июнь айында Рысай ауылында үткән "Кәкүк сәйе" исемле сара башҡорт халҡының йола байрамы менән таныштырауға,уйындарын өйрәтеүгә, таратыуға арналды. Бик күңелле булды.

Һөләймән ауылында үткән "Ҡарға бутҡаһы" башҡорт халыҡ йола байрамы ла барыһының күңеленә хуш килде.  

20 июль Һөйөндөк һәм Һөйәрғол ауылдарында үткән "Шәжәрәбеҙҙе барлап, тамырҙарыбыҙҙы нығытабыҙ" исемле саралар йәш быуынды ғаилә тарихы менән таныштырҙы, туғанлыҡты нығытты. Бындай эштең кәрәклеген аңлатып тороу ҙа кәрәкмәйҙер, “Ата – улын, әсә-ҡыҙын белмәгән”дәргә әйләнергә һис тә ярамай!

 Шөкөр, алтын ҡуллылар күп арабыҙҙа, быйыл ғына Рысай ауылында  түбәндәге оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо: “Кейеҙ баҫыу”,  “ Камзул тегергә өйрәнеү” , “Ат йөрәкле ир-егет кем ул?”. Йәш быуын бик тә ихлас ҡыҙыҡһына, оторға ғына тора.

МХО-ла батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙ  Айгиз Закиров, Әмир Ғибәҙуллиндарҙың яҡты иҫтәлектәренә  август айында Ҡоҙашта, Ғәлиәхмәрҙә арналған спорт ярыштарын ойоштороу һәм үткәреүҙә ағинәйҙәр ныҡлап ҡатнашты. Ғөмүмән, яуҙағы уландарыбыҙға, уларҙың яҡындарына нисек тә булышлыҡ итергә ынтылыу – изге бурысыбыҙ. Ағинәйҙәр гуманитар ылау туплау, селтәр үреү, шәм ҡойоу кеүек эштәрҙә теләп ҡатнашалар.

  Байтаҡ сараларҙа спонсорлыҡ ярҙамын район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Харис улы Ҡадиров күрһәтеүен айырым телгә алып китер инем, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре генә түгел, уңған крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы ла бит ул!

 Мөһим эштәрҙә “һинеке-минеке” тип бүлгеләү һис тә килешмәй. Бына ошо көндәрҙә үткән “Ҡорот байрамын” үткәреүгә лә (был хаҡта –түбәндәге мәҡәләлә – Мөхәрририәт), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ағинәйҙәр, шул иҫәптән ҡоролтай ағзалары ихлас ҡушылды. Берҙәмлектә – көс!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: