Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь , 10:47

“Атай һүҙе – аҡылдың үҙе”

Ә уҡытыусыларыбыҙ бик тә отошло алым ҡуллана: башҡортса яҙырға, фекерләргә өйрәнеүҙән тыш, уҡыусылар милли менталитетыбыҙҙы нығыраҡ тоя башлай бит, ә халыҡ педагогикаһы, әхлаҡ нормалары буйынса һәр кеше тормошонда фәҡәт атай кеше айырыуса мөһим роль биләргә тейеш.

2021 йылдан октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә атайҙар көнө байрам ителә килә.
-Ғаиләһен яҡлаусы, уның именлеге һағында тороусы һәм бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итеүсе лә ул атай кеше. Ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән ғаилә башлығына, оло бурыстар иңендә, шуның менән дә ихтирамыбыҙға лайыҡ ул. Матур байрам менән барлыҡ атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! –ти  Учалы ҡалаһының 1-се башҡорт лицейы уҡытыусыһы Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы Ғүмәрова.  Тәжрибәле, тынғыһыҙ мөғәллимә булараҡ, үҙе ҡотлау менән генә сикләнмәй, уҡыусыларынан  “Атай һүҙе – аҡылдың үҙе” темаһына эсселар яҙыуҙы тапшыра. Бына, 5-се класс малай-ҡыҙҙары яҙғандарҙан:

“Атай һүҙе – аҡылдың үҙе” мәҡәле атай һүҙе тураһында. Атай һүҙе элек-электән ғаилә эсендә иң төп тәрбиәүи ысул булған. Сөнки ул ғаилә башлығы. Атай һүҙе ҡыҫҡа була, әммә уның мәғәнәһе бик төплө. Һәр бала атай һүҙен тотһон ине. (Юмагужин Арыҫлан);
“Беҙҙең ғаиләнең тотҡаһы – ул беҙҙең атайыбыҙ. Ғаиләлә булған төрлө кәңәштәрҙе, һөйләшеүҙәрҙе атайым һүҙе йөпләп ҡуя. Әсәйем һәр ваҡыт беҙгә: “ Атайығыҙ ни әйтер, атайығыҙҙан һорағыҙ, атайығыҙ белеп ҡалһа ни әйтер”, - тип атайға ҡарата ихтирам тәрбиәләй. Минең атайымдың исеме Морат. Ул ихлас, асыҡ күңелле, аҡыллы, ныҡ эшсән. (Солтанғолова Мәҙинә);
“Атай һүҙе – аҡылдың үҙе” мәҡәле атай әйткәндәрҙең барыһы ла аҡыл буласағын аңлата. Шулай уҡ был атайыңды һәр саҡ тыңларға кәрәк тигәнде аңлата, сөнки ул насар һүҙҙәр әйтмәҫ”. (Латыпова Алиция);
“Атай һүҙе – аҡылдың үҙе” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Атай – беҙҙең терәгебеҙ, ярҙамсыбыҙ, уң ҡанатыбыҙ. Ул беҙгә һәр ваҡыт үҙенең аҡыллы кәңәштәрен бирә. Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек! (Дауышев Динислам).

....тәү ҡарашҡа хәйләһеҙ генә юлдар, әммә уларҙың артынан күпме хис-тойғолар урғыла – был яҙмаларҙы уҡыу аталарына иң оло бүләк булғандыр. Ә уҡытыусыларыбыҙ бик тә отошло алым ҡуллана: башҡортса яҙырға, фекерләргә өйрәнеүҙән тыш, уҡыусылар милли менталитетыбыҙҙы нығыраҡ тоя башлай бит, ә халыҡ педагогикаһы, әхлаҡ нормалары буйынса һәр кеше тормошонда фәҡәт атай кеше айырыуса мөһим роль биләргә тейеш.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: