Иҫке Байрамғол ауылында хәҙер икенсе тапҡырға “Ҡорот байрамы” конкурсы үтте. Урындағы ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Рита Абдрахимованың идеяһы буйынса ғәмәлгә аша, әлбиттә, ағинәйҙәр ҡоро, киң йәмәғәтселек башланғысты күтәреп алды – ҡоротто барыбыҙ ҙа яратабыҙ бит! Фәҡәт халыҡҡа ҡыҙыҡ һәм файҙалы булғаны өсөн дә был проект БР Башлығының грантына лайыҡ була. Был аҡса фестиваль ойоштороуға ғына түгел, видеопроектор, “Уралым” фольклор коллективына сәхнә костюмдары һатып алыуға тотонола, шулай булғас – байрам айырыуса сағыу килеп сыҡты. Әйткәндәй, Рита Ғәбиҙулла ҡыҙы – был ансамблдең етәксеһе, улар барыһы ла байрам үткәреүҙә бик әүҙем ҡатнашалар.
Конкурсанттар араһында хужаларҙан тыш, Һөйөндәк, Илсеғол, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол һәм башҡа күп ауылдарҙан килгән оҫтабикәләр. Кемдәр еңгәнен айырым төпсөнөп тормайыҡтыр – һәр ҡорот үҙенсә татлы һәм сихәтле! Барыһы ла бүләкләнде, тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде.
Оҫтабикәләр серҙәре менән уртаҡлашты, әҙерләү тәртибе сәхнәнән күрһәтелде – теләк кенә булһа, ябай ҡоротто һәр кем әҙерләй ала бит. Ә төрлө нескәлектәр индереү, быныһы инде оҫтабикәләр привилегияһы. Милли ризығыбыҙҙың тарихы тураһында бәйән ителә, тәмле генә түгел, сәләмтлек өсөн ифрат файҙалы икәнлегенә баҫым яһала. Эйе, һыуыҡ тейгәндә ҡоротто ҡайнар һыуға иҙеп, һары май һалып, тоҙлап-борослап эсеп ҡарағыҙ әле – тымауҙың әҫәре лә ҡалмаясаҡ. “Эс эшләмәй” киткәндә лә үтә эффектлы. Шуныһы ла ҡыҙыҡ бит әле, ҡорот башлыса ит аштарына тәғәйен, әммә бал, шәкәр йә еләк-емеш ҡайнатмаһына бутап ҡарағыҙ әле – тел йоторлоҡ шәрбәт десертҡа әйләнә. Ә киптерелһә – мәңге һаҡларлыҡ, ыҫлатылһа – яңысараҡ тәм ала. Ҡыҫҡаһы, ныҡ универсаль, ҡалай ҙа килешкән ризыҡ.
Сараның иң тулҡыландырғыс этабы – һуғыш ҡырындағы уландарыбыҙға ҡорот менән контейнерҙар әҙерләнде. Борон-борондан, яу сапҡанда ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре менән ҡорот алыр булғандар бит. Вариҫтарына был алымды дауам итергә мөмкинлек бирелде.
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ, хөрмәтле оҫтабикәләр!