Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь , 11:35

“Уттан да һаҡла, туптан да һаҡла!”

Шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров аша эш итеп, гуманитар ылау әҙерләнгәндә башҡа күстәнәстәр араһына һалына. Фәнүр Фәнит улы үҙе лә ҡоролтайҙың президиум ағзаһы бит. Афариндан башҡа ни әйтәң инде!

“Уттан да һаҡла, туптан да һаҡла!”
“Уттан да һаҡла, туптан да һаҡла!”

Һәр кемебеҙ, нисек хәленән һәм һәләтенән килә, ошолай МХО һалдаттарына булышлыҡ итергә тырыша. Әүҙем йәмәғәтсе һәм тыуған яҡ белгесе Фәнүр  Шаһиев уларға арналған доға-теләктәр яҙыу менән сикләнмәй, улы Юламан менән аҡса һалып, Учалы типографияһында йөҙгә яҡын дана сағыу буклеттар баҫтыралар. (Юламан – фәҡәт көнбайыштағы Белгород өлкәһенән  ҡайтҡан сик һаҡсыһы). МХО-ла ҡатнашҡан һалдаттарҙың ата-әсәләренә, ҡатындарына тараттылар, Учалы, Илсеғол, Туңғатар ауыл Советтарына тапшыралар.  Шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров аша эш итеп, гуманитар ылау әҙерләнгәндә башҡа күстәнәстәр араһына һалына. Фәнүр Фәнит улы үҙе лә ҡоролтайҙың президиум ағзаһы бит. Афариндан башҡа ни әйтәң инде!

 ӘРМЕГӘ КИТЕҮСЕЛӘРГӘ ТЕЛӘК.

Бисмилләһи-ррахмәни-ррахим.

Яҡшы булһын иптәшең,

Хызыр, Ильяс - юлдашың.

Изге сәғәт- изге юл,

Йондоҙоң яҡты бул!

Яҡшы кешеләр генә осрап торһон,

Һүҙең һәр саҡ үтеп торһон!

Намыҫлы хеҙмәт, яҡшы ер,

Яҡшы, аҡыллы командир!

Йә, Аллаҡайым!

Улымды һаҡласы,

Һәр ерҙә яҡласы,

Һәр ерҙә ҡурсала,

Теләгемде ҡабул итсе, Аллам!

Уҡтан да һаҡла,

Сүптән дә һаҡла,

Уттан да һаҡла,

Туптан да һаҡла!

Елдән дә һаҡла,

Көлдән дә һаҡла,

Һыуҙан да һаҡла,

Тимерҙән дә һаҡла!

Сирҙән дә һаҡла,

Керҙән дә һаҡла,

Яман һүҙҙән дә һаҡла,

Яман күҙҙән дә һаҡла!

Аллаһы тәғәләм, үҙең һаҡла,

Дошмандарҙың күҙен ҡапла,

Бәлә-ҡазаларҙан һаҡла,

Теләгемде кире ҡаҡма!

Йә, Аллаҡайым!

Улыбыҙға көс бир, ҡеүәт бир,

Хикмәт бир, һәләт бир,

Бөтмәҫ дәрт- дарман,

Ә күңеленә- иман!

Һаҡлаһын һине фәрештә,

Уңыш булһын һәр эштә!

Киң ризыҡ менән йөрөп

Иҫән- һау хеҙмәт итеп йөрөп ҡайтсы, улым!

Амин!

....ихлас күңелдән ялбарһа, хатта, иманһыҙҙың да теләген  Хоҙай ҡабул итә, тигәнде ишеткән бар. Был осраҡта семтем дә шөбһә юҡ – ошондай матур доға-теләк уландарыбыҙҙы дошман утынан  ҡурсаларға булышлыҡ итер!  Ошо юлдарҙы эстән генә булһа ла, йышыраҡ уҡып йөрөйөк. Бәлки, тап әле окопта берәй яҡташыбыҙ ҙа нәҡ “ Уттан да һаҡла, туптан да һаҡла!”- тип теләнеп ултыралыр...

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: