Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь , 09:23

Үрмәксенән күрмәксе

Үҙенең аңлатыуынса, улар барыһы ла неонацистарға ҡаршы, сәләмәт йәшәйеш йә мәрхәмәтлекте пропагандалауға йүнәлтелгән, әммә ҡәҙимге кешегә быны һис тә аңларлыҡ түгел. Беҙ, мәҫәлән, “Хватит бухать!” тигәненә генә тәү ҡарауҙан төшөндөк, “бухать” – хәмер һемереү.  Ҡалған яҙыуҙарҙан, мәғәнәһен белмәйең икән, күңелгә шом  килә – кемдер аҫтыртын ғына ниҙер ҡыла йә ҡылырға йыйына тип уйларлыҡ бит.  Ҡайҙан ғына ауыл кешеләре «АСАВ» - «Аll cat a beauties», йәғни «все коты красавчики» тигәнде белһен инде!

Үрмәксенән күрмәксе
Үрмәксенән күрмәксе

Был мәҡәләгә “Эт саба тип бет саба” исемен ҡуйырға ла уйлағайныҡ, ябайлығы арҡаһында яңылышҡан, әммә ниәте үҙенә яҡшы булып күренгән егетебеҙҙе мыҫҡыллаған кеүек яңғырай, шуға ла халҡыбыҙҙың “Үрмәксенән күрмәксе” әйтемен генә иҫкә алайыҡ.

Полициябыҙ гөж килеп алды. Белорет-Учалы автотрассаһында, Миндәк, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Һөйәрғол, Уральск, Ҡалуй, Ишкен ауылдары янындағы автотуҡталыштарҙа сәйер яҙыуҙар пәйҙә була. Тәү ҡарашҡа экстремистик символикаға оҡшаш бит, ә бындай күренештәрҙе, янғын кеүек, тоҡанған мәлендә үк һүндереү зарур.

Ғәйепле, әлбиттә, тиҙ тотолдо. 20 йәшлек ауыл егете, тик яҡшы билдәләргә колледж тамамлаған, олпат предприятиеға эшкә урынлашырға йыйына. Буш ваҡытында радиоэлектроника менән шөғөлләнә.

Үҙенең аңлатмаларына ҡарағанда, быйыл яҙ Белоретта эштәре менән булғанында, өй стенаһында  кемдер  төшөргән һандар теҙмәһенә иғтибар итә. Был һорау менән ҡыҙыҡһынғас, неонацистар тарафынан башҡарылған граффити (йәмәғәт урындарында рөхсәтһеҙ яһалған яҙыу-һүрәттәр) икәнлеген аңлай. Йәй башында ла бер кәртәлә неофашистар символикаһын абайлай. Йәне ҡарайып, нацистарға ҡаршы торған “ANTIFA “ хәрәкәте симоликаһын таратыу тураһында ҡарарға килә, йәнәһе лә ошо рәүештә нацист-ҡәбәхәттәргә ҡаршы көрәшәсәк. Әйткәндәй, был хәрәкәттең айырым тармаҡтары үҙҙәре үк экстримистик ойшма тип иҫәпләнә, был хаҡта егетебеҙ, әлбиттә, белмәгән. Бына шулай, дошмандың дошманы дуҫ тигәнде һис тә аңлатмай!

“Көрәш” өсөн интернет аша махсус буяу, маркерҙар (фломастер) һатып ала. Һәм яҡын тирәләге ултыраҡтарға йөрөп, кеше күрмәгәндә автотуҡталыш павильондарына  төрлө символдар, һандар теҙмәләре әтмәләргә тотона. Үҙенең аңлатыуынса, улар барыһы ла неонацистарға ҡаршы, сәләмәт йәшәйеш йә мәрхәмәтлекте пропагандалауға йүнәлтелгән, әммә ҡәҙимге кешегә быны һис тә аңларлыҡ түгел. Беҙ, мәҫәлән, “Хватит бухать!” тигәненә генә тәү ҡарауҙан төшөндөк, “бухать” – хәмер һемереү.  Ҡалған яҙыуҙарҙан, мәғәнәһен белмәйең икән, күңелгә шом  килә – кемдер аҫтыртын ғына ниҙер ҡыла йә ҡылырға йыйына тип уйларлыҡ бит.  Ҡайҙан ғына ауыл кешеләре «АСАВ» - «Аll cat a beauties», йәғни «все коты красавчики» тигәнде белһен инде!

Полиция ла бындай нескәлектәргә төшөп тормай, РФ Енәйәт кодексының 214-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғата. Вәхшилек (вандализм) тип атала, йәғни йәмәғәт урындарын нәжесләү (осквернение), боҙоу йә етди  зыян килтереү. Егеттең ғәйебе раҫлана икән, 40 мең һумға тиклем штраф һалыныуы йә 1 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителеүе мөмкин. Ярар ҙа эшмәкәрлеге экстремизм тип танылмаған, был осраҡта яза күпкә ҡатыраҡ.

Улым һиңә әйтәм, килен, һин тыңла. Хәрмәтле олатай-өләсәйҙәр, ата-әсәләр, йәштәрҙең ни менән шөғөлләнеүенә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ. Һеҙ ҙә, улар үҙҙәре лә һис уйламағанда, “уйын аша” бәләгә ҡалыуҙары ихтимал. 

Ә нацистарға ҡаршы көрәшкә һәр кем ҡушыла ала. МХО зонаһында алышҡан егеттәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үреү, блиндаж шәмдәрен ҡойоу, яныбыҙҙа йәшәгән яҡындарына булышлыҡ итеү – һәр кемебеҙҙең хәленән килә!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: