Илһөйәрлеккә арналған китап яҙылды
“... Йәшен булып йәшнәрмен
Арғымаҡтай кешнәрмен.
Тик Уралды бирмәмен
Ҡол булып көн күрмәмен.
Ырыу көсө – туған көсө
Ырыу көсө – быуын көсө.
Ҡырҡ бәләне ҡырыу көсө
Ырыу көсө – тамыр көсө...”
“Рухи асылыбыҙ – ырыуҙар тарихында” исемле китап Тиләү ырыуы батыры Ҡарас сәсәндең үҙ ырыуына мөрәжәғәте менән асыла. Авторҙары, филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәрифә Кудрявая, шағирә Фәнүзә Зөлҡәрнәева үҙҙәренең талымһыҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә республика райондары араһында Учалы ерлегендә быуаттар буйына ғүмер иткән табын, барын-табын, ҡара-табын, аҡ-табын, ҡыуаҡан, күбәләк, тиләү ырыуҙары тарихын, уларҙың яҙмышын беренселәрҙән булып ташҡа баҫтырҙылар. Был китапта ауылдар тарихы, шул ерлектәге ер-һыу атамалары (топономика), тарихи шәхестәр, үткән һәм хәҙерге замандың арҙаҡлы шәхестәре: урындағы етәкселәр, ғалимдар, яҙыусылар, хеҙмәт батырҙары – ырыу вариҫтары урын алып – үткән данлы тарихыбыҙ – бөгөнгө асылыбыҙ – киләсәгебеҙгә быуындар эстафетаһының тығыҙ бәйләнеше – яҡтырып киткәндәй. Авторҙарҙың “Рухи асылыбыҙ – ырыуҙар тарихында” исемле китабын беҙ илһөйәрлек дәреслеге тип атарға ла баҙнат итәбеҙ һәм дә уның артабан башҡа райондар ырыуҙары хаҡында китап яҙырға өлгө – сығанаҡ булыуына ышанабыҙ!
“Рухи асылыбыҙ - ырыуҙар тарихында” исемле китабын нәшер итеүҙә матди ярҙам күрһәткән өсөн “Ҡадиров” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе, Учалы ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Харис улы Ҡадировҡа, “Ҡаран” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ирек Сибәғәт улы Ғиззәтуллинға, Учалы районы ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, шәхси эшҡыуар Фәнүз Ғайнан улы Йәғәфәровҡа, Учалы ҡала һәм районының Почетлы гражданы Ғаян Сәхийәр улы Мөхәмәтовҡа, крайҙы өйрәнеүсе Фәнүр Фәнит улы Шаһиевҡа, хеҙмәт ветераны Марс Харис улы Камаловҡа оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Авторҙар: Рәүеф Шаһиев, Ғәрифә Кудрявая, Фәнүзә Зөлҡәрнәева.
“...Танышайыҡ, туғандар,
Беҙ үҙебеҙ – табындар.
Учалы табындары,
Эх, дәртле аҙымдары!..”
(Ф. Хәсәнов).
Фәнүзә НӘБИУЛЛИНА.